Эстәлеккә күсергә

Кутахов Павел Степанович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кутахов Павел Степанович
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 3 (16) август 1914
Тыуған урыны Малокирсановка[d], Матвеево-Курганский район[d], Ростов өлкәһе, СССР
Вафат булған көнө 3 декабрь 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})[1] (66 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Балалары Кутахов, Владимир Павлович[d]
Һөнәр төрө офицер, лётчик
Эш урыны Г. М. Бериев исемендәге Таганрог авиация фәнни-техник комплексы
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йорто Сталинградское военно-авиационное училище летчиков[d]
Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Генераль штабы Хәрби академияһы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы КПСС-тың XXII съезы[d]
Хәрби звание главный маршал рода войск[d], лейтенант, өлкән лейтенант[d], Капитан, Майор, подполковник[d], полковник[d], генерал-майор авиации[d], генерал-лейтенант авиации[d], генерал-полковник авиации[d] һәм маршал рода войск[d]
Һуғыш/алыш Совет - Финляндия һуғышы (1939—1940), Бөйөк Ватан һуғышы һәм Икенсе бөтә донъя һуғышы
Ғәскәр төрө СССР хәрби-һауа көстәре[d]
Ойошма ағзаһы КПСС Үҙәк комитеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Кутахов Павел Степанович Викимилектә

Кутахов Павел Степанович (3 (16) август 1914 йыл — 3 декабрь 1984 йыл, Мәскәү) — совет хәрби етәксеһе, Авиацияның баш маршалы (1972), ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы (1 май 1943 йыл, 12 август 1984 йыл), Ленин премияһы лауреаты(1983), СССР-ҙың атҡаҙанған хәрби осоусыһы (1966). КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы (19711984). СССР Юғары Советының 8-11-се саҡырылыш Союз Советы депутаты (19701984).

1914 йылдың 16 авгусында Дон ғәскәре өлкәһенең Таганрог округында Малокирсановка ауылында (Ростов өлкәһе, Матвеево-Курган районы) фәҡир крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Ғаиләлә дүрт малай һәм бер ҡыҙ була. 1919 йылтифтан аталары вафат була.

Ул ваҡытта Малокирсановкала башланғыс мәктәп кенә була, Павел 18 километр ситтә ятҡан Федоровка ауылына уҡырға йөрөй. 1930 йылда Федоровканың ете йыллыҡ мәктәбен тамамлай. Шул уҡ йылда Таганрогға килә. Бер ни тиклем ваҡыт Яңы баҙар эргәһендәге урта мәктәптә (хәҙер 9-сы урта мәктәп, унда Кутахов музейы ойошторолған) уҡый.

Аҙаҡ трамвайсыларҙың фабрика-завод уҡыусылыҡ мәктәбенә инә һәм уны 1933 йылда тамамлай. Һуңынан Таганрогта Димитров исемендәге 31-се авиация заводында слесарь булып эшләй. Шул уҡ ваҡытта Павел Таганрог индустриаль институтының киске рабфагына уҡырға инә һәм уны 1935 йылда тамамлай.

1935 йылдың авгусында Ҡыҙыл армия сафына инә, комсомол саҡырыуы буйынса Сталинград хәрби осоусылар мәктәбенә инеп, уны 1938 йылда таммалай. «У-2» самолетында оса башлай.

Файл:Kutahov 03 1940.jpg
Майор П. С. Кутахов, Карел фронты, 1943.

1938 йылда Ленинград хәрби округы Хәрби-Һауа көстәренең истребитель авиация полкына килә. Тиҙҙән истребителдәр звеноһы командиры була. Польшаға баҫып инеү ваҡытында бер нисә осош яһай.

  • Толстиков В. И. С авиацией на Вы... К 100-летию П. С. Кутахова (рус.) // Крылья Родины. — 2014. — № 8. — С. 74—78.
  • Дейнекин П. С. Главный маршал авиации П. С. Кутахов. К 80-летию со дня рождения // Военная мысль. — 1994. — № 7. — С. 66-72.
  • Штокало В. К. Главком П. С. Кутахов. — М., 2019.