Эстәлеккә күсергә

Лиза Мейтнер

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лиза Мейтнер
Lise Meitner
Лиза Мейтнер 1900 йылда
Лиза Мейтнер 1900 йылда
Тыуған көнө

17 ноябрь 1878({{padleft:1878|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})

Тыуған урыны

Вена, Австро-Венгрия

Вафат көнө

27 октябрь 1968({{padleft:1968|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (89 йәш)

Вафат урыны

Кембридж, Бөйөк Британия

Ил

Австро-Венгрия, Австрия, Швеция

Ғилми даирәһе

Ядро физикаһы

Эшләгән урыны

Кайзера Вильгельм институты

Альма-матер

Вена университеты

Ғилми етәксеһе

Людвиг Больцман, Ф. С. Экснер, Макс Планк, Отто Ган

Уҡыусылары

Риль, Николаус

Ниндәй өлкәлә танылған

ядро бүленеүе

Награда һәм премиялары

Либен премияһы (1925)
Макс Планк миһалы (1949)
Вильгельм Экснер миҙалы (1960)
Премия Энрико Ферми премияһы (1966)

Автограф

Лиза Мейтнер (Майтнер; нем. Lise Meitner, 17 ноябрь,[1] 1878, Вена — 27 октябрҙә 1968, Кембридж) — Австрия физигы һәм радиохимигы. Йәҙрәле физика, йәҙрәле химия һәм радиохимия өлкәләрендә тикшеренеүҙәр үткәргән.

Лиза Мейнер Венала,һигеҙ балалы йәһүд ғаиләһендә, өсөнсө бала булып тыуған. Уның атаһы Филипп Мейтнер XIX быуат аҙағында танылған шахматсы булған. Лиза үҫкән ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙарҙы бик уҡытып бармағандар, шуға күрә уның ата-әсәләре ҡыҙҙарының университетҡа инеүенә ҡаршы торғандар. Шулай ҙа Лиза, үҙ һүҙендә тороп, 1901 йылда Вена университетына уҡырға инә. Унда Мейтнер Людвиг Больцман һәм Франц Экснерҙар етәкселегендә физика өйрәнә башлай. 1905 йылда ул университетта физика өлкәһендә PhD дәрәжәһе алған тәүге ҡатын-ҡыҙҙарҙың беренсеһе була. Шунан һуң Мейтнер Берлиндә Кайзер Вильгельм институтына Макс Планк етәкселегендә химия өйрәнергә һәм Отто Ган менән бергә эшләргә китә. Үҙенең физика һәм Гандың химия өлкәһендәге белемдәрен ҡулланып, Мейтнер Ган менән 30 йыл бергә эшләй.

1908 йылда үҙе теләп лютеран диненә күскән[2][3].

Ул 1917 йылда Ган һәм Мейтнер беренсе оҙаҡ йәшәүсе протактиний изотопын асалар.

1923 йылда Лиза Мейтнер нурһыҙ күсеүҙе аса. Был күсеүҙе 1925 йылда ирекле рәүештә француз тикшеренеүсеһе Пьер Виктор Оже асҡан була, шуға күрә уның хөрмәтенә Лиза нурһыҙ күсеүҙе «Оже эффекты» тип атай..

1926 йылда Мейтнер Берлин университетында профессор дәрәжәһендә эшләй башлай. Ул Германияла бындай фән үрҙәренә менгән беренсе ҡатын-ҡыҙ була.

1932 йылда нейтрон асылғас, ғалимдар алдына трансуран элементтарын барлыҡҡа килтереү мәсьәләһе баҫҡан . Англиянан Эрнест Резерфорд , Ирен Жолио-Кюри (Франция), Италиянан Энрико Ферми һәм Германиянан Мейтнер менән бергә Отто Ган араларында был өлкәлә фәнни ярыш башланған. Улар барыһы ла был абстракт тикшеренеүҙәр өсөн Нобель премияһын яуларға уйлағандар. Тик уларҙың береһе лә был тикшеренеүҙәрҙең нәтижәһе булып йәҙрә ҡоралы килеп сығыр тип уйламағандар.

1938 йылда , Австриялағы аншлюстан һуң, Дирк Костер Мейтнерға Германиянан Швецияға күсеп китергә кәңәш бирә. Йәһүд булғанлыҡтан , Лизаның илдә йөрөгән законлы паспорты булмай, шунлыҡтан уны ил сигендә тоталар. Бәхеткә ҡаршы ,Мейтнер Германияны Голландия сигендә ташлап китә алған.

Лиза Мейтнер һәм Отто Ган Кайзер Вильгельм институтында эш ваҡытында

Лиза Мейтнер Стокгольмда Манн Сигбан институтында эшен дауам итә, ләкин ,ҡатын-ҡыҙ ғалимдарға түбәнһетеп ҡарау арҡаһында, ул бер ниндәй ҙә ярҙам ала алмай бер үҙе эшләй.

Ноябрь айында Ган һәм Мейтнер яңы эксперименттар серияһы тураһында фекер алышыр өсөн Копенгагенда йәшерен осрашалар, ә быға тиклем улар хат аша кәңәшләшкән булғандар. Берлиндәге Ган лабораторияһында йәҙрәне тарҡатыуҙы раҫлаусы эксперименттар үткәрелгән. Гандың әйтеүе буйынса, ул бер ваҡытта ла йәҙрәне тарҡатып булыр тип уйламаған, тик уны бары Лиза Мейтнер ғына был фекерҙең дөрөҫлөгөнә ышандырған. Мейтнер, беренсе булып, атом йәҙрәһен тарҡатҡан һәм уны бер нисә өлөшкә бүлгән: уран йәҙрәһе барий һәм криптон йәҙрәләренә тарҡалаған . Был тарҡалыу ваҡытында бер нисә нейтрон барлыҡҡа килгән һәм бик ҙур энергия бүленеп сыҡҡан. 1938 йылдың декабрендә Нильс Бор үҙенең хатында «уран атомдары бомбардировкаланған (бәрелешкән) саҡта, тарҡалмай торған тышлыҡ тураһындағы теория әйткәнгә ҡаршы рәүештә, бик күпкә артыҡ энергия бүленеп сыға» тип билдәләп үткән. Күптәр раҫлағанса, Лиза Мейтнер, тышлыҡтарҙың тарҡалыуын күҙ уңында тотоп, беренсе булып был өлкәлә иҫәпләүҙәр алып барған.

Сәйәси сәбәптәр арҡаһында, Лиза Мейтнерға Отто Ган менән бергә 1939 йылда үҙенең эштәрен баҫтырырға мөмкин булмай. Ган химик эксперименттарҙың мәғлүмәттәрен 1939 йылдың ғинуарында баҫтырып сығара, ә Мейтнер үҙенең яҡын туғаны Отто Роберт Фриш менән бергәләп эксперименттарҙы физика аша нигеҙләп яҙа. Мейтнер «йәҙрәне бүлеү процессы сылбырлы реакцияны барлыҡҡа килтерә. Был реакция ваҡытында бик ҙур энергия бүленеп сыға» тигән. Фән мөхитендә был хәл сенсация тыуҙырған. Шундай ҙур көслө ҡоралдың яһалыуы немецтар ҡулына эләгеү ҡурҡынысы тыуған. Америка ғалимдәре Лео Силард, Эдвард Теллер һәм Юджин Вигнер , Альберт Эйнштейнды күндереп, унан Америка президенты Франклин Рузвельтҡа киҫәтеү хаты яҙҙыралар. Ошо хаттан һуң Манхэттен проекты төҙөлгән. Пацифист булараҡ, Мейтнер Лос Аламоста эшләргә ҡаршылығын «Мин бомба эшләмәйәсәкмен!» тип белдергән.

1944 йылда Отто Ган йәҙрәне тарҡатыуҙы асҡан өсөн химия буйынса Нобель премияһын алған. Күп ғалимдарҙың фекеренсә, Лиза Мейтнер ҙа был премияға лайыҡ булған. Отто Ган был премия химиялағы ҡаҙаныш өсөн генә бирелергә тейеш тигән. Ғалимдар әйтеүенсә, Лиза Мейтнерға премия бирмәүҙең сәбәпсеһе булып Сигбан торған, сөнки ул Мейтнерҙы яратып еткермәгән булған. Шулай ҙа 1966 йылда Ган, Штрассман һәм Мейтнер бергәләшеп Энрико Ферми премияһын алғандар. 1946 йылда «National Women’s Press Club» (АҠШ) Лиза Мейтнерҙы « Йыл ҡатын-ҡыҙы» тип атаны. 1949 йылда ул Макс Планк исемендәге миҙал менән бүләкләнгән.

1960 йылда Мейтнер Кембриджға күсенеп килә, унда 1968 йылдың 27 октябрендә, үҙенә 90 йәш тулырҙан бер нисә көн элек кенә вафат була.

Лиза Мейтнер хөрмәтенә Менделеев таблицаһындағы 109 элемент — мейтнерий. Айҙың икенсе яғында , Венера планетаһында Мейтнер кратерҙары бар, шулай уҡ Мейтнер астероиды (6999), Ган һәм Мейтнер исемендәге йәҙрәне тикшереү институты бар[4].

Австрияның Фәнни фонды һәм дипломдан һуң уҡыу-уҡытыуҙың Дәүләт -ара ассоциацияһы атом физикаһы өлкәһендәге фәнни тикшеренеүселәр өсөн Лиза Мейтнер исемендәге тикшеренеүҙәр стипендиялары булдырҙы.

«Физики продолжают шутить» тигән китапта шундай көлкөлө хәл тураһында яҙылған[5]:

Лиза Мейнер — 20-се йылдарҙа Германияла ғилми фән дәрәжәһенә эйә булған беренсе ҡатын-ҡыҙ-физик. Шунлыҡтан уның «Проблемы космической физики» тигән диссертацияһының исемен бер журналист, бының булырына ышанмайынса, гәзиттә «Проблемы косметической физики» тип яҙып сыҡҡан.

Һайланма баҫмалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Донъяла 169 яҙылып сыҡҡан эштәренең ҙур иғтибарға лайыҡлылары:

  • 1906: Wärmeleitung in inhomogenen Körpern
  • 1907: Über die Absorption von α- und β-Strahlen
  • 1918: Die Muttersubstanz des Actiniums, ein neues radioaktives Element von langer Lebensdauer (совместно с Отто Ганом)
  • 1919: Über das Protactinium und die Frage nach der Möglichkeit seiner Herstellung als chemisches Element
  • 1922: Über der Entstehung der Betastrahl-Spektren radioaktiver Substanzen
  • 1924: Über den Aufbau des Atominneren
  • 1927: Der Zusammenhang von α- und β-Strahlen
  • 1935: Der Aufbau der Atomkerne (совместно с Робертом Фришем)
  • 1939: Disintegration of uranium by neutrons: a new type of nuclear reaction (совместно с Робертом Фришем)
  • 1954: Atomenergie und Frieden (совместно с Отто Ганом)
  • 1960: The Status of Women in the Professions
  • 1963: Wege und Irrwege der Kernenergie
  • Германиялағы Боркен ҡалаһында Лиза Мейтнер исемле урам бар.
  • "1970 йылда Халыҡ-ара астрономик союзы Лиза Мейтнер исеме менән Айҙың икенсе яғындағы кратерҙы атаны.
  • 1979 йылда Халыҡ-ара астрономик союзы Лиза Мейтнер исеме менән Венералағы кратерҙы атаны.
  • 1997 йылда Халыҡ-ара теоретик һәм ғәмәли химия (IUPAC) союзы рәсми рәүештә Менделеев таблицаһындағы VIII төркөмдөң 7-се өҫтәмә дәрәжәләге 109 -сы номерҙағы атомлы химик элементына Лиза Мейтнер хөрмәтенә мейтнерий исемен бирҙе. (Быға тиклем ул элемент уннилений Une (йәки эка-иридий) исемен йөрөткән булған)[6].
  1. Из-за ошибки счёта, во многих документах стоит дата 7 ноября.
  2. Sime, Ruth Lewin (1996) Lise Meitner: A Life in Physics (Series: California studies in the history of science volume 13) University of California Press, Berkeley, California, page 1, ISBN 0-520-08906-5
  3. Roqué, Xavier «Meitner, Lise (1878—1968), physicist» Oxford Dictionary of National Biography Oxford University Press, Oxford, England, проверено 17 марта 2011
  4. Hahn-Meitner-Institut für Kernforschung [1] 2015 йыл 10 октябрь архивланған., открыт в 1959 в Западном Берлине.
  5. Физики продолжают шутить, Издательство Мир, Москва, 1968, с. 116
  6. Commission on Nomenclature of Inorganic Chemistry Names and symbols of transfermium elements (IUPAC Recommendations 1997) // Pure and Applied Chemistry. — 1997. — Т. 69. — № 12. — С. 2471-2473.
  • Фридрих Гернек «Пионеры атомного века» М.: Прогресс, 1974. — 372 с текст 2016 йыл 30 май архивланған.
  • Ферми Л. Атомы у нас дома. М., 1959
  • Храмов Ю. А. Мейтнер (Майтнер) Лизе (Meitner Lise) // Физики : Биографический справочник / Под ред. А. И. Ахиезера. — Изд. 2-е, испр. и доп. — М. : Наука, 1983. — С. 183. — 400 с. — 200 000 экз.