Лондондерри Энни

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Лондондерри Энни
рус. Annie Cohen Kopchovsky
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the United States (1912-1959).svg Америка Ҡушма Штаттары
Тыуған көнө 1870[1][2]
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Рига
Вафат булған көнө 11 ноябрь 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})
Вафат булған урыны Америка Ҡушма Штаттары, Нью-Йорк, Нью-Йорк
Һөнәр төрө велогонщик, журналист, авантюрист, владелец магазина
Эшмәкәрлек төрө спорт
Исем Annie Londonderry
Спорт төрө велосипедный спорт[d]
Рәсми сайт annielondonderry.com
Commons-logo.svg Лондондерри Энни Викимилектә

Энни Лондондерри (ингл. Annie Londonderry; 1870—1947) — америка сәйәхәтсеһе, журналист һәм авантюрист. Беренсе ҡатын-ҡыҙ, был Донъяны велосипедта арҡырыға-буйға гиҙеп сыҡҡан беренсе ҡатын-ҡыҙ. Үҙен «яңы ҡатын-ҡыҙ» образын асыуысы тип һанаған.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йәшлек йылдары һәм никахы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Энни Латвияла тыуған, уның ысын исеме Анна Коэн. 1875 йылда ул ғаиләһе менән Бостонға күсеп килә, ул, биш йәшлек бала, америка гражданлығын ала. 1887 йылда Энниның ата-әсәһе вафат була. Уның өлкән апаһы Сара кейәүҙә була һәм башҡа штатта йәшәгәнлектән, 0 йәшлек ҡустыһы һәм 8 (9) йәшлек һеңлеһе тураһында хәстәрлекте үҙ өҫтөнә 17 йәшлек Энни һәм уның 20 йәшлек ағаһы Беннет ала.

1888 йылда Энни ваҡлап һатыусы Саймон Копчовскиға кейәүгә сыға һәм ике фамилия — Коэн Копчовски фамилияһына эйә була. Артабан дүрт йыл эсендә уның өс балаһы тыуа. Саймон, ортодоксаль йәһүд, синагогаға йөрөп тораны өйрәнгән арала, Энни бер нисә Бостон гәзитендә реклама һатыу менән шөғөлләнгән.

Донъя тирәләй сәйәхәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бәхәс (пари)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1894 йылда Пол Джонс псевдонимын алған элекке гарвард студенты, велосипедта донъя тирәләй сәйәхәткә сығам, тип бәхәс ҡорам, шуға күнекмә яһайым, тигән хәбәр тарата. Уның һүҙҙәре буйынса, уның бәхәс ставкаһы 5 000 доллар була. Әммә ике аҙна уҙғандан һуң, бер ниндәй ҙә бәхәс булмауы һәм бының ялған яңылыҡ булыуы билдәле була. Әммә, был ике бай бостон ир-аты араһында бәхәс тыуҙыра. 10 000 долларға ҡаршы 20 000 доллар ҡуйыла һәм, бер ҡатын-ҡыҙ ҙа 15 ай эсендә велосипедта донъяны урап сыға алмай, тип бәхәсләшә улар. Моғайын, пари тотоусының береһе табип Альберт Ридер, ә икенсеһе, башҡа әйберҙәр менән бергә, велосипедтар ҙә етештереүсе фабрика хужаһы полковник Альберт Поуп була. Ул ваҡытта (1890-сы йылдар) кеүек велосипед транспорт булараҡ, шул иҫәптән, ирекле йөрөү мөмкинлеген тәьмин иткәнлектән, ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла ҙур популярлыҡ менән файҙаланған. Велосипедтың киң таралыуы моданы үҙгәртә: ҡатын-ҡыҙ ауыр материалдарҙан һәм оҙон итәктәрҙән еңел уҡымаларғак әм мсрлбарҙарға күсә. Влосипедта эйөрөгән ҡатын-ҡыҙ эмансипация[3]символы була. Бынан тыш, бер нисә йыл элегерәк велосипедта донъя урап сығыусы кеше ир-ат, Томас Стивенс, була.[4].

Энни Копчовскиҙың был бәхәстә ҡатнашырға мөмкинселектәре әҙ була: ул бер тапҡыр ҙа велосипедта йөрөмәгән, тәбәнәк буйлы һәм ябыҡ була, өҫтәүенә, иренең йәһүд фамилияһын йөрөтә, ҡалала антисемит кәйефтәр ҡыҙа барған осор. Шуға ҡушып, ул ир ҡатыны һәм өс бәләкәй (5, 3 һәм 2 йәшлек) бала тәрбиәләй. Әммә уның ғаиләһе аҡсаға мохтаж була. Энни бағыусы— Londonderry Lithia компанияһын— таба, велосипедында рекламалары урынлаштырылғаны һәм сәйәхәт дауамында Энни «Энни Лондондерри» тип таныласағы өсөн, 100 доллар түләргә килешелә. Энни 42-фунт ауырлығындағы ҡатын-ҡыҙ велосипеды һатып ала (шул уҡ ваҡытта ул үҙе яҡынса 100 фунт тартҡан) һәм ер шары тирәләй сәйәхәткә юллана.

Сәйәхәт башы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1894 йылдың 27 июнендә иртәнге сәғәт 11 тирәһендә 24 йәшлек Энни Массачусетс штатындағы Капитолийҙан үҙенең сәйәхәтен башлай. Ҡатын оҙон итәктә, корсет һәм юғары яғалы блузкала юлға сыға. Энни алмаш кейем һәм револьвер ала. Юлында тәғәйенләнгән тәүге нөктәгә, Чикагоға, маршрутты туристик белешмәләрҙә күрһәтелгән: юл алыҫлығы, шарттары һәм велосипедсыларға ташламалар яһаған ҡунаҡханалар тураһындағы мәғлүмәттән сығып төҙөй. Яҡшы һауа шарттары арҡаһында Лондондерри көнөнә еңеп 8 милдән 10 милгә тиклем ара үтә.

24 сентябрҙә Чикагоға килеп етеүенә Энни яҡынса 20 фунтҡа ябыға һәм сәфәрен дауам итеү теләге лә кәмей бара. Көҙ яҡынлаша, ә уға тәүге ҡарға тиклем Сан-Франциско тауҙарын артылырға кәрәк һәм бының булыуы мөмкин түгел. Энни инде Бостонға ҡайтырға йыйына башлағанда, Sterling Bicycle Co. велосипед компанияһы уны сәйәхәте бағыусыһы булырға теләүен тәҡдим итә. Компания Энниға рамаһына «The Sterling» тип яҙылған ир-ат велосипедын бүләк итә. Был моделдең бер тапшырыу була һәм тормозы булмай, уның ҡарауы, Энниның алдағы велосипедынан 20 фунтҡа еңелерәк була. Шулай уҡ Лондондерри башта итәк урынына салбар кейә, һәм артабан бөтөнләй һыбайлы ир-ат кейеменә күсә.

Европа һәм Азия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кейемен һәм велосипедын уңайлыға алмаштырып, Энни, хатта 15 сәфәр айының 11 айы ҡалғанын аңлаһа ла, уйлағанын тормошҡа ашырыу теләге менән яна. Ул Нью-Йоркка килә һәм Францияға йөҙөүсе лайнерға ултыра. 3 декабрҙә ул ҡоро ергә аяҡ баҫа һәм уны шундуҡ төрлө хәстәрлек баҫа. Уның велосипедын һәм аҡсаһын таможняла тартып алалар, ә француз гәзиттәре уның тышҡы ҡиәфәте мыҫҡыл иткән мәҡәләләр баҫтыра. Ул бюрократик кәртәләрҙе үтеүгә өлгәшә, әйберҙәрен кире ҡайтарып ала һәм сәфәрен дауам итә. Тотҡарлыҡтарға һәм насар һауа торошона үс иткәндәй, ике аҙнанан Лондондерри Марселгә килеп етә. Уның бер аяғы бинт менән бәйләнгән һәм, юлда алған йәрәхәттәре арҡаһында, велосипед руленә таянып тора.

Энни Марселдән пароходта китә. Уға сәйәхәтен тамамларға тағы ла 8 ай ҡала. Пари ул үтәсәк минималь дистанцияны билдәләмәгәнлектән, төрлө илдәр буйлап берәр көн йөрөп, Энни диңгеҙ буйлап сәйәхәт итә.

АҠШ-ҡа әйләнеп ҡайтыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1895 йылдың 9 мартында Энни, Япония ярҙарынан йөҙөп китеп, 23 мартта Сан-Францискоға етә. Эль-Пасола Энни һәм тағы ла бер нисә велосипедсы һәләкәткә эләгә һәм саҡ үлмәй ҡала, ә Айовала Энни ҡул суғын һындыра һәм сәфәрҙең ҡалған өлөшөн гипста башҡара.

1895 йылдың 12 сентябрендә, 15 ай үткәндән һуң, Лондондерри, Айовала осратҡан ике велосипедсы компанияһында, Чикагоға килә. Шулай итеп, Энни париҙа еңеүсе булып сыға һәм еңелеүсенән 10 000 доллар ставкаһын алыуға өлгәшә. New York World журналы уға бағышланған мәҡәләһен «Ҡасан да булһа ҡатын-ҡыҙ башҡарған иң ғәжәйеп сәйәхәт» атамаһы менән баҫтыра.

Образ булдырыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Энни талантлы эшҡыуар һәм хикәйә һөйләүсе була. Уның сәйәхәте, киң мәғлүмәт саралары иғтибарын йәлеп итеп, шуға ярашлы, уның велосипедында үҙҙәренең рекламаһын ҡуйырға теләүсе бағыусылар таба алыуы арҡаһында ғына мөмкин була. Ә сәйәхәт ваҡытында, йыш ҡына ҡайһы бер деталдәрҙе уйлап сығарып өҫтәп, кәрәкле образ тыуҙырып, үҙенең мажаралары тураһында лекциялар һөйләй. Был тарихтар, уның популярлығын арттырып, киң мәғлүмәт сараларының иғтибарын тағы ла күберәк йәлеп итә. Мәҫәлән, Францияла Энни үҙен, бай мираҫ алған етем, Гарвард университеты сығарылыш уҡыусыһы, уйлап сығарыусы, АҠШ сенаторы туғанының ҡыҙы тип таныштыра. Ә АҠШ-та Лондондерри немец король ғаиләһе менән бергә юлбарыҫ Һиндостанда, юлбарыҫтарға һунар иткәнен, ә Японияла пулянан яраланған килеш төрмәгә эләккәнен һөйләй. Шулай итеп, Энни үҙенән уңышлы һатылған бренд булдыра.

Энни фотолар шулай уҡ үҙенең фотографияларын, автографтарын һәм сувенирҙарын һата. Сәйәхәттәән ҡайтҡандан һуң, Энни үҙенең мажаралары тураһында мәҡәлә яҙыу тәҡдимен ҡабул итә, артабан, журналист карьераһын дауам итер өсөн, Нью-Йоркка күсә. Уның тәүге мәҡәләһендә: «Мин журналист һәм, әгәр был термин мин дә ир-ат башҡара торғанды эшләй алам тигән ышанысымды һеҙгә еткерә алһа, „яңы ҡатын-ҡыҙ“».

Фильм[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2013 йылда режиссёр Джиллиан Уильямс Энни Лондондерри тураһында 27 минутлыҡ «The New Woman: Annie „Londonderry“ Kopchovsky» тип аталған документаль фильм төшөрә[5].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Томас Стивенс
  • Фрэнк Ленц (англ)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Enciclopedia delle donne
  2. MAK
  3. Annie Kopchovsky Londonderry (1870? – 1947) Rode A Bicycle Around the World  (инг.), FORGOTTEN NEWSMAKERS (9 March 2010). 25 март 2018 тикшерелгән.
  4. Geof Koss The Fairless Traveler: Around the World with Thomas Stevens (инг.) // Adventure Cyclist. — 2010. — С. 12—18. Архивировано из первоисточника 22 август 2017.
  5. Announcing the DCIFF 2013 selection of Feature Films and Documentaries!  (инг.), DCIFF (3 January 2013). 1 июль 2018 тикшерелгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]