Эстәлеккә күсергә

Луиза Маунтбеттен

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Луиза Маунтбеттен
Герб
Рәсем
Ҡултамға
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Бөйөк Британия
 Швеция
Тыуған ваҡыттағы исеме ингл. Princess Louise Alexandra Marie Irene of Battenberg
Титул королева-консорт[d], крон-принцесса[d], герцогиня[d], леди[d], шаһбикә[d] һәм Queen Consort of Sweden[d]
Псевдоним Countess of Gripsholm һәм Mrs Olsson
Тыуған көнө 13 июль 1889({{padleft:1889|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})[1][2][3][…]
Тыуған урыны Дармштадт[d], Германский рейх[d][4]
Вафат булған көнө 7 март 1965({{padleft:1965|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[1][2][3][…] (75 йәш)
Вафат булған урыны Стокгольм, Швеция[1]
Ерләнгән урыны Кунглига бегравнингсплатсен[d][4]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Людвиг Александр Баттенберг[d][5][1]
Әсәһе Виктория Гессен-Дармштадтская[d][5][1]
Бер туғандары Алиса Баттенберг[d][5], Джордж Маунтбеттен[d][5] һәм Луис Маунтбеттен[d][5]
Хәләл ефете Густав VI Адольф[d][5][1]
Балалары мертворождённая дочь Бернадотт[d][6]
Нәҫеле Маунтбеттены[d]
Һөнәр төрө консорт, аристократ, медсестра, социальный работник, филантроп
Биләгән вазифаһы Queen Consort of Sweden[d] һәм крон-принцесса[d]
Префикс титула Величество[d], Королевское высочество[d] һәм светлость[d]
Социаль синыф член королевской семьи[d], Дворянлыҡ һәм член королевской семьи[d]
Ойошма ағзаһы Король тел ғилеме, тарихы һәм антиквариаты академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Серафимов Большой крест ордена «За заслуги перед Федеративной Республикой Германия» Большая звезда почётного знака «За заслуги перед Австрийской Республикой» Королевский Красный крест Большой крест ордена Белой розы Финляндии с цепью Британская военная медаль медаль Победы медаль Французской признательности Памятная медаль Зимней войны Cross of Merit of the Red Cross of Finland
Вики-проект Project Svenskt kvinnobiografiskt lexikon[d]
 Луиза Маунтбеттен Викимилектә

Луиза Маунтбеттен (швед. Louise Mountbatten), тыуғанда Луиза Александра Мария Ирена Баттенберг (нем. Louise Alexandra Marie Irene von Battenberg, 13 июль 1889 йыл, Хейлигенберг, Гессендың Бөйөк герцоглығы, Германия — 7 март 1965 йыл, Стокгольм, Швеция) — принц Людвиг Александр Баттенбергтың һәм Виктория Гессен- Дармштадтскаяның ҡыҙы, император ҡатын Александра Федоровнаның ҡыҙ туғаны, никахта — Швеция королеваһы (1950—1965), король Густав VI Адольфтың икенсе ҡатыны.

Уның Ғали йәнәптәре принцесса Луиза Александра Мария Ирена Баттенберг 1889 йылдың 13 июлендә Хейлигенберг һарайында (Гессен бөйөк герцоглығы) тыуа. Луизаның атаһы немец принцы Людвиг Александр Баттенберг (Гессен йортоноң морганатик тармаҡ вәкиле), әсәһе — гессен принцессаһы Виктория, рус император ҡатыны Александра Федоровнаның һеңлеһе. Уның атаһы флоттың британия адмиралы. 1917 йылда бөтә немец титулдарынан баш тартып, Маунтбеттен фамилияһын ала (инглиз вариантында был фамилия Баттенберг). Ошо ваҡыттан алып Луиза леди Луиза Маунбеттен һымаҡ билдәле була. Киләһе йылда атаһы маркиз Милфорд-Хейвен титулын һәм Берләшкән короллектең пэр исемен ала. Луизаның өлкән апаһы Алиса, инглиз королеваһы Елизаветаның II ире принц Филипптың әсәһе була.

Бала сағында принцессаның ғаиләһе даими сәйәхәт итә, сөнки уның атаһы адмирал булып хеҙмәт итә, ләкин Луиза үҙен британлы тип һанаһа ла, Гессенды һәр ваҡыт тыуған йорт тип иҫәпләй. Йыш ҡына әсәһе менән оләсәһенә, Уайт утрауына, королева Викторияға бара. Ғүмеренең аҙағына тиклем үҙенең ағаһы Джордж менән хатлашып тора. Луиза һәм уның апаһы гувернанткалар тарафынан тәрбиәләнә. Бер аҙыраҡ Дармштадттағы Texter мәктәбендә уҡып ала.

1914 йылда әсәһе менән бергә Рәсәйҙәге туғандары янына сәфәр ҡылалар. Сәйәхәт ваҡытында Волга буйлап император кәмәһендә йөҙөп баралар. Ләкин сәфәр, Беренсе донъя һуғышы башланыу менән, өҙөлә. Луизаның атаһы кисекмәҫтән Бөйөк Британияға ҡайтырға тип телеграмма ебәрә. Башта улар Эстонияға, аҙаҡ нейтраль ил Швецияға юнәләләр һәм унан ниһайәт карапта Бөйөк Британияға барып етәләр.

Беренсе донъя һуғышы ваҡытында Луиза Ҡыҙыл тәрегә инә һәм шәфҡәт туташы булып эшләй. Һуғыш ваҡытындағы хеҙмәте өсөн ул Британияның Ҡыҙыл тәре миҙалы менән бүләкләнә. Һуғыштан һуң ул Лондоңдың етем балалар өсөн социаль эшендә ҡатнаша.

1909 йылда ул Португалия короле Мануэльдан I I кейәүгә сығыу тураһында тәҡдим ала. Король Эдуард VII был партияны хуплай. Әммә Луиза баш тарта, сөнки ул кейәүгә мөхәббәт буйынса ғына сығырға теләй. 1913 йылда Мануэль Августа Виктория Гогенцоллернға өйләнә. Егерме йәшендә Луиза грек принцы Христофор менән йәрәшә, әммә финанс проблемалары арҡаһында никахлашыу булмай. Ун йылдан һуң,эмиграцияла йәшәп, ул бай тол ҡатын Нэнси Стюарт Уортингтон Лидсҡа өйләнә, ә ул үлгәс 1929 йылда —принцесса Франсуаза Орлеанскаяға.

Луиза һәм принц Густавтың туйы.

Уңышһыҙ ынтылыштарҙан һуң, ниһайәт, ул-кейәүгә сыға. Уның буласаҡ ире швед принцы Густав Адольф (һуңынан король Густав VI Адольф), тол була. Уның беренсе ҡатыны Маргарита Коннаутская, биш бала табып өлгөрөп, 1920 йылда ҡаны зарарланыуҙан вафат була. Густав һәм Луиза балаларҙы бик ярата, әммә ир менән ҡатындың берҙән-бер балаһы 1925 йылдың 30 майында үле тыуа.

Швед кронпринцессаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ир менән ҡатын араһындағы никах мөхәббәт буйынса була, шуға күрә уны бик бәхетле тип һанайҙар. Луиза королева Виктория Баденскаяға бик оҡшай, тик улар һирәк күрешәләр, сөнки королева күп ваҡытын Италияла үткәрә.1930 йылда королева. үлгәс, Швецияла Луиза беренсе леди булып китә. Яңы сифатында ул бик күп йәмғиәт бурыстарын үтәүгә тотона, хәйриә һәм йәмғиәт ойошмаларының ҡурғаусыһы була.

19261927 йылда ир менән ҡатын швед мәнфәғәте файҙаһына ер шары тирәләй сәйәхәт ҡыла. Был турне бик уңышлы була. Бигерәк тә Америкала, улар Нью-Йорктан алып Сан-Францискоға тиклем гиҙәләр. Америкала уларға ҡарата ҡыҙыҡһыныу ҙур була. Солт-Лейк-Ситилағы интервьюһында Луиза былай тип белдерә: Мин заттарҙың бер тигеҙ булыуына ышанам. Ҡатын-ҡыҙ уңышлы бизнесмен йәки сәйәсмән була ала. Ҡатын-ҡыҙҙар интеллектуаль яҡтан тулыһынса ирҙәр менән тиң, улар ҙа белем ала һәм бизнес йәки сәйәси өлкәлә хөрмәткә һәм һоҡланыуға лайыҡлы.

19341935 йылдарҙа ул тағы бер тапҡыр ире менән сәйәхәт ҡыла, был юлы Грецияға һәм яҡын Көнсығыш илдәренә бара. 1936 йылда Луиза үҙенең ике туған ағаһы, король Георг V ерләшеүҙә ҡатнаша.

Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында кронпринцесса Ҡыҙыл тәрегә әүҙем ярҙам итә. Луиза Ҡышҡы яҡтылыҡ акцияһы барышында электр лампалары һәм май шәмдәр йыя. Бөтә швед ҡатын-ҡыҙҙары кеүек, ул һалдаттар өсөн ойоҡбаштар, шапкалар һәм башҡа трикотаж әйберҙәр бәйләй. 1939—1940 йылдарында совет-фин һуғышында ул финн балаларына ярҙам күрһәтә, уларҙы балалар йортона урынлаштыра.

Швеция королеваһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Луизаның ҡәбере.

1950 йылда, ире тәхеттә атаһын алмаштырғандан һуң, Луиза Швеция королеваһы булып китә. Ул швед короле ғаиләһенең саманан тыш ҡәтғи протоколын редакторларға ҡарар итә. 1954 йылда яңы протокол сыға, ул король һарайы янындағы йолаларҙы яңырта. Королева булараҡ, Стокгольмдағы король һарайын яңынан тергеҙә.

Луиза изге һәм уҫал йөрәкле, юмор хисле, оло патриот һәм үҙ илен һаҡлаусы, тәбиғәт һөйөүсе королева тип тасуирлана.

1963 йылда ул рәсми визит буйынса ирен Францияға оҙата бара. Королева президент де Голльға ҙур тәьҫир яһай. Бер кистә ул уға былай тип әйтә: 1914 йылда окопта һөйләшкәндәр һымаҡ минең насар француз телем өсөн ғәфү итегеҙ.

Королева Луиза 1965 йыл 7 мартында. Стокгольмда оҙайлы ауырыуҙан һәм операциянан һуң үлеп ҡала. Уның һуңғы тапҡыр халыҡ алдында сығышы 1964 йылда Нобель премияһын тапшырғанда була. Ул Стокгольмдың төньяғында, король зыяратында ерләнә.

  • Уның Ғали йәнәптәре Принцесса Баттенберг (1889—1917)
  • Мисс Луиза Маунтбеттен (1917)
  • Леди Луиза Маунтбеттен (1917—1923)
  • Уның Король Ғали йәнәптәре Швед Крон-принцессаһы (1923—1950)
  • Уның Ғали Йәнәптәре Швеция Королеваһы

Принцесса Луиза Баттенбергтың нәҫел-нәсебе

 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
16. Людвиг I Гессенский
 
 
 
 
 
 
 
8. Людвиг II (великий герцог Гессенский)
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
17. Луиза Гессен-Дармштадтская
 
 
 
 
 
 
 
4. принц Александр Гессен-Дармштадтский
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
18. Карл Людвиг Баденский
 
 
 
 
 
 
 
9. Вильгельмина Баденская
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
19. Амалия Гессен-Дармштадтская
 
 
 
 
 
 
 
2. принц Людвиг Александр Баттенберг
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
20. Фредерик Карл Гауке
 
 
 
 
 
 
 
10. Гауке, Мауриций
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
21. Соломея Швепенгаузер.
 
 
 
 
 
 
 
5. принцесса Баттенберг Юлия фон Хауке
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
22. Франц Антон Лафонтен
 
 
 
 
 
 
 
11. София Лафонтен
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
23. Мария Терезия Корнели
 
 
 
 
 
 
 
1. Луиза Баттенберг
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
24. Людвиг II (великий герцог Гессенский) (=8)
 
 
 
 
 
 
 
12. принц Карл Гессенский
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
25. Вильгельмина Баденская (=9)
 
 
 
 
 
 
 
6. Людвиг IV (великий герцог Гессенский)
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
26. Вильгельм Прусский (1783—1851)
 
 
 
 
 
 
 
13. принцесса Елизавета Прусская
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
27. Мария Анна Амалия Гессен-Гомбургская
 
 
 
 
 
 
 
3. принцесса Виктория Гессен-Дармштадтская
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
28. Эрнст I (герцог Саксен-Кобург-Готский)
 
 
 
 
 
 
 
14. принц-консорт Альберт Саксен-Кобург-Готский
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
29. Луиза Саксен-Гота-Альтенбургская (1800—1831)
 
 
 
 
 
 
 
7. принцесса Великобритании Алиса (великая герцогиня Гессенская)
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
30. Эдуард Август, герцог Кентский
 
 
 
 
 
 
 
15. королева Виктория (королева Великобритании)
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
31. Виктория Саксен-Кобург-Заальфельдская
 
 
 
 
 
 

|}

  • Fjellman, Margit: Drottning Louise — En biografi (Queen Louise — A Biography), Bonniers, 1965; 232 pages (Sweden)
  • Fjellman, Margit: Louise Mountbatten, Queen of Sweden, London, Allen Unwin, 1968; ISBN 978-0-04-923044-6
  • Fridh, Kjell: Gamle kungen Gustaf VI Adolf. En biografi (Old King Gustaf VI Adolf. A Biography). Wahlström & Widstrand (W&W), Stockholm, 1995; 368 pages (Sweden)
  • Severin, Kid: Vår Drottning (Our Queen), Åhlén & Åkerlunds Förlags AB Stockholm, 1963; 64 pages (Sweden)
  • Ulfsäter-Troell, Agnetha: Drottningar är också människor: Sex kvinnoöden på Stockholms slott, Förlaget Ulfsäter, 1996, 479 pages (kap. Drottning Louise / Chapt. Queen Louise). Also TV-programme: Drottning av Sverige (Queen of Sweden), history programme about the six Bernadotte queens consort, from Queen Desirée to Queen Louise (adapted from the book), produced by Agneta Ulfsäter-Troell and Marianne Söderberg for Swedish Television SVT, 1996-97 (Sweden)
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Louise (швед.) — 1917.
  2. 2,0 2,1 Louise Mountbatten // SNAC (ингл.) — 2010.
  3. 3,0 3,1 Louise // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  4. 4,0 4,1 Louise, drottning (Louise Mountbatten) 1889-07-13 — 1965-03-07 Drottning av Sverige, filantrop // (unspecified title)
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 Kindred Britain
  6. Lundy D. R. Louise Alexandra Marie Irene Mountbatten, Princess of Battenberg // The Peerage (ингл.)