Эстәлеккә күсергә

Лукачёв Виктор Павлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лукачёв Виктор Павлович
Ҡултамға
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 4 апрель 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Тыуған урыны Торецк[d], Украина
Вафат булған көнө 29 апрель 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (68 йәш)
Вафат булған урыны Һамар, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Рубежный зыяраты[d]
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө теплотехника[d]
Эш урыны Һамар дәүләт аэрокосмос университеты
Уҡыу йорто Һамар дәүләт аэрокосмос университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Октябрь Революцияһы ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы «Хеҙмәт ветераны» миҙалы РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы
 Лукачёв Виктор Павлович Викимилектә

Лукачев Виктор Павлович (4 апрель 1920 йыл, Щербиновка — 29 апрель 1988 йыл, Куйбышев) — осоу аппараттары двигателдәрендә ҡатнашма хасил булыу һәм яныу процестарын өйрәнеү өлкәһендә ҙур ғалим, техник фәндәр докторы (1972), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1987), Куйбышев авиация институты ректоры[1], РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1978).

Виктор Павлович Лукачёв 1920 йылдың 4 апрелендә Щербиновкала[2] шахтер ғаиләһендә тыуа була. Һуңынан ғаилә Горловкаға күсеп йәшәй.

1938 йылда Граждандар һауа флотының Ленинград институтына уҡырға инә[3]. Бер үк ваҡытта аэроклубта уҡый.

1941 йылдың июлендә, уҡыуын тамамламайынса, үҙ теләге менән фронтҡа китә. Ленинград һәм Волхов фронтының истребителдәр авиацияһы полкында механик булып хеҙмәт итә. 1942 йылда ауыр контузия ала, комиссиянан үтмәй һәм дауаланыуға Куйбышевҡа ебәрелә[4]. Шул йылда уҡ Куйбышев авиация институтына уҡырға инә. 1946 йылда институтты тамамлағандан һуң, унда эшкә ҡала. Институттың инженеры, лаборатория мөдире, ассистент, өлкән уҡытыусыһы булып эшләй, 1956 йылда, 36 йәшендә Куйбышеа авиация институтының ректоры була[5].

  • 1972 йылда В. П. Лукачев докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
  • 1978 йылда атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.

200 ғилми хеҙмәт, 6 патент, 33 авторлыҡ таныҡлығы авторы һәм авторҙашы. 1958 йылда йылылыҡ техникаһы һәм йылылыҡ двигателдәре кафедраһы менән етәкселек итә, ә 1969 йылда — двигателдәр теорияһы кафедраһы мөдире, микроэнергетиканың тармаҡ ғилми-тикшеренеү лабораторияһы етәксеһе була.

1987 йылда СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән фәнни, уҡытыу-тәрбиә һәм ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлегендә, шулай уҡ ғилми кадрҙар әҙерләүҙә ҙур ҡаҙаныштары өсөн Лукачев Виктор Павлович Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙал менән бүләкләнә.

1988 йылдың 29 апрелендә оҙайлы ауырыуҙан һуң вафат була. Һамарҙа Рубёжный зыяратында ерләнә.

  • В.П.Лукачев исемен Һамар урамдарының береһе йөрөтә
  • Шулай уҡ уның исеме менән теплоходтың береһе атала, хәҙер ул «Бөйөк Екатерина» тип үҙгәртелгән
  • Һамар дәүләт университетының 5-се корпусына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, унда былай тип яҙылған:

«Бында ҙур ғалим, фән һәм мәғарифты ойоштороусы, Социалистик Хеҙмәт Геройы, 1956 йылдан 1988 йылға тиклем юғары уҡыу йорто ректоры, Һамар дәүләт аэрокосмос университетының барлыҡҡа килеүенә һәм үҫешенә ҙур өлөш индергән Лукачёв Виктор Павлович уҡыған һәм эшләгән»

  1. ныне Самарский государственный аэрокосмический университет им. академика С. П. Королёва
  2. ныне город Торецк, Донецкая область
  3. ныне Петербургский государственный университет путей сообщения
  4. ныне Самара
  5. Лукачёв Виктор Павлович.xn----7sbbaazuatxpyidedi7gqh.xn--p1ai.Дата обращения: 1 ноября 2020.
  6. Лукачёв Виктор Павлович - Самарский университет. Дата обращения: 1 ноябрь 2020.
  • Ректор Лукачёв Виктор Павлович: сб. очерков, воспоминаний / ред.-сост. Ю. Л. Тарасов. — Самара: Изд-во Самар, гос. аэрокосм, ун-та, 2010. — 240 с.