Ляшко Вениамин Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ляшко Вениамин Иванович
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Принадлежность СССР
Тыуған көнө 10 август 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй, Хәйбулла районы, Маҡан
Вафат булыу көнө 18 июль 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (54 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Киев
Ерләнгән урыны Лукьяновское военное кладбище[d]
Һөнәр төрө Военный
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены "СССР-ҙың Ҡораллы Көстәре ветераны" миҙалы медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» медаль «За боевые заслуги» орден «За службу Родине в Вооружённых Силах СССР» III степени В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы юбилейная медаль «Двадцать лет Победы в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» юбилейная медаль «Тридцать лет Победы в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» юбилейная медаль «30 лет Советской Армии и Флота» юбилейная медаль «40 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «50 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР» медаль «За безупречную службу»
Уҡыу йорто Военная академия имени М. В. Фрунзе[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы[d]
Ҡатнашыусы XXVI съезд КПСС[d]
Хәрби звание генерал-лейтенант[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө Ғәскәр

Ляшко Вениамин Иванович (10 август 1925, — 18 июль 1980) — совет хәрби эшмәкәре, генерал-лейтенант, 19721980 йылдарҙа Киев юғары дөйөм ғәскәри команда училищеһы начальнигы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ляшко Вениамин Иванович 1925 йылдың 10 авгусында Маҡан ауылында (Башҡортостандың Хәйбулла районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Украин. 1943 йылдың ғинуар айынан Ҡыҙыл Армияла. Армияға хеҙмәткә Иркутск өлкәһенең Черемховский районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[1]. Бөйөк Ватан һуғышында 1-се Балтик Буйы һәм Ленинград фронттары ғәскәрҙәре составында, миномет ротаһының миномет взводы командиры вазифаһында ҡатнаша. 1944 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

Һуғыш бөткәндән һуң һәм М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академияла уҡыуҙы тамамлағас, полк һәм П. И. Чапаев исемендәге гвардия мотоуҡсылар дивизияһы командиры булып хеҙмәт итә. 1972 - 1980 йылдарҙа — Н. В. Фрунзе исемендәге ике тапҡыр Ҡыҙыл Байраҡлы Киев юғары дөйөм ғәскәри команда училищеһы начальнигы. Ижтимағи-сәйәси тормошта әүҙем ҡатнаша. КПСС-тың XXIV съезына, Украина коммунистар партияһының XXV съезына делегат итеп һайлана, партияның Киев ҡала комитеты ағзаһы була, күп тапҡыр халыҡ депутаттарының урындағы советтарына депутат итеп һайлана[асыҡлыҡ].

1980 йылдың 18 июлендә ауырыуҙан вафат була. Киев ҡалаһында Лукьяновский хәрби зыяратында ерләнгән.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ҡыҙыл Байраҡ ордены,
  • II һәм I дәрәжә Ватан һуғышы ордены,
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены,
  • III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн» ордены,
  • миҙалдар
  • Украина ССР-ы Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]