Эстәлеккә күсергә

Мадагаскар (утрау)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мадагаскар
Рәсем
Донъя ҡитғаһы Африка
Дәүләт  Мадагаскар
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Һинд океаны
Иң юғары нөктә Марумукутру[d]
Халыҡ һаны 26 000 000 кеше
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 2876 метр
Шул уҡ территорияны биләй Мадагаскар
Майҙан 587 713 км²
Урынлашыу картаһы
Карта
 Мадагаскар Викимилектә

Мадагаскар (франц. Madagascar, малаг. Madagasikara; ерле атама: Nosin Dambo — ҡабандар утрауы) — ҙурлығы буйынса Ерҙә дүртенсе утрау.

Һинд океанында урынлашҡан, Африканың көнсығыш ярынан Мозамбик боғаҙы менән айырылған[1].

Утрауҙың оҙонлоғо яҡынса 1600 км, киңлеге 570 км[2], майҙаны 587 000 км². Утрау Мадагаскар дәүләтенең төп өлөшө булып тора, (баш ҡалаһы — Антананариву).

Утрауҙағы йылғалар: Бетсибока, Манчака һ.б.

Утрауҙың иң бейек нөктәһе һүнгән вулкан Марумукутру (2876 м), ул тау массивында урынлашҡан Царатанана[nl], ул утрауҙың төньяҡ өлөшөндә. Тауҙар минералдарға һәм металдарға бай: алтын, баҡыр, тимер; киң яр буйы тигеҙлектәре һаҙлы, йыш ҡына бик уңдырышлы.

Мадагаскар Африканан алыҫ булмаһа ла, уның фаунаһы һәм флораһы уникаль: утрауға ер йөҙөндәге хайуандар һәм үҫемлектәр төрҙәренең 5 % — ы тура килә, шуларҙың 80 % Мадагаскарҙан башҡа ерҙә үҫмәй һәм йәшәмәй. Уларҙың иң күренеклеһе — лемурҙар.

Иң ҙур Мадагаскар күле — Алаутра (майҙаны 200 км² тирәһе). Башҡа күлдәре — Итаси, Ихутри.

Тропик климатлы, утрауҙың көньяғын йыш ҡына субтропик климатлы тип иҫәпләйҙәр.

Утрауҙың төньяҡ нөктәһе — Бубаумби мороно (Амбр, 11° ю. ш. 49° в. д.HGЯO), көньяҡ нөктәһе — Вухимена мороно (Сент-Мари, 25° ю. ш. 45° в. д.HGЯO), көнбайыш нөктәһе Мананунука мороно (22° ю. ш. 43° в. д.HGЯO) һәм көнсығыш нөктәһе -Ангунци мороно (Көнсығыш, 15° ю. ш. 50° в. д.HGЯO).

  1. Водовозов В. В. Мадагаскар // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. Presentation of Madagascar (ингл.). EDBM - Economic Development Board of Madagascar (14 сентябрь 2017). Дата обращения: 6 август 2020. Архивировано 24 ғинуар 2021 года.


Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.