Абдуллин Мазһар Ғиләжетдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мазгар Абдуллин битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Мазһар Абдуллин
Мазгар Абдуллин.jpg
Исеме:

Абдуллин Мазһар Ғиләжетдин улы

Тыуған көнө:

29 декабрь 1912({{padleft:1912|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) 1-се Иҙелбай ауылы

Вафат булған көнө:

25 август 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (29 йәш)

Вафат булған урыны:

Калинин өлкәһе Зубцев районы Воригино ауылы

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһыСовет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Дебют:

«Тормош» (1933)

Абдуллин Мазһар Ғиләжетдин улы (29 декабрь 1912 йыл25 август 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған башҡорт совет яҙыусыһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мазһар Ғиләжетдин улы Абдуллин 1912 йылдың 29 декабрендә Өфө губернаһы Златоуст өйәҙенең[1] 1-се Иҙелбай ауылында ярлы крәҫтиән ғәиләһендә тыуған.

Ауылда башланғыс белем алғандан һуң, 1924—1930 йылдарҙа Өфөлә Ленин мәктәбендә (хәҙер Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡый, унан һуң Мәскәүҙә Журналистарҙың коммунистик институтын тамамлай.

1935—1937 йылдарҙа Ҡыҙыл Армияла хәрби хеҙмәттә була. Ҡайтҡас, Башҡортостан китап нәшриәтендә — мөхәррир, «Ҡыҙыл Башҡортостан» газетаһы редакцияһында мәҙәниәт һәм әҙәбиәт бүлеге мөдире булып эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән, Мазһар Абдуллин яңынан хәрби хеҙмәткә алына. Танкистар мәктәбен тамамлағас, Мәскәү өсөн барған ҡаты бәрелештәрҙә ҡатнаша. Ул 1942 йылдың 25 авгусында Калинин өлкәһе Зубцев районы Воригино ауылы янында батырҙарса һәләк була.

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мазһар Абдуллин ХХ быуаттың 30-сы йылдарында шиғырҙары, хикәйә һәм очерктары менән таныла. Уның «Тормош» һәм «Кимәл» исемле китаптары донъя күргән.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Он не вернулся из боя (К 100-летию со дня рождения поэта Мазгара Абдуллина). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2012, 29 декабрь[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]