Маликов Зәки Рамаҙан улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Маликов Зәки Рамаҙан улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 РСФСР
 Башҡорт АССР-ы
 Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 7 ғинуар 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Тыуған урыны Байназар, Бөрйән районы
Вафат булған көнө 9 май 2011({{padleft:2011|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (88 йәш)
Һуғыш/алыш Икенсе бөтә донъя һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ватан һуғышы ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы

Маликов Зәки Рамаҙан улы (7 ғинуар 1923 йыл — 9 май 2011 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зәки Рамаҙан улы Маликов 1923 йылдың 7 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы) Байназар ауылында тыуған.

Зәки Рамаҙан улы 1942 йылдың май айында Бөрйән районы хәрби комиссариаты тарафынан хәрби хеҙмәткә алына һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһына Риганан эвакуацияланып килгән хәрби пехота училищеһына уҡырға ебәрелә. Сержант званиеһы бирелә һәм сентябрь айында ашығыс рәүештә фронтҡа ебәрелә[1]. Һуғышта 201-се уҡсылар дивизияһының 92-се уҡсылар полкы һәм 87-се уҡсылар дивизияһының 264-се гвардия уҡсылар полкы[2] составында була. Сталинград ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнаша, Ростов тирәһендә һуғышта була. 1943 йылдың 5 ғинуарында ҡаты яралана һәм госпиталдә дауалана. Сентябрь айынан Ленинград фронтының Волхов төркөмөндә йәнә һуғышҡа инә. Блокаладағы Ленинградты азат итеп, Латвияға тиклем ҡыуыша. Еңеүҙе шунда ҡаршылай. Һуғыш тамамланыуға ҡарамаҫтан, 1945 йылдың 25 сентябренә тиклем Тажикстан сиктәрендә була.

Хәрби хеҙмәттән 1950 йылда демобилизациялана.

Маликов Зәки Рамаҙан улы 2011 йылдың 9 майында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Бурзянская энциклопедия[7]
  • Память народа сайты[8]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]