Мансуров Фуат Шәкир улы
Мансуров Фуат Шәкир улы | |
Зат | ир-ат[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Ҡаҙағстан СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 10 ғинуар 1928[2][1] |
Тыуған урыны | Алматы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 12 июнь 2010[3][2] (82 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй[2] |
Ерләнгән урыны | Троекуров зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | дирижёр, музыка педагогы, университет уҡытыусыһы |
Эш урыны | П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы |
Уҡыу йорто |
Ҡаҙаҡ дәүләт университеты[d] П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы |
Уҡыусылар | Владимир Шейко[d] |
Жанр | классик музыка |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Мансуров Фуат Шәкир улы Викимилектә |
Мансуров Фуат Шәкир улы (татар. Фоат Шакир улы Мансуров[4]; 10 ғинуар 1928, Алматы — 12 июнь 2010, Мәскәү[5]) — СССР һәм Рәсәй дирижеры, педагогы. Ҡаҙаҡ ССР-ының халыҡ артисы (1967). Татар АССР-ының халыҡ артисы (1971). Рәсәйҙең халыҡ артисы (1998).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Татар ғаиләһендә тыуған. 1950 йылда Ҡаҙаҡ дәүләт университетын тамамлай[6], һуңынан уның физика-математика факультетында уҡыта.
1951 йылда Ҡорманғаҙы исемендәге Алматы дәүләт консерваторияһын[6] А. К. Жубанов һәм И. А. Зак етәкселегендә опера-симфоник дирижерлау класы буйынса тамамлай, артабан П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһында Л. М. Гинзбург класы буйынса камиллаша[7]. Игорь Маркевич етәкселегендә стажировка үтә.
1949—1952 йылдарҙа — Курмангазы исемендәге халыҡ уйын ҡоралдары оркестры, 1953—1956 йылдарҙа Абай исемендәге ҡаҙаҡ дәүләт академия опера һәм балет театры, һуңынан Ҡаҙаҡ радиоһының симфоник оркестры дирижёры булып эшләй. 1951 йылдан Алматы консерваторияһында педагогик эш алып бара[7]. 1957 йылда Мәскәүҙә Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале лауреаты була[7].
1958 йылда Ҡаҙаҡ ССР-ының Дәүләт симфоник оркестрын ойоштора һәм уға етәкселек итә[8], унда ул 1962 йылға тиклем баш дирижёр булып эшләй, оркестр менән бергә сит илдәрҙә — ГДР-ҙа, Польшала, Италияла һәм башҡа илдәрҙә сығыш яһай[7]. 1958 йылда уға «Ҡаҙаҡ ССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» тигән маҡтаулы исем бирелә.
1963 йылдан йәнә Ҡаҙаҡ опера һәм балет театрында эшләй, унда П. И. Чайковскийҙың «Евгений Онегин», М. Түлебаевтың «Биржан һәм Сара», А. К. Жубанов һәм Л. Хәмиҙиҙең «Абай», С. Мөхәмәтйәновтың «Айһылыу», Г. А. Жубанованың «Егерме һигеҙ» һәм башҡа операларына дирижерлыҡ итә[7]. 1966 йылда 2-се Бөтә Союз дирижёрҙар конкурсы лауреаты була[7]. 1967 йылда уға «Ҡаҙаҡ ССР-ының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исем бирелә[9].
1968 йылдан — Татар опера һәм балет театрының баш дирижёры, 1969 йылдан — Ҙур театр дирижёры.
1989 йылдан — Татарстан Республикаһы Дәүләт симфоник оркестрының баш дирижёры һәм художество етәксеһе.
1970 йылдан — Мәскәү дәүләт консерваторияһы профессоры, 1986 йылдан — Ҡаҙан дәүләт консерваторияһы профессоры.
Оркестр музыканттарын тәрбиәләүҙең яңы методикаһын, симфоник оркестрҙа уйнауға яраҡлашыу өсөн күнекмәләр системаһын әҙерләй һәм индерә. Н. С. Головановтың музей-фатирында дирижёрҙар өсөн квалификация күтәреү буйынса семинарҙар үткәрә. Мәскәү консерваторияһының дирижёрлыҡ факультеты студенттары өсөн «Оркестр төркөмдәре менән эшләү» авторлыҡ курсын ойоштора.
Байтаҡ Европа һәм көнсығыш телдәрен белә. Альпинизм һәм конькиҙа шыуыу спорты буйынса СССР-ҙың спорт мастеры.
Мәскәүҙә 2010 йылдың 11 июнендә ҡаты ауырыуҙан һуң вафат була. Троекуров зыяратының актерҙар аллеяһында ерләнгән. 2014 йылдың йәйендә Ф. Ш Мансуровтың ҡәберендә һәйкәл ҡуйыла[10].
Ҙур дәүләт академия театрында постановкалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Опера
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 04.04.1970 — С. Прокофьев «Семён Котко»
- 08.07.1971 — Дж. Верди «Риголетто» (1963 йылдағы постановканы яңыртыу)
- 07.10.1972 — Дж. Верди «Трубадур»
- 30.11.1976 — А. Даргомыжский «Русалка»
- 28.10.1978 — М. Равель «Испанский час»
- 15.04.1993 — Дж. Верди «Трубадур» (1972 йылдағы постановканы яңыртыу)
Балет
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 04.04.1971 — М. Чулак «Рус әкиәттәре»
- 05.06.1975 — В. Овчинников, В. Кикта «Бағышлау»
- 04.09.1979 — Г. Берлиоз «Ромео һәм Юлия»
- 01.07.1980 — К. Молчанов «Макбет»
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дуҫлыҡ ордены (6 июнь 2005 йыл) — мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары, күп йыллыҡ емешле эшмәкәрлеге өсөн[11]
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (25 май 1976 йыл) — хореография һәм музыка сәнғәтен үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары һәм СССР Дәүләт академия Ҙур театрының 200 йыллығы айҡанлы[12]
- «Почёт Билдәһе» ордены (3 ғинуар 1959 йыл)
- «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалы (1980 йыл 14 ноябрь) — Олимпиадаға әҙерләнеү һәм уны үткәреү буйынса ҙур эштәре өсөн[13]
- ІІ дәрәжә «Достык» ордены (11 декабрь 1998 йыл, Ҡаҙағстан) — республика алдындағы ҡаҙаныштары һәм ижтимағи тормоштоң ярашлы өлкәләрендә һөҙөмтәле эшмәкәрлеге өсөн[14]
- «Татарстан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (2008 йыл)[15]
- Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (26 ғинуар 1998 йыл) — сәнғәт өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштары өсөн[16]
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (5 август 1995 йыл) — сәнғәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн[17].
- Ҡаҙаҡ ССР-ының халыҡ артисы (1967)
- Ҡаҙаҡ ССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1958)
- Татар АССР-ының халыҡ артисы (1971)
- Рәсәй федерацияһы Хөкүмәтене почет грамотаһы (8 ғинуар 2003 йыл) —Рәсәйҙең музыка һәм театр сәнғәтен үҫтереүгә, халыҡтар араһында дуҫлыҡты нығытыуға өлөш индергән өсөн һәм тыуыуына 75 йыл тулыу айҡанлы[18]
- Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы (2004)
- Ғабдулла Туҡай исемендәге Татарстан Республикаһының Дәүләт премияһы (1994)
- Көнбайыш Берлинда Герберт фон Караян исемендәге Халыҡ-ара йәштәр оркестрҙары конкурсы еңеүсеһе (Мәскәү консерваторияһы студенттары оркестры менән); 1971)
- Ҡаҙағстан Республикаһы Президентының Рәхмәт хаты (июль) (2000 год) — Дирижёр оҫталығығыҙға ысын күңелдән һоҡланам. Астанала Күләш Байсәйетова исемендәге Милли опера һәм балет театры асылыу тантанаһында ҡатнашып, һеҙ дәүләтебеҙҙең күп милләтле мәҙәниәте үҫешенә тос өлөш индерҙегеҙ. Хөрмәтле Фуат Шакир улы, юғары кешелекле эшегеҙгә тоғро хеҙмәт иткәнегеҙ өсөн һеҙгә рәхмәтлемен..
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Deutsche Nationalbibliothek Record #134755502 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ http://www.rian.ru/culture/20100612/245429820.html
- ↑ Мансуров Фоат Шакир улы (тат.). Дата обращения: 18 июнь 2020. 2018 йыл 25 февраль архивланған.
- ↑ Скончался дирижёр Фуат Мансуров(недоступная ссылка)
- ↑ 6,0 6,1 Почётный член Академии наук Республики Татарстан Мансуров Фуат Шакирович. 2013 йыл 12 декабрь архивланған. Страница на официальном сайте АН Республики Татарстан
- ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 7,5 Мансуров Фуат Шакирович // Казахская ССР: краткая энциклопедия / Гл. ред. Р. Н. Нургалиев. — Алма-Ата: Гл. ред. Казахской советской энциклопедии, 1991. — Т. 4: Язык. Литература. Фольклор. Искусство. Архитектура. — С. 375. — 31 300 экз. — ISBN 5-89800-023-2.
- ↑ Симфонический оркестр // Казахская ССР: краткая энциклопедия / Гл. ред. Р. Н. Нургалиев. — Алма-Ата: Гл. ред. Казахской советской энциклопедии, 1991. — Т. 4: Язык. Литература. Фольклор. Искусство. Архитектура. — С. 505. — 31 300 экз. — ISBN 5-89800-023-2.
- ↑ Народный артист Казахской ССР // Казахская ССР: краткая энциклопедия / Гл. ред. Р. Н. Нургалиев. — Алма-Ата: Гл. ред. Казахской советской энциклопедии, 1991. — Т. 4: Язык. Литература. Фольклор. Искусство. Архитектура. — С. 408. — 31 300 экз. — ISBN 5-89800-023-2.
- ↑ Памятник Фуату Мансурову: выдающийся альпинист, но великий музыкант . Бизнес Газета Татарстана (22 август 2014).
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 6 июня 2005 года № 650 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР от 25 мая 1976 года «О награждении орденами и медалями СССР работников Государственного академического Большого театра СССР»
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР от 14 ноября 1980 года № 3301-X «О награждении орденами и медалями СССР работников, наиболее отличившихся при подготовке и проведении Игр XXII Олимпиады»
- ↑ Указ Президента Республики Казахстан от 11 декабря 1998 года
- ↑ Президент РТ вручил Фуату Мансурову орден «За заслуги перед Республикой Татарстан»
- ↑ Указ Президента Российской Федерации № 80 от 26 января 1998 года 2010 йыл 26 декабрь архивланған.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 5 августа 1995 года № 820 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
- ↑ Распоряжение Правительства Российской Федерации от 8 января 2003 года № 5-р «О награждении Почётной грамотой Правительства Российской Федерации Мансурова Ф. Ш.»(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Биография на сайте Большого театра
- Репетиция маэстро: Интервью // Зеркало недели, № 2 (681), 19 — 25 января 2008.
- Интервью(недоступная ссылка) // Квартирный ряд, № 52 (675), 29 ноября 2007.
- Oblivion Астора Пьяццоллы версия для гобоя и струнного оркестра, дирижёр Фуат Мансуров.
- Концерт в Государственном академическом Большом театре Российской Федерации, посвящённый празднованию 150-летия М. П. Мусоргского, дирижёр Фуат Мансуров.
- 10 ғинуарҙа тыуғандар
- 1928 йылда тыуғандар
- Алматыла тыуғандар
- 12 июндә вафат булғандар
- 2010 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- Ҡаҙаҡ милли университетын тамамлаусылар
- Мәскәү консерваторияһын тамамлаусылар
- Рәсәй Федерацияһының халыҡ артистары
- СССР-ҙың спорт мастерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- Дуҫлыҡ ордены (Рәсәй) кавалерҙары
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «Татарстан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- Татар АССР-ының халыҡ артистары
- Ғабдулла Туҡай премияһы лауреаттары
- Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы менән наградланыусылар
- Ҡазан дәүләт консерваторияһы уҡытыусылары
- Мәскәү консерваторияһы уҡытыусылары
- Шәхестәр:М. Йәлил исемендәге Татар опера һәм балет театры
- Рәсәйҙең академик музыканттары
- Рәсәй музыка педагогтары
- СССР музыка педагогтары
- Алфавит буйынса педагогтар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Рәсәй дирижёрҙары
- СССР дирижёрҙары
- Алфавит буйынса дирижёрҙар
- Алфавит буйынса музыканттар