Айһылыу
Уҡыу көйләүҙәре
Викидатала элемент тултырылмаған |
Айһылыу — башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ай һәм һылыу һүҙҙәре ҡушылып яһалған исем. Айлы төндә тыуған (ай һымаҡ матур булһын тигән теләк менән ҡушылған). Иң күп таралған боронғо башҡорт исемдәренең береһе[1].
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йәғәфәрова Айһылыу Шәйхетдин ҡыҙы (3 сентябрь 1948 йыл) — педагог, башҡорт балалар яҙыусыһы, 1989 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1986), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы (1992) һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993). Ким Әхмәтйәнов (1996) һәм Рәмзилә Хисаметдинова (2008) исемендәге премиялар лауреаты.
- Юнысова Айhылыу Билал ҡыҙы (11 апрель 1951 йыл) — ғалим-ислам дине белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1997), профессор (1999). Рәсәй Федерацияһының (2016) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Ғарифуллина Айһылыу Рәжәп ҡыҙы (1 ғинуар 1968) — башҡорт шағиры. 2000 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы.
- Сәлмәнова Айһылыу Рафиҡ ҡыҙы — композитор һәм педагог, танылған музыкаль династия вәкиле. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
Ер-һыу атамалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Айһылыу тауы — Асҡын районында Ҡашҡа ауылы менән Солтанбәк ауылы араһында ошондай тау бар.
Мәҙәниәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Айһылыу» (опера) — Пейко Николай Ивановичтың Башҡортостанда колхоздар төҙөүгә арнап Ғ. Әмири либреттоһына яҙған операһы (1949 (1943, 1953 (2-се ред.)
- Айһылыу — Урал батыр эпосында Ҡояш менән Айҙан Самрауҙың ике ҡыҙының береһе.
- «Айһылыуҙың айлы кистәре» — Абдуллин Ибраһим Әхмәт улы яҙған пьеса.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |