Мирзанов Бәхтийәр Ғүмәр улы
Мирзанов Бәхтийәр Ғүмәр улы | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 10 ноябрь 1892 |
Тыуған урыны | Рәсәй империяһы, Өфө губернаһы, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Йөрәктау |
Вафат булған көнө | 1941 |
Вафат булған урыны | СССР, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, Өфө |
Һөнәр төрө | шағир |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт аграр университеты |
Мирзанов Бәхтийәр Ғүмәр улы (10 ноябрь 1892 йыл — 17 июль 1941 йыл) — башҡорт һәм татар совет шағиры.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бәхтийәр Ғүмәр улы Мирзанов 1892 йылдың 10 ноябрендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Йөрәктау-Муҡшы ауылында тыуған 1914 йылда Өфөлә «Ғәлиә мәҙрәсәһе»н тамамлай. 1935 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай. 1937—1941 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтында уҡый[1].
1914—1915 йылдарҙа «Сөйөмбикә» (Ҡазан) журналында эшләй. 1917—1918 йылдарҙа Сәмәрҡәнд һәм Орск ҡалаларында уҡытыусы була. 1920 йылдан — АСБР‑ҙың халыҡ мәғарифы комиссариатында инспектор. 1922—1926 йылдарҙа тыуған Йөрәктау ауылында уҡытыусы булып эшләй. 1929—1931 йылдарҙа — Маҡар район Ер бүлегендә ерҙе файҙаланыу буйынса белгес була. 1936—1937 йылдарҙа — «Коммуна» (хәҙерге «Ҡызыл таң») гәзитенең бүлек мөдире[1].
1914—1915 йылдарҙа «Шура» журналында, «Вакыт», «Тормош» гәзиттәрендә һәм башҡа периодик баҫмаларҙа үҙенең тәүге әҫәрҙәрен баҫтырып сығара башлай. 1910 йылда яҙылған бер нисә әҫәре ысынбарлыҡтан биҙеү, теге донъя тураһында хыялланыу, төшөнкөлөк рухы менәнн һуғарылған («Күңел йыуатыу», «Әсә ҡәбере янында», «Күңелем тарихы» һәм башҡалар).1921 йылда «Ҡыҙыл сәскәләр» шиғырҙар йыйынтығын, балалар өсөн «Аҡ батша» һәм «Кескәй революционер» китаптарын сығара[1]. «Ҡыҙыл сәскәләр» йыйынтығында автор дини- мифик атрибуттарҙы күп ҡуллана[2].
1941 йылдың 17 июлендә Өфөлә вафат була[1]
Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ҡатыны — Мирзанова Ғәлиә мәҙрәсәлә уҡытыусыһы була[3].
- Улы — Мирзанов Нияз Бәхтийәр улы (1924—2000) — тарих уҡытыусыһы, юрисконсульт, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы[3].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Мирзанов Бахтияр Гумерович // Башкирская энциклопедия — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Литература и наука: избранные труды. Жильем, 1998. С. 228.
- ↑ 3,0 3,1 Мирзанов Нияз Бахтиярович. moypolk.ru. Тәүге сығанаҡтан архивланған 20 апрель 2016. 10 апрель 2016 тикшерелгән.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡорт әҙәбиәте. ХХ быуат башы. 1‑се кит. Поэзия. Өфө, 1983. (баш.)
- 10 ноябрҙә тыуғандар
- 1892 йылда тыуғандар
- Өфө губернаһында тыуғандар
- 1941 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаусылар
- Ғәлиә мәҙрәсәһе шәкерттәре
- Башҡортостан шағирҙары
- Рәсәй империяһы шағирҙары
- СССР шағирҙары
- Татар шағирҙары
- Башҡорт шағирҙары
- 17 июлдә вафат булғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Рәсәй юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар