Миронова Зоя Васильевна
Миронова Зоя Васильевна | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлығы |
![]() |
Тыуған көнө | 1 февраль 1912 |
Тыуған урыны | Ядрин[d], Ҡазан губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 16 март 1991 (79 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү ҡалаһы, СССР |
Ерләнгән урыны | Мәскәүҙәге Дон зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | дипломат |
Уҡыу йорто | Рәсәй химия-технология университеты |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ҡатнашыусы | КПСС-тың XIX съезы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Миронова Зоя Васильевна (1 февраль 1912 йыл — 16 март 1991 йыл) — СССР-ҙың партия эшмәкәре, дипломат. Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсе (1966).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1912 йылдың февраль айында Ядринда (хәҙер Сыуашстан) тыуған. ВКП(б) ағзаһы (1940). Д. И. Менделеев исемендәге МХТИ тамамлай (1935). Техник фәндәре кандидаты (1949).
- 1935 йылдан— Дәүләт һирәк металдар ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре.
- 1945—1950 — Дәүләт һирәк металдар ғилми-тикшеренеү институтында ВКП(б) бюроһы секретары.
- 1950—1951 — ВКП(б)-ның Дзержинский район комитетының 2-се секретары (Мәскәү).
- 1950—1959 — Мәскәү ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары.
- 1952—1966 — КПСС-тың Үҙәк Ревизия комиссияһы ағзаһы.
- 1959—1962 — СССР-ҙың БМО янындағы Даими вәкиле урынбаҫары.
- 1960—1966 — СССР-ҙың БМО-лағы ҡатын-ҡыҙҙар хоҡуҡтары буйынса Комитетында даими вәкиле.
- 1966—1983 —СССР-ҙың Женевала БМО Бүлексәһе һәм башҡа халыҡ-ара ойошмалар ҡарамағындағы Даими вәкиле.
1991 йылдың 16 мартында вафат була. Мәскәүҙә Дон зыяраты колумбарийында ерләнгән .
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы (1950) — һирәк металл һәм уның берләшмәләрен етештереү ысулдарын эшләгәне һәм индергәне өсөн
- Ленин ордены.
- Октябрь Революцияһы ордены.
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены.
- ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- «Почёт Билдәһе» ордены.
- миҙалдар
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Дипломатический словарь» под ред. А. А. Громыко, А. Г. Ковалева, П. П. Севостьянова, С. Л. Тихвинского в 3-х томах, М., «Наука», 1985—1986. — Т. 2, с. 233.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1 февралдә тыуғандар
- 1912 йылда тыуғандар
- Ҡазан губернаһында тыуғандар
- 16 мартта вафат булғандар
- 1991 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Сталин премияһы лауреаттары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Октябрь Революцияһы ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалерҙары
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- 3-сө саҡырылыш РСФСР Юғары Советы депутаттары
- Алфавит буйынса шәхестәр