Мәскәү Художество театры
Мәскәү Художество театры, СССР-ҙың Горький исемендәге МХАТ -ы Московский Художественный театр, МХАТ СССР им. Горького | |
Файл:MHAT Logo.gif | |
Элекке исеме |
Дөйөм художество театры |
---|---|
Эшләй башлаған |
1898 йылда |
Ябылған | |
Урынлашҡан | |
Етәкселәре | |
Художество етәксеһе |
К. С. Станиславский, |
Мәскәү Художество театры, СССР-ҙың Горький исемендәге МХАТ -ы |
Мәскәү Художество театры —1898 йылда К. С. Станиславский һәм Вл. И. Немирович-Данченко нигеҙ һалған театр. Башта Дөйөм художество театры тип аталған . 1901 йылдан — Мәскәү Художество театры (МХТ), 1919 йылдан — Мәскәү Художество академия театры (МХАТ), 1932 йылдан — СССР -ҙың М.Горький исемендәге МХАТ-ы. 1987 йылда театр икегә бүленгән, рәсми атамалары — М.Горький исемендәге Мәскәү Художество академия театры, (ҡыҫҡаса исеме М.Горький исемендәге МХАТ) һәм А. П. Чехов исемендәге Мәскәү Художество академия театры . (А. П. Чехов исемендәге МХАТ). 2004 йылда А.П. Чехов исемендәге МХАТ афишаларҙан «академик» һүҙен алып ташлаған һәм шул ваҡыттан алып, А. П. Чехов исемендәге Мәскәү Художество театры (А. П. Чехов исемендәге МХАТ) Рәсми рәүештә театр «академия» театры тип атала. А.П. Чехов исемендәге МХАТ һәм А. П. Чехов исемендәге МХТ тип атарға ла ярай.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төҙөлөү тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Художество театры «Славян баҙары» ресторанында 1897 йылдың 19 июнендә ул ваҡытта инде билдәле театр эшмәкәре, режиссёр һәм актёр Константин Сергеевич Станиславскийҙың һәм тәжрибәле педагог, драматург Владимир Иванович Немирович-Данченко ның осрашыуынан башланып китә. Осрашыу барышында яңы театрҙың программаһы формалаша, дөйөм алғанда, ул Париждағы «Ирекле» театр (Андре Антуан) һәм Берлиндағы «Ирекле сәхнә» (Отто Брам) таратҡан яңы принциптарға : ансамбль булып, бөтә спектакль компоненттарын берҙәм фекергә буйһондороуға, тарихи йәки көнкүреш күренештәрҙе дөрөҫ итеп күрһәтергә тырышыуға нигеҙләнә[1]. «Беҙ , — тип яҙа К. С. Станиславский, — иҫкесә… уйнау рәүешенә һәм ялған пафосҡа, декламацияға, актёрҙың ҡыланыуына һәм ҡуйылыштың насар шартлылығына, декорацияларға һәм бер артистың ансамблде боҙоп, айырылып тороуына, бөтә спектаклдәрҙең ҡоролошона, театрҙарҙың йүнһеҙ репертуарына ҡаршы сыҡтыҡ»[2].
Яңы театрҙың «дөйөм» булыуы тәү сиратта билет хаҡы түбән булыуҙы күҙ уңында тотҡан; кәрәгенсә аҡса таба алмағанғас, Мәскәү ҡала думаһына субсидия һорап мөрәжәғәт итергә ҡарар ителә. Немирович-Данченко думаға доклад тәҡдим итә. Унда, атап әйткәндә, былай тиелә: «Мәскәүҙә бер миллион халыҡ йәшәй, уның бик ҙур проценты эшсе кешеләрҙән тора, ул ниндәй ҙә булһа бер ҡалаға ҡарағанда дөйөм театрға нығыраҡ мохтаж». Әммә субсидия ала алмағандар, һөҙөмтәлә ярҙам һорап хәлле пайсыларға мөрәжәғәт итергә һәм билет хаҡын күтәрергә тура килә. 1901 йылда театр дөйөм булыуҙан туҡтай, әммә демократик тамашасыны күҙ уңында тотоу МХТ-ның принциптарының береһе булып ҡала.
Дөйөм художество театрын В. И. Немирович-Данченко (директор- ойоштороусы хужа, распорядитель) һәм К. С. Станиславский (директор һәм баш режиссёр) етәкләй. Труппала Музыкаль драма училищеһының (Мәскәү филармония йәмғиәте нең) драма бүлеге уҡыусылары : Книппер-Чехова Ольга Леонардовна, М. Г. Савицкая, В. Э. Мейерхольд (актёр оҫталығы дәрестәрен уларға В. И. Немирович-Данченко, шулай уҡ И. М. Москвин биргән) һәм «Сәнғәт һәм әҙәбиәт һөйөүселәр йәмғиәте»ендә К. С. Станиславский ҡуйған үҙешмәкәр спектаклдәрҙә уйнаған актрисалар М. Ф. Андреева, М. П. Лилина, М. А. Самарова, актёрҙар В. В. Лужский, Артём (А. Р. Артемьев), Г. С. Бурджалов һәм башҡалар[2] булған.
Тәүге йылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәскәү дөйөм художество театры 1898 йылдың 14 ( 26) октябрендә Мәскәү сәхнәһендә беренсе тапҡыр ҡуйылған А.К. Толстойҙың «Фёдор Иоаннович батша» трагедияһы менән асыла . Спектакль К. Станиславский менән Вл. Немирович-Данченконың дөйөм эше, унда төп ролде Москвин И. М. уйнаған. 1901 йылдың 26 ғинуарында йөҙөнсө, юбилей тамашаһы була; Станиславскийҙың архивында шундай яҙыу һаҡланған: « „ Фёдор батша“ шул хәтле уңышлы бара, сағыштырмаса тиҙ генә арала уны йөҙөнсө тапҡыр ҡуйыуҙы байрам итергә тура килде. Шапыртып маҡтауға ҡоролған тантана ,һоҡланып яҙылған мәҡәләләр, күп бай бүләктәр, ҡотлауҙар, көслө алҡыштар театрҙы прессаның һәм тамашасыларҙың бер өлөшө яҡын күреп, яратып өлгөргәнен күрһәтә». 1898 йылдың 17 декабрендә А.П. Чеховтың легендар «Чайка» ("Аҡсарлаҡ") пьесаһы ҡуйыла.
Дөйөм художество театры Леонид Николаевич Андреев әйткәнсә, «бәләкәс кенә театр», «үҙенсәлекле һәм яңы», берәүҙәр уны ныҡ маҡтай, икенселәре шулай уҡ бик ныҡ әрләй[3]. " Тик ваҡыт үтеү менән, — тип яҙа Андреев 1901 йылдың яҙында уҡ, — бәләкәс театр тормошҡа үтеп инеп, уны үткер ҡылыс кеүек икегә яра… Нисектер тик сәнғәткә генә, тик театрға ғына , ҡай саҡ тик режиссёрға ғына ҡағылышлы һорауҙар артынан етдиерәк характёрлы һәм барыбыҙға ла ҡағылышлы һорауҙарҙың аңлайышһыҙ йөҙҙәре күренә башланы. Нығыраҡ әрләнгән һайын, күберәк кеше әрләгән һайын, Художество театры көндән көн күренеп, ысынында ул нимә булһа шуға-символға әйләнә барҙы. … Айбар, изге күңелле һәм сағыу, ул ҡурҡыныс " memento mori"ға әйләнә: « [4] башта иҫкелек туҙанына батҡан,һөрһөгән драма театрҙары алдында (хатта опера, хатта балетҡа ла уны йоғонтоһо булды) , ә һуңынан дөйөм иҫкелек, йоҡомһорау һәм бер урында тапаныуҙың алдында»[3].
Бинаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беренсе дүрт сезон (1898—1902) театр спектаклдәрҙе арендаға алынған Яков Васильевич Щукиндың «Эрмитаж» театрында Эрмитаж баҡсаһы Каретный Ряд урамында, 815 урынлыҡ залда, ҡуя. Өсөнсө сезонда уҡ театрға бөтөнләй икенсе төрлө бина кәрәк икәнлеге аңлашыла[5].
Ул ваҡыттағы театрҙарҙан айырмалы рәүештә, МХТ һәр бер премьераға яңы декорациялар әҙерләй, иҫкеләрен ҡулланмай. Театрға һыймаған әйберҙәр йыл буйы « Эрмитаж баҡсаһы» театры һарайҙарында һаҡлана, унда тиҙ боҙола башлай. Уларҙы гел яңыртып, йүнәтеп торорға кәрәк була, ҡайһы бер деталдәрҙән баш тартырға тура килә. Ҡыҫыҡ,оҙаҡ ваҡыт ҡаралмаған театр, репетициялар һәм оҫтахана өсөн урын етмәү, иркенерәк, бөтөнләй башҡа төрлө ҡоролмалары булған сәхнәле бинаға күсеүҙе талап итә.[5].
Төҙөлөш өсөн аҡса булмай. МХТ-ның эш шарттары император театрҙарыныҡынан бик ныҡ айырыла, улар аренда өсөн түләмәй һәм хөкүмәттән дотация ала. МХТ-ның яҙмышы бөтөнләйе менән меценаттарға һәм билет һатҡан аҡсаға бәйле була . «Арзан» билет хаҡтары сезон һайын һиҙелерлек арта барһа ла, театрға бөлгөнлөк янай.
МХТ "пайсылар товариществоһы " формаһында ойошторолған була, был театр эшендәге беренсе ширҡәт труппаның милке түгел, ә 13 пайсыныҡы була ,шулар араһына театрҙан Станиславский К.С. и Немирович-Данченко ла инә. Пайсылар ҡарарҙарҙы дөйөм йыйылышта ҡабул иткән, тауыштар тигеҙ булмаған,улар биргән аҡса өлөшөнә ҡарап бүленгән ; аҡсаны иң күп биргән меценат Морозов Савва Тимофеевич Станиславский һәм Немировичем-Данченко менән бергә МХТ-ның ижадтан тыш (аҡса-хужалыҡ) эшмәкәрлеген билдәләгән. 1902 йылдан театрҙы финанслауҙы Морозов үҙ өҫтәнә алған, өс мең һумлыҡ пайҙы « ышаныслы» актёрҙарға һатып алырға тәҡдим иткәндәр, шул иҫәптән — Ольга Леонардовна Книппер-Чехова ға; В. Э. Мейерхольд һәм А. А. Санин-Шенберг пайһыҙ ҡала һәм бер йылдан һуң был театрҙан китәләр. Морозов А. П. Чеховҡа пайсы булырға тәҡдим итә һәм уның ризалығын ала, Коншиндың Чеховҡа Мелихово лағы имениеһы өсөн бирергә тейешле бурысын иғәнә тип иҫәпләргә килешәләр .
1902 йылдан театр Камергер тыҡырығында эшләй башлай. Өй хужаһы Лианозов театры Савва Морозов аҡсаһына архитектор Шехтель Фёдор Осипович тарафынанан 1902 йылдың йәйге өс ай эсендә реконструциялана( Фомин Иван Александрович һәм Галецкий Александр Антонович та ҡатнаша). Шехтель реконструкция проектын бушлай эшләй: ул һөйләшеүҙәр барышында уҡ эш хаҡынан баш тарта. Эске биҙәлеш, яҡтыртыу, орнаменттар, Художество театрының билдәле эмблемаһы ( тулҡындар өҫтөнән осоп барған аҡсарлаҡ) төшкән шаршау эскизы - барыһы ла Шехтелдеке. Театрҙың уң яҡ подъезын гипс горельеф биҙәй (Анны Голубкинаның эше- « Тулҡын-Волна)». Шехтель сәхәнәнең әйләнеп торған түңәрәгенең проектын, сәхнә аҫтында ҙур, киң трюмдар , декорацияларҙы һаҡлау өсөн кеҫәләр , күтәрелә торған шаршау урынына ике яҡҡа асыла торған шаршау проектын эшләй. Тамаша залы 1 200 урынлы була.
Репертуары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡара Мәскәү Художество театры спектаклдәре#1898—1917 йылдар
1898—1905 йылдарҙа Художество театры шул заман драматургияһына өҫтөнлөк бирә; Станиславский төп ролдәрҙе башҡарған А. К. Толстойҙың « Фёдор Иоаннович батша» һәм « Иоанн Грозныйҙың үлеме» трагедиялары менән бер рәттән, театрға төп йүнәлеш биреүсе әҫәрҙәр булып А. П. Чеховтың («Асарлаҡ», «Ваня ағай», «Өс бер туған ҡыҙ», «Сейә баҡсаһы», «Иванов ») һәм А. М. Горькийҙың («Мещандар », «Тормош төпкөлөндә- На дне») пьесалары тора, Горький МХТ-ны нигеҙләүселәрҙең үтенесе буйынса ғына драматургия менән шөғөлләнә башлай. Шулай ҙа 1904 йылда яҙылған «Дачниктар » пьесаһы театрҙа ҡуйылмай: Станиславский менән Немирович-Данченко, Соловьёва Инна Натановна әйтеүенсә, « яңы пьесаның өҫтән-мөҫтән генә эшләнеүенә, уның бигерәк туранан- тура сәйәсәткә бәйле булыуына баҙап ҡалалар» [6]. 1905 йылда «Ҡояш балалары » ( « Дети Солнца» ) пьесаһын ҡуйғандан һуң, театр ары өс тиҫтә йылдан ашыу дәүерҙә Горькийҙың драматургияһына башҡаса тотонмай [6].
Художество театрының репертуарында шул дәүер сит ил драматургтары ,тәү сиратта , Генрик Ибсен и Герхарт Гауптман [2] һиҙелерлек урын алып торған.
Һуңыраҡ театр йышыраҡ үҙебеҙҙең ил һәм сит ил классиктары: Пушкин, Гоголь, Л. Толстой, Достоевский, Мольер һәм башҡаларҙың әҫәрҙәрен ҡуя. 1911 йылда Эдвард Гордон Крэг МХТ сәхнәһендә Шекспирҙың « Гамлет » ын ҡуя, Качалов Василий Иванович төп ролде уйнай. М. Горькийға ҡарағанда театр был дәүерҙә Леонид Николаевич Андреев әҫәрҙәренә күберәк өҫтәнлөк бирә.
1906 йылда Художество театры сит илгә: Германияға, Чехияға, Польшаға и Австрияға үҙенең тәүге гастролдәрен ойоштора .
Эҙләнеүҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡалып:Шулай уҡ МХАТ-тың студияһының
Художество театры асылыу менән уны нигеҙләүселәр өсөн режиссура һәм актёрлыҡ оҫталығы өлкәһендәге эҙләнеүҙәр башлана ғына . 1905 йылда Станиславский ул ваҡытҡа инде театрҙан киткән Всеволод Эмильевич Мейерхольд менән бергә эксперименталь студия булдыра, тарихҡа ул «Студия на Поварской» булып инә [7]. 1905 йылдың 5 майында асылған Студияға Валерий Яковлевич Брюсов ты, композитор Илья Александрович Сац ты һәм йәш рәссамдар төркөмөн эшкә саҡыра — улар сәхнәне яңыса биҙәү принциптарын эҙләргә тейеш була; бөтә режиссёр эшен Мейерхольд алып бара[8]. Тик , Мейерхольд һөйләүенсә , « шулайыраҡ килеп сыҡты- Театр-студия Художество театрының инаныу- ҡараштарын үҙенә алып, ары үҫтерергә теләмәне,ә нигеҙенән башлап, өр яңы бина төҙөргә кереште»[9], — 1905 йылдың октябрендә Студия ябыла.
1913 йылда Художество театрының тәүге ( тик ул һуңғы булмай) МХТ-ының 1- се Студияһы асыла. Был Станиславский менән Сулержицкий Леопольд Антонович етәкләгән ижади лабораторияла, Станиславский системаһына нигеҙләнеп, актёрҙарҙың яңы эш алымдары ҡулланылып ҡарала; бында уҡ Сулержицкий етәкселегендә йәш режиссёрҙар спектаклдәр ҡуя ( Борис Сушкевич, Евгений Вахтангов һәм башҡалар)[10].
Режиссёрҙарға Художество театрының төп сәхнәһендә лә эҙләнеү мөмкинлеге бирелә : нигеҙләүселәрҙән һәм Василий Лужскойҙан тыш МХТ-ла Л. А. Сулержицкий, Константин Александрович Марджанов һәм театрға рәссам сифатында килгән Александр Николаевич Бенуа спектаклдәр ҡуя. Декорация менән биҙәү өлкәһендә лә эҙләнеүҙәр бара; даими эшләүсе рәссам Виктор Андреевич Симов тан тыш, Художество театрында ваҡытлыса эшкә В. Е. Егоров, «Мира искусства» ға ингән рәссамдар Александр Бенуа, Мстислав Добужинский, Николай Рерих, Борис Кустодиев[2] йәлеп ителә.
1916 йылда шәхси Драма сәнғәте мәктәбе нигеҙендә ( актёрлыҡ оҫталығы дәрестәрен унда Художество театрының әйҙәүсе артистары уҡыта), МХТ режиссёры Вахтанг Леванович Мчеделов МХТ-ның 2-се Студияһын ойоштора. Был студия модернистик репертуарға нигеҙләнә, пьесаларҙы Зинаида Николаевна Гиппиус, Леонид Николаевич Андреев, Фёдор Львович Соллогуб ҡуя.
Художество театры совет осоронда
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1920-сы йылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1920 йылда Художество театры, Бәләкәй (Малый театр) һәм Александр театры « академия » исемен алған беренсе театрҙар иҫәбендә булып, МХАТ-ҡа әйләнә. Театр өсөн ҡатлаулы осор башлана. 1902 йылда беренсе тапҡыр "Тормош төпкөлөндә" спектаклен әҙерләгәндә Станиславский менән Немирович-Данченко араһында күренеп ҡалған фекер айырымлыҡтары 1906 йылда театр нигеҙләнгән саҡтағы ғәҙәттән- бергә спектаклдәр ҡуйыуҙан баш тартыуға килтерә. «Беҙ — икебеҙ ҙә театрҙың төп эшмәкәрҙәре, — тип яҙа һуңыраҡ Станиславский, — үҙаллы, формалашыуы теүәлләнгән ҙур режиссёрҙарға әйләндек. Тәбиғи ки, һәр беребеҙ ,шул уҡ ваҡытта театрҙың төп , дөйөм принцибына тоғро ҡалып, тик үҙенең юлынан ғына китергә теләне һәм бара ала ине… Хәҙер һәр ҡайһыбыҙҙың үҙ өҫтәле, үҙ пьесаһы, үҙе ҡуйған тамашаһы бар ине.Был төп принциптарҙан тайпылыу ҙа, бер беребеҙ менән араны өҙөү ҙә түгел , — был тәбиғи хәл: һәр бер (киң мәғәнәлә) художник йәки артист… ҡасан да булһа, уны тәбиғәт менән талант үҙенсәлектәре ҡайһы юлға этәрһә,әйҙәһә, шул юлға сығырға тейеш» [11]. Ваҡыт үткән һайын уларҙың юлдары нығыраҡ айырыла бара. Художество театрының новаторлыҡ асыштары үҙҙәре әкренләп штампҡа әйләнә; 1917 йылға саҡлы уҡ ике нигеҙләүсе лә көрсөктө таный, тик уның сәбәптәрен дә, көрсөктән сығыу юлын да төрлөсә күрәләр; шунлыҡтан ҡайһы бер үҙгәрештәр кәрәк икәнен МХТ етәкселәре аңлаһалар ҙа, улар эшләнелмәй ҡала[2].
Граждандар һуғышы ваҡытында труппаның бүленеүе театрҙың хәлен мөшкөлләндерә: 1919 йылда труппаның Качалов Василий Иванович етәкселегендә провинция буйлап гастролгә сығып киткән бер өлөшө, һуғыш барыу сәбәпле, Мәскәүгә ҡайта алмай һәм ахырҙа сит илгә сығып китә. Тик 1922 йылда ғына труппа кире берләшә.
Студиялар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1920 йылдар башында Художество театрында студия эшмәкәрлеге көсәйә. 1913 йылда Евгений Вахтангов тарафынан булдырылған үҙешмәкәр студия, башта нужа кисерә һәм фәҡирлектә көн итә, һуңыраҡ ары йәшәп, эшләрлек коллективҡа әйләнеп, тамашасылар һәм МХТ етәкселегенең ихтирамын яулай : 1920 йылда ул МХАТ-тың 3-сө студияһына әйләнә[12]. 1921 йылда МХАТ-тың актёрҙар төркөмө 4-се студия ойоштора.
Художество театрын нигеҙләүселәр реформаторлыҡ эшен музыкаль театрға ла йәйелдерәләр: 1919 йылда Ҙур театрҙың (Большой театр) Станиславский етәкселегендә Опера студияһы ойошторола , Немирович-Данченко шул уҡ йылда МХТ-ның музыкаль студияһын булдыра. Студиялар ике тиҫтә йыл буйы йәнәшә йәшәй, 1926 йылда, студиялар театрға әйләндерелгәс, хатта өйҙәш булалар, тик 1941 йылда ғына ҡушылып, К. С. Станиславский һәм Вл. И. Немирович-Данченко исемендәге Мәскәү академия музыкаль театрына әйләнәләрӨҙөмтә хатаһы: <ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;
хаталы исемдәр; күрәһең, улар бик күп.
Яңырыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1922 йылда Станиславский етәкселегендә Художество театры труппаһының бер өлөшө ике йылға Европа илдәре буйлап гастролгә китә- Германияға, Чехословакияға, Францияға, Югославияға һәм АҠШ-ҡа ( МХАТ бында СССР-ға ҡайтырға теләмәгән бер төркөм актёрын ҡалдыра) [13]. Гастролдәр триумф менән барған тигәндә лә булыр ине, шуға ҡарамаҫтан, Станиславский 1922 йылдың октябрендә Берлиндан Немирович-Данченкоға шулай тип яҙа: «Әгәр был беҙҙең эштәге яңы эҙләнеү , асыштар уңайынан булһа, мин төҫлө буяуҙарҙы йәлләмәҫ инем, берәй американка, йә немка урамда биргән роза, һәр бер йылы һүҙ бик мөһим булыр ине, тик хәҙер … „Фёдор“ менән Чеховтың уңышына шатланыу, уның менән ғорурланыу көлкө генә… Иҫкене дауам итеп булмай, ә яңыны башларға кеше юҡ. Үҙләштерә алған ҡарттар ҡайтанан өйрәнергә теләмәй, ә йәштәр булдыра алмай, бигерәк йүнһеҙҙәр. Ошондай мәлдәрҙә драманы ташлағы килә, ул өмөтһөҙ эш булып күренә, опера, йә әҙәбиәт, йә башҡа бер һөнәр менән шөғөлләнге килә. Бына ниндәй хистәр уята миндә беҙҙең триумфтар»[14].
Консерватив МХАТ-ты сит илдә үҙ Мәскәүенә ҡарағанда йылыраҡ ҡабул итәләр, театр Мәскәүҙә публиканы бик үк юғары кимәлдә булмаған, ләкин көнүҙәк драматургия менән ҡыҙыҡтырған йәш коллективтар менән ярыша алмай. Уҡыусылар ҙа уҡытыусыларынан алыҫлаша бара: 1924 йылда 1-се студия үҙаллы театрға әйләнә ( МХАТ 2-й[10]; Е. Вахтангов исемендәге дәүләт академия театры (3-сө студия[12]). 1923 йылда Станиславский Немирович-Данченкоға яҙған хатында шундай диагноз ҡуя: « Әлеге Художество театры — Художество театры түгел. Сәбәптәре: а) рухты юғалтты — идея яғын; б) арыны, бер нимәгә лә ынтылмай; в) бигерәк ныҡ яҡын киләсәкте, материаль яҡты уйлап йәшәй ; г) яҡшы килем алып аҙҙы; д) бигерәк үҙ үҙенә генә ышана, үҙен артыҡ ныҡ юғары баһалай ; е) артта ҡала башланы, ә сәнғәт уны уҙып китеп бара; ж) иҫкегә бәйләнгән һәм бер урында ғына тапана…»[15]
Мәскәүҙә ҡалған Немирович-Данченко үҙгәрештәр башлай: әллә ҡасандан башлап бәйһеҙлек өсөн көрәшкән 1-се, 3-сө и 4-се студияларҙы ебәреп, Художество театры менән МХТ-ның 2-се студияһын ҡуша. 1924 йылдың июлендә был йәһәттән сит илдән Станиславский : « Һеҙҙең ҡарарығыҙға буйһонам һәм һеҙҙең менән ризамын. 1-се студияны — айырырға. Минең йәнемде әллә ҡасандан бирле көйҙөргән сирҙән ҡотолоу өсөн ошондай ҡәтғи операция кәрәк. (Йәл, ул 2-се МХТ тип атала.Ул МХТ-ҡа хыянат итте — бар яҡтан да)… 3- сө студияны ла киҫеп ташларға …»[16]. 2-се студия тураһында Станиславский шикләнеү белдерә: « Улар шундай матурҡайҙар, уларҙа нидәйҙер яҡшы нимә бар, ләкин, ләкин һәм тағы ла ләкин… Эт менән бесәй дуҫ буламы ( Сольются ли конь и трепетная лань)…»[16]. Ләкин Мәскәүгә ҡайтҡас, ул В. И. Немирович-Данченко менән ризалаша - театрҙа быға хәтле бер ваҡытта ла ошондай төрлө яҡлы талантлы труппа булмағанын таный[17].
Репертуары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡара Мәскәү Художество театры спектаклдәре#1918—1930 йылдар
Труппаға йәш артистарҙың ҙур төркөмөн һәм МХАТ-тың төрлө студияларынан, күбеһенсә 2 студиянан режиссёрҙар алыу (бер нисә кеше 3-сө студиянан- Завадский Юрий Александрович һәм Горчаков Николай Михайлович)[18]), театрға яңы һулыш бирә; үҙ сиратында, шул заман драматургияһына мөрәжәғәт итеү (беренсе тәжрибә — К.А. Треневтың пьесаһы буйынса Немирович-Данченко 1925 йылда ҡуйған «Пугачевщина» спектакле), хис-тойғоларҙы белдереүҙең яңы ысул-ҡоралдарын эҙләүҙе талап итә[19]. 20-се йылдарҙың икенсе яртыһынан башлап, шул заман үҙебеҙҙең ил драматургияһы театр репертуарында ныҡлы урын ала, ҡайһы бер әҫәрҙәр МХАТ етәкселеге, тәү сиратта Немирович-Данченко, һорауы буйынса яҙыла[19]. Шул сиратта классик әҫәрҙәрҙе яңыса уҡыу ҙа театр тарихына бик мөһим ваҡиғалар булып инә- А.Островскийҙың «Горячее сердце», П. О. Бомаршеның « Буталсыҡ көн, йәки Фигароның өйләнеүе»-«Безумный день, или Женитьба Фигаро » пьесалары, Л. Н. Толстойҙың «Воскресение» романы.
1930- сы йылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Театрға нигеҙ һалыусылар араһындағы низағ К. С. Станиславскийҙың театрҙың театр менән етәкселек итеүҙән ситләшеүенә килтерә, спектаклдәрҙе ул үҙе һирәк ҡуя, башлыса йәш режиссёрҙарҙың эше менән етәкселек итә, хатта ваҡыт үтеү менән был ролдә лә һирәгерәк сығыш яһай, күберәк ваҡытты үҙенең К. С. Станиславский һәм Вл. И.Немирович-Данченко исемендәге опера театрына[20] бүлә. Станиславский һуңғы тапҡыр МХАТ тупһаһын һуңғы тапҡыр 1934 йыл аҙағында атлап үтә[21].
Ошо ваҡытта Немирович-Данченко МХАТ штамптары менән көрәшә,мәҫәлән, тормош ысынбарлығына оҡшаған штамптар менән ( уларҙы режиссёр «правдёнка» тип атай), 30 йыл эсендә бигерәк ваҡланған МХАТ-тың көнкүрешкә бәйлелеге (бытовизм) менән , үҙ спектаклдәрендә күренештәрҙе һәм характёрҙарҙы киң дөйөмләштереүгә ирешә[19]. Сценография өлкәһендә эҙләнеүҙәр бара: Художество театрында эшкә йәш , 30—40- сы йылдарҙағы иң яҡшы театр рәссамдарының береһе,Владимир Дмитриев саҡырыла- 1941- се йылда ул МХАТ-ның баш рәссамына әйләнә; Сәхнәләштереүҙәге күптөрлөлөк төрлө рәссамдар менән хеҙмәттәшлек итергә мөмкинлек бирә , улар араһында Николай Крымов һәм Константин Юон, Петр Вильямс һәм Вадим Рындин,һуңыраҡ Николай Акимов һәм Владимир Татлин инә.
1932 год ғинуарында МХАТ-тың рәсми исеменә Ҙур (Большой) һәм Бәләкәй (Малый) театрҙар менән бер рәттән уның айырым статусын билдләп торған «СССР» аббревиатураһы өҫтәлә. Шул уҡ йылдың сентябрендә театрға М. Горький исеме бирелә.
1937 йылда Горький исемендәге СССР-ҙың МХАТ-ына Ленин ордены, 1938 йылда — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены[2] бирелә.
30-сы йылдарҙың икенсе яртыһында Художество театрындағы хәл дөйөм илдәге хәл кеүек була: юғары партия органдарының көслө күҙәтеүе аҫтында көсһөҙ, тик власҡа ярамһаҡланған, Главрепертком[22];«рекомендацияланған» әҫәрҙәрҙе ҡуймай булдыра алмай. Ҡайһы бер актёрҙар үҙҙәренең коллегаларының өҫтөнән ошаҡлап (доностар) яҙалар, шул сәбәпле Михаил Названов һәм Юрий Кольцов золом ҡорбаны була.
Репертуары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1932 йылда МХАТ-ҡа М. Горький исемен биреү театр репертуарына уның пьесаларын индереүҙе талап итә, һәм 30-сы йылдарҙа, 1905 йылдан һуң тәү тапҡыр, МХАТ яңынанГорькийға борола, башта "В людях" повесын инсценировкалай (1933),һуңынан «Егор Булычев и другие», «Враги», «Достигаев и другие»[6].ҡуйыла."Враги" пьесаһын театр Сталина ҡушыуы буйынса ҡуя, 1935 йылда был спектакль социалистик реализм эталоны[6].тип атала. ,"Ул, — тип яҙа И. Соловьёва, — форманың ҡыҫҡалығы һәм көсө , характёрҙарҙың бөтөнлөгө менән һоҡландыра; асыҡтан асыҡ, аяуһыҙ политик тенденциозлығы менән бергә был « тере кеше театры», уның сәхнәһендәге тормош хәҡиҡәтенән бер кем дә шикләнмәй "[6].
30-сы йылдарҙа театр афишаһында сит ил драматургияһы әҫәрҙәре бик һирәк күренә, унда ла тик классика ғына: Мольер, Диккенс, Шеридан( улары ла замана рухына («веяние времени») эйәреп) . Был осорҙа театр сәхәнәһендә, И.Соловьева әйтеүенсә, « асыҡлыҡ һәм тормошсанлыҡ, морализм, ҡәтғи дидактика, ябайлыҡҡа ынтылыш нығына»[23]. Репертуар яртылаш совет драматургияһынан һәм рус классикаһынан тора : Немирович-Данченко был осорҙа «Анна Каренинаны», «Гроза» ны, «Горя от ума» ның яңыртылған вариантын һәм "Три сестры " ҙы ҡуя; шунан алда Станиславский етәкселегендә «Мёртвые души» (М. Булгаков инсценировкаһы) ҡуйыла. Совет драматургтары йышыраҡ йәш режиссёрҙар Илья Судаков, Николай Горчаков, Михаил Кедров тарафынан, ҡайһы бер саҡта Немировича-Данченко етәкселегендә лә ҡуйыла . Совет осоронда Художество театры өсөн «Дни Турбиных» төп йүнәлеш биреүсе (программа) спектакле була, уны 1926 йылда К. С. Станиславский етәкселегендә МХТ-ның 2-се студияһынан килгән Илья Яковлевич Судаков ҡуйған. Киләһе йылда В. В. Иванов тың «Бронепоезд 14-69» пьесаһы буйынса Судаков ҡуйған спектакль театр тормошонда ҙур ваҡиғаға әйләнә.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөйөк Ватан һуғышы МХАТ 1941 йыл дың 16 июненән Минскиҙа гастролдә саҡта башлана. Спектаклдәр 24 июнгә саҡлы бара, массированных налётов немец авиацияһы күпләп ҡаланы бомбаға тота, бер көн эсендә ҡаланың үҙәге бөтөнләй тиерлек юҡҡа сыға, меңләгән кеше һәләк була . Бомба театр бинаһының бер өлөшөн юҡ итә,бөтә декорации һәм костюмдар юҡҡа сыға. Художество театры коллективы үҙаллы дөрләп янған ҡаланан сығып, Мәскәүгә 29 июндә[24].ҡайтып етә.
1941 йылдың октябрендә МХАТ Саратов ҡа эвакуциялана, Саратов ТЮЗ[25].ының бинаһында урынлаша. Труппа өсөн яуаплылыҡты был осорҙа Н. П. Хмелёв ҡа йөкмәтәләр. Вл. И. Немирович-Данченконы һәм МХАТ-тың әйҙәүсе артистарын хөкүмәттең ҡарары менән 1941 йылдың сентябрендә Нальчик ҡа эвакуациялайҙар, ә һуңынан Тбилиси ға.
1942 йылдың ноябрендә МХАТ Мәскәүгә ҡайта.
1943 йылда театрҙа В. И. Немирович-Данченко исемендәге Мәктәп-студия асыла.
1923 йылда театрҙа музей , һуңыраҡ ике филиал: К. С. Станиславский ҙың йорт-музейы һәм Вл. И. Немирович-Данченко ның мемориал фатиры булдырыла.
Немирович-Данченконан һуң
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡара Мәскәү Художество театры спектаклдәре
1920-сы йылдарҙан башлап, театрҙы үҙе генә етәкләгән Вл. И. Немирович-Данченко Мәскәүҙә 25 апрелдә 1943 йыл дың 25 апрелендә 85-се йәшендә вафат була. МХАТ-ҡа ике күренекле актёр етәксе итеп ҡуйыла(Николай Хмелёв художество етәксеһе, Иван Москвин — директор).
1940 йылдарҙа театр үҙенең күренекле актёрҙарын — Л. Леонидовты, М. Лилина ны, В. Качалов ты, М. Тарханов ты, Б. Добронравов ты, баш рәссам В. Дмитриевты һәм театр менән һәр саҡ хеҙмәттәшлек иткән П. Вильямсты юғалта.
1945 йылдың ноябрендә Хмелёв донъянан китә, 1946 годың февралендә Москвин вафат була, МХАТ-тың художество етәксеһе итеп Михаил Кедров тәғәйенләнә, тик бер нисә йылдан һуң театрҙы әйҙәүсе актёрҙарҙан торған Художество советы етәкләй башлай; 1949 йыл дан 1955 йылғаса баш режиссёр булған М.Кедров та унда инә; 1955 йылда ул вазифа ла бөтөрөлә; театрҙың художество етәкселәре булып Виктор Станицын, Борис Ливанов, Михаил Кедров һәм Владимир Богомолов[2] тора
Һуғыштан һуң репертуар сәйәсәте тағы ла нығыраҡ ҡәтғиләшә[26]; ВКП(б) Үҙәк комитетының 1946 йылдың авгусында сыҡҡан « Драма театрҙарының репертуары һәм уны яҡшыртыу саралары тураһында» ( «О репертуаре драматических театров и мерах по его улучшению») тигән ҡарарында совет авторҙарының пьесалары « ысынында илебеҙҙең иң ҙур театрҙарының репертуарынан төшөрөп ҡалдырылған», тип билдәләнә һәм, атап әйткәндә, МХАТ-та « барған 20 спектаклдең тик 3 генә әлеге совет тормошона ҡағыла»; хатта театрҙарҙа барған шул пьесалар ҙа тәнҡиткә тотола[22][27]. 40-сы йылдар аҙағында уҡ ҡапмаҡаршылыҡ килеп тыуа- рәсми танылыу алған спектаклдәр тамашасыны ҡыҙыҡһындырмай һәм театр репертуарында оҙаҡ тора алмай[28]. М. Строева әйтеүенсә, Сталинской осороның аҙағына МХАТ-ҡа билеттарҙы оперетта ,йә циркка билеттарға тағып бирә башлайҙар[29].
1943 йылда уҡ Немирович-Данченко труппаның хәле өсөн борсолоп, былай ти : « Унда 60 кеше улар, шулар араһынан ун-ун икеһенә генә мин ышанам»[30]. Һуғыштан һуңғы йомшаҡ драматургия МХАТ-тың йәш артистары өсөн дә айырыуса насар мәктәп була; бигерәк тә МХАТ мәктәбе таланттары өсөн, ти театр тарихын яҙыусы, бигерәк тә нимәнән- беренсе быуын артистары кеүек Чехов пьесаларынанмы , 20-се йылдарҙағы икенсе быуын «Турбиндар»( «Дни Турбиных»),«Ҡайнар йөрәк»( «Горячее сердце»),«Фигароның өйләнеүе»нәнме («Женитьба Фигаро») , йә иһә һуғыштан һуңғы алдаҡсы совет пьесаларынанмы, башлауы мөһим була[31]. 40-сы йылдар аҙағында МХАТ-тың мәктәп- студияһынан сығып, труппаға килгән артистар тураһында Инна Соловьёва : " Елизар Мальцевтың « Икенсе мөхәббәт» (« Вторая любовь») спектаклендә, К. Симоновтың « Кеше күләгәһе» («Чужая тень»), Н. Виртаның « Юҡ ителәсәктерҙең ҡаршылығы »( «Заговор обрёченных»), А. Суровтың « Йәшел урам» («Зелёная улица»), М. Чиаурели менән М. Большинцовтың « Аврора залпы» («Залп Авроры») спектаклдәрендә сәхнә тәжрибәһе туплай башлаған йәш артистар дөрөҫлөк тураһында уйламай ғына, сәхнәнән айырылғыһыҙ булып, килештереп уйнарға өйрәнә. Сәхнәлә дөрөҫлөктө күрһәтмәй, айырылғыһыҙ булып, килештереп уйнау, алдаҡ менән айырылғыһыҙ булыу— был МХТ-ның рухын мыҫҡыл итеү, уның быуындан быуынға бирелеп килгән техникаһын оятһыҙ боҙоу. Был эшкә күнегеп киткәндәр, дөйөм әйткәндә, унан кире сыға алмай "[32].тип яҙа.
1950—1960- сы йылдарҙа МХАТ режиссура көрсөгө кисерә: ҡуйыу өсөн пьесалар һайлау һәм артистарға роль биреү ҙә әйҙәүсе артистарҙың теләгенән сығып эшләнә; төптән уйланылған репертуар сәйәсәте булмағас, театр бер көнлөк пьесалар ҡуя: "Репертуар, —тип яҙа И. Соловьёва, — төҙөгәндә спектаклдәр йәнәшәләгеһен күрмәй, үға таянмай, ниндәй ҙә булһа әхлаҡи һәм художество сәбәптәренә таянмай, ниндәй ҙә булһа фекер, донъяға йә булмаһа сәнғәткә ҡарашты үҫтереү менән бәйле булмай "[33]. Спектаклдәрҙе ҡуйыуға йыш ҡына профессинал булмаған режиссёрҙар- театрҙың әйҙәүсе актёрҙары йәлеп ителә. МХАТ тамашасыһын юғалта бара, шулай ҙа 1930- сы йылдар аҙағынан башлап эталонға һәм өлгөгә әйләндерелгән театр булараҡ, ул элеккесә тәнҡиттән ситтә ҡала, был хәлде тағы ла нығыраҡ ҡатмарлаштыра[28][34].
И. Соловьёваның уйынса, 1950-се йылдарҙың икенсе яртыһында, уның Мәктәп- студияһынан сыҡҡан йәштәр «Современник» театрын төҙөгәндә, МХАТ 1920-сы йылдар көрсөгө ваҡытында Станиславский биргән характеристикаға тап килеп тора[15].
1960- сы йылдар аҙағынан башлап, МХАТ-та билеттар насар һатыла: тамашасылар залын «баш ҡала ҡунаҡтары» тултыра[35], — труппала йөҙ иллеләп актёр була, күптәр оҙаҡ йылдар сәхнәгә сыҡмай; төркөмдәргә бүлгеләнгән труппа эске көрәштән көсһөҙләнә бара[36].Ниһәйәт, 1970 йылда театрҙы юҡҡа сығарған коллектив етәкселек «юғарынан» бөтөрөлә һәм ,МХАТ-тың әйҙәүсе актёрҙары һайлауы буйынса[28], мәҙәниәт министерлығы театрҙың төп режиссёры итеп МХАТ-тың мәктәп-студияһын тамамлаған «Современник»[36].театрының ойоштороусыһы һәм художество етәксеһе Олег Ефремовты тәғәйенләй.
МХАТ Ефремов осоронда
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡара Ефремов, Олег Николаевич, Мәскәү Художество театры спектаклдәре
Заманында Георгий Товстоногов Ҙур драма театрына ҡуйылған кеүек, Ефремов ,театрҙы ҡотҡарыр өсөн,баш режиссёр итеп ҡуйыла, ләкин Ҙур драма театрҙың (БДТ) художество етәксеһенеке кеүек вәкәләт уға бирелмәй- Товстоногов беренсе йылда уҡ труппаның өстән бер өлөшөн эштән ебәрһә,[37], Ефремовҡа кадрҙар мәсьәләһен былай ҙа ҙур штатты тағы ла ҙурайтыу иҫәбенә сисергә туры килә[36].
Олег Ефремов театрға ҡайһылыр мәғәнәлә яңы һулыш биреүгә , ярайһы ғына әһәмиәтле спектаклдәр ҡуйыуға, ниндәйҙер кимәлдә труппаны яңыртыуға өлгәшә, МХАТ-ҡа күренекле актёрҙарҙы - Иннокентий Смоктуновский, Андрей Попов, Евгений Евстигнеев ты саҡыра , Камергер тыҡырығына тамашасыларҙы яңынан ҡайтара; тик ул театрҙың эске проблемаларын еңеп сыға алмай[28].
Труппа саманан тыш ҙурая, 1980-се йылдарҙың аҙағында 200 кешегә[36] етә, уның менән етәкселек итеүе ауырлаша бара; күп осраҡта репертуар сәйсәте күберәк артистарға эш булдырыға тырышыуҙан ғибәрәт була: Ефремовтың «Аҡсарлаҡ» («Чайка»)(1980) спектакле, йә иһә Анатолий Эфростың «Тартюф» ы менән бер рәттән, күп кенә әллә ни ҙур әһәмиәте булмаған эштәр ҙә ҡуйыла[28]. « Актёрҙарҙың күп өлөшө, — тип хәтерләй Олег Табаков, — Олегҡа кәрәкмәй, ул бер нисек тә барыһына бер тигеҙ итеп ролдәр бүлеп биреп, эш табып бирә алмай ине… Әгәр артист бер йыл, ике, өс йыл эшһеҙ ултыра икән, ул тынысһыҙлана , ризаһыҙлыҡ белдерә башлай. Ҡыҫҡаһы, проблемалар оҙаҡ ваҡыт йыйылып килә- быны ижад өсөн уңай хәл тип һис әйтеп булмай »[38].
Ысынында иһә, театрҙа ике труппа ойоша, һәр береһенең үҙ репертуары, үҙ режиссёры була [39], — аптырағас, 1987 йылдың мартында Ефремов театрҙы бүлеү тураһында һүҙ ҡуҙғата[39]. Ул ике труппаға ла автономия биреп,береһен Камергер тыҡырығында, икенсеһен— Москвин урамында урынлаштырырға тәҡдим итә; театрҙың партия йыйылышы бүленеүгә ҡаршы ҡарар ҡабул итә, тик дөйөм йыйылыш автономия өсөн тауыш бирә[39]. Ефремовтың , А. Смелянский әйтеүенсә, ике труппаны нисек бергә йәшәтергә тигән айышлы ғына планы булмай, ләкин ул бының һөҙөмтәһендә Мәскәүҙә ике МХАТ барлыҡҡа килер, тип уйламай[40]:
- О. Н. Ефремов етәкселегендәге труппа -1989 йылдан А. П. Чехов исемендәге МХАТ ;
- Татьяна Доронина етәкселегендәге труппа- әле лә тарихи М. Горький исемендәге МХАТ исемен һаҡлай.
.
Сәхнәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нигеҙләнгәндән һуң тәүге 35 йыл буйы Художество театры спектаклдәрҙе бер сәхнәлә генә ҡуя; 1933 йылда ул үҙ ҡарамағына Петр тыҡрығындағы (һуңыраҡ— Москвин урамы) 1047 урынлыҡ элекке Корш театрының бинаһын ала, бында театрҙың филиалы асыла.
Камергер тыҡырығындағы тарихи бинаға реконструкция талап ителгәнлектән (1978 йылда реконструкцияға тиҫтә йылға ябыла), 1973 йылда МХАТ өсөн Тверь бульварында, 22-се һанлы йортта иң яңы театр техникаһы, бик ҙур , бейеклеге 30 метрҙан да юғарыраҡ сәхнәле һәм 1472 урынлыҡ тамаша залы булған яңы бина төҙөлә.
Шулай итеп, бүленеү ваҡытына МХАТ-тың өс сәхәнәһе була- Тверь бульварындағы яңы бинала, Художество театры тыҡырығы (хәҙер Камергер тыҡырығы) һәм һуңыраҡ реконструкцияға ябылған Москвин урамындағы филиалда .
Труппа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Станиславский менән Немирович-Данченко үҙҙәренең беренсе труппаһына башлыса йәш, билдәһеҙ артистарҙы, хатта профессиональ белемде эш барышында үҙләштергән үҙешмәкәр артистарҙы ала; бер нисә йылдан һуң уларҙың бер нисәһе, тәү сирата, Иван Москвин, Василий Лужский, Ольга Книппер-Чехова һәм 1900 йылда театрға килгән Василий Качалов, Мәскәү сәхнәһенең «йондоҙҙарына» әйләнә. Артабан Художество театры күптәрҙе үҙаллы сәйхәткә ебәреүсе мәктәпкә әйләнә; ҡанаттары нығынған таланттарға ҙур, ул ваҡытта таланттарға бай труппала ҡыҫыҡ була башлай. 1902 йылда бер төркөм артистар менән Всеволод Мейерхольд үҙ театрын булдырыр өсөн китә; Алиса Коонен Александр Таиров менән яңы театр булдырыр өсөн һәм уның примадоннаһы булыр өсөн ; Андрей Лаврентьев Петербургта режиссёр булараҡ дан ҡаҙаныр һәм Ҙур драма театрын булдырыр өсөн китә; МХТ-тың эксперименталь студиялары ҡайһы ваҡыт үҙаллы театр коллективтарына әйләнә , мәҫәлән, Евгений Вахтангов студия һы һәм Михаил Чеховы етәкселегендәге 1-се студия … Художество театры һәр ваҡыт артистарын юғалта, ләкин яңы уҡыусылар таба .
1924 йылда МХАТ-тың труппаһына 20 кешенән торған йәш артистар төркәмө — уның студияларында тәрбиәләнгән Художество театрының «икенсе быуын» актёрҙары тип йөрөтөлгән (икенсе быуын в «йондоҙҙар» и «легендалар») ҡабул ителә ; шулар иҫәбендә Алла Тарасова, Ольга Андровская, Ангелина Степанова, Николай Баталов, Борис Добронравов, Николай Хмелёв, Михаил Яншин һәм тағы бер нисә улар кеүек үк данлыҡлы артистар ҡабул ителә[2].
Режиссёрҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү](йәйә эсендә театрҙа эшләгән йылдары күрһәтелгән)
- Станиславский Константин Сергеевич (1898—1934)
- Немирович-Данченко Владимир Иванович (1898—1943)
- Лужский Василий Васильевич ( 1898 йылдан)
- Мчеделов Вахтанг Леванович ( 1904 йылдан)
- Леонидов Леонид Миронович (1903—1915 һәм 1920 йылдан)
- Сулержицкий Леопольд Антонович (1905—1916)
- Марджанов Константин Александрович (1910—1913)
- Смышляев Валентин Сергеевич (1915—1924)
- Санин Александр Акимович (1917—1919)
- Раевский Иосиф Моисеевич (1922 йылдан)
- Горчаков Николай Михайлович ( 1924 йылдан)
- Кедров Михаил Николаевич ( 1924 йылдан; 1946—1949 йылдарҙа — художество етәксеһе; 1949—1955 йылдарҙа — баш режиссёр)
- Судаков Илья Яковлевич (1924—1933)
- Сахновский Василий Григорьевич ( 1926 йылдан), МХАТ-тың мәктәп-студия һының беренсе етәксеһе (1943)
- Богомолов Владимир Николаевич ( 1951 йылдан)
- Ефремов Олег Николаевич — 1970 йылдан театрҙың баш режиссёры
Театр хеҙмәткәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү](йәйә эсендә театрҙа эшләгән йылдары күрһәтелгән)
- Симов Виктор Андреевич (с 1898) — рәссам
- Гремиславский Яков Иванович (1898—1941) — рәссам-гримёр. педагог
- Ахалина Прасковья Николаевна (1898—1910) — суфлер: Сәнғәт һәм әҙәбиәт йәмғиәтендә , һуңыраҡ Художество театрында нигеҙләнгәндән башлап .
- Сац Илья Александрович (с 1906) — музыкаль бүлек мөдире, композитор, дирижёр
- Демидов Николай Васильевич (1921—1925) — МХТ-ның 4-се студия педагогы
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Режиссёрское искусство / Рудницкий К. Л. // /wiki ./Большая_советская_энциклопедия#.D0.A2.D1.80.D0.B5.D1.82.D1.8C.D0.B5_.D0.B8.D0.B7.D0.B4.D0.B0.D0.BD.D0.B8.D0.B5 Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 Соловьёва И. Н. Московский Художественный академический театр СССР имени М. Горького // Театральная энциклопедия (гл. ред. П. А. Марков). — М.: Советская энциклопедия, 1961—1965. — Т. 2.
- ↑ 3,0 3,1 Андреев Л. Н. Москва. Мелочи жизни // Московский Художественный театр в русской театральной критике: 1898—1905. — М.: Артист. Режиссёр. Театр, 2005. — С. 153—154.
- ↑ Помни о смерти — лат.
- ↑ 5,0 5,1 Орлов Ю., Экономика Московского Художественного театра 1898—1914 годов: к вопросу о самоокупаемости частных театров.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 Соловьёва И. Н. Максим Горький . МХТ им. А. П. Чехова (официальный сайт). Дата обращения: 8 сентябрь 2012. Архивировано 16 октябрь 2012 года.
- ↑ Строева М. Н. Режиссёрские искания Станиславского: 1898—1917. — М.: Наука, 1973. — С. 171-172. — 375 с.
- ↑ Строева М. Н. Режиссёрские искания Станиславского: 1898—1917. — М.: Наука, 1973. — С. 172-173. — 375 с.
- ↑ Цит. по: Строева М. Н. Режиссёрские искания Станиславского: 1898—1917. — М.: Наука, 1973. — С. 173. — 375 с.
- ↑ 10,0 10,1 Я. У. Московский Художественный театр второй // Театральная энциклопедия (под ред. С. С. Мокульского). — М.: Советская энциклопедия, 1961—1965. — Т. 2.
- ↑ Станиславский К. С. Моя жизнь в искусстве // Собрание сочинений в 8-ми томах / М. Н. Кедров (главный редактор), редактор тома Н. Д. Волков. — М.: Искусство, 1954. — Т. 1.
- ↑ 12,0 12,1 Сергеева И. Л., Литвин М. Р. Театр имени Евг. Вахтангова. 1913—1996: Альбом. — М.: Русская книга, 1996. — С. 286. — ISBN 5-268-01332-7.
- ↑ Золотницкий Д. И. Академические театры на путях Октября. — Л.: Искусство, 1982. — С. 229. — 343 с.
- ↑ Станиславский К. С. Собраний сочинений в 9 т. / Сост. И. Н. Виноградская, Е. А. Кеслер. — М.: Искусство, 1999. — Т. 9. Письма: 1918—1938. — С. 59—60. — 839 с.
- ↑ 15,0 15,1 Соловьёва И. Н. Ветви и корни. — М.: Московский Художественный театр, 1998. — С. 134—135. — 159 с.
- ↑ 16,0 16,1 Цит. по: {{ |автор = Золотницкий Д. И. |заглавие = Академические театры на путях Октября |ссылка = http://www.teatr-lib.ru/Library/Zolotnitsky/Aki/#_Toc295924149 |ответственный = |место = Л. |издательство = Искусство |год = 1982 |том = |страниц = 343 |страницы = 230 |isbn = }}
- ↑ Золотницкий Д. И. Академические театры на путях Октября. — Л.: Искусство, 1982. — С. 230. — 343 с.
- ↑ Вахтангова студия // Театральная энциклопедия (под ред. С. С. Мокульского). — М.: Советская энциклопедия, 1961—1965. — Т. 1.
- ↑ 19,0 19,1 19,2 Немирович-Данченко, Владимир Иванович // Театральная энциклопедия (под ред. С. С. Мокульского). — М.: Советская энциклопедия, 1961—1965. — Т. 3.
- ↑ К. Гр. Станиславский, Константин Сергеевич // Театральная энциклопедия (под ред. С. С. Мокульского). — М.: Советская энциклопедия, 1961—1965. — Т. 4.
- ↑ Смелянский А. М. Профессия — артист (предисловие) // Станиславский К.С. Собрание сочинений в 9 томах. — М.: Искусство, 1989. — Т. 2.
- ↑ 22,0 22,1 Смелянский А. М. Предлагаемые обстоятельства. Из жизни русского театра второй половины XX века. — М.: Артист. Режиссёр. Театр, 1999. — С. 14—16. — 351 с. — ISBN 5-87334-038-2.
- ↑ Соловьева И. Н. Театр 1929 — 1953 и социалистический реализм // Театральные течения. — Л.: ГИТИС, 1998. — С. 245.
- ↑ Михайлов В., Неизвестные гастроли МХАТа в Минске. «Беларусь сегодня», 22 июня, 2007
- ↑ У нас не будет в этой войне тыла… 2009 йыл 21 февраль архивланған.
- ↑ Смелянский А. М. Предлагаемые обстоятельства. Из жизни русского театра второй половины XX века. — М.: Артист. Режиссёр. Театр, 1999. — С. 13—14. — 351 с. — ISBN 5-87334-038-2.
- ↑ Власть и художественная интеллигенция. Документы ЦК РКП(б) — ВКП(б), ВЧК — ОГПУ — НКВД о культурной политике. 1917-1953 / Под ред. А.Н. Яковлева. Сост. А.Н. Артизов, О.В. Наумов. — М.: Международный фонд «Демократия», 1999. — С. 591—592.
- ↑ 28,0 28,1 28,2 28,3 28,4 История . МХТ им. А. П. Чехова (официальный сайт). Дата обращения: 8 сентябрь 2012. Архивировано 16 октябрь 2012 года.
- ↑ |автор = Строева М. Н. |заглавие = Советский театр и традиции русской режиссуры: Современные режиссёрские искания. 1955—1970 |ссылка = |ответственный = |место = М. |издательство = ВНИИ искусствознания. Сектор театра |год = 1986 |том = |страниц = 323 |страницы = 9 |isbn = }}
- ↑ Цит. по: Соловьёва И. Н. Ветви и корни. — М.: Московский Художественный театр, 1998. — С. 149—150. — 159 с.. И. Соловьева иҫәпләүенсә, штатта ул саҡта 70-тән артыҡ актёр булған
- ↑ Соловьёва И. Н. Ветви и корни. — М.: Московский Художественный театр, 1998. — С. 149—150. — 159 с.
- ↑ Соловьёва И. Н. Ветви и корни. — М.: Московский Художественный театр, 1998. — С. 133. — 159 с.
- ↑ Соловьёва И. Н. Ветви и корни. — М.: Московский Художественный театр, 1998. — С. 145—146. — 159 с.
- ↑ Строева М. Н. Советский театр и традиции русской режиссуры: Современные режиссёрские искания. 1955—1970. — М.: ВНИИ искусствознания. Сектор театра, 1986. — С. 14. — 323 с.
- ↑ Строева М. Н. Советский театр и традиции русской режиссуры: Современные режиссёрские искания. 1955—1970. — М.: ВНИИ искусствознания. Сектор театра, 1986. — С. 14—15. — 323 с.
- ↑ 36,0 36,1 36,2 36,3 Смелянский А. М. Предлагаемые обстоятельства. Из жизни русского театра второй половины XX века. — М.: Артист. Режиссёр. Театр, 1999. — С. 106. — 351 с. — ISBN 5-87334-038-2.
- ↑ Старосельская Н. Товстоногов. — М.: Молодая гвардия, 2004. — С. 140—141. — ISBN 5-235-02680-2.
- ↑ Ванденко А. Рабочий сцены (интервью с Олегом Табаковым) // Итоги : журнал. — 13 сентября 2010. — № 37 (744).
- ↑ 39,0 39,1 39,2 Соловьёва И. Н. Ветви и корни. — М.: Московский Художественный театр, 1998. — С. 157. — 159 с.
- ↑ Смелянский А. М. Предлагаемые обстоятельства. Из жизни русского театра второй половины XX века. — М.: Артист. Режиссёр. Театр, 1999. — С. 199. — 351 с. — ISBN 5-87334-038-2.
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Я, актёр, попав в роль критика-зрителя…» Дневник записей впечатлений артистов Первой студии МХТ. Сезон 1916/17 г. Публ., вст. ст. и коммент. М. В. Хализевой // Документы и факты из истории отечественного театра ХХ века. Вып. 4 / Ред.-сост. В. В. Иванов. М.: Индрик, 2009. С. 533—567.
- Евгений Вахтангов. Документы и свидетельства: В 2 т. / Ред.-сост. В. В. Иванов. М.:, Индрик, 2011. Т. 1 — 519 с., илл.; Т. 2 — 686 с., илл.
- Московский Художественный театр в русской театральной критике: 1898—1905. М.: Артист. Режиссёр. Театр, 2005. 639 с.
- Московский Художественный театр в русской театральной критике: 1906—1918. М.: Артист. Режиссёр. Театр, 2007. 875 с.
- Московский Художественный театр в русской театральной критике. 1919 – 1943. Часть первая. 1919 - 1930 / Сост. О. А. Радищева, Е. А. Шингарева. — М.: Артист. Режиссёр. Театр., 2009. — 440 с.:ил. с. — ISBN 978-5-87334-115-3.
- Марков П., Чушкин Н. Московский Художественный театр в советскую эпоху. Материалы и документы. М., 1962.
- Михайлов В. Неизвестные гастроли МХАТа в Минске // Беларусь сегодня. 22.06.2007.
- Орлов Ю. Экономика Московского Художественного театра 1898–1914 годов: к вопросу о самоокупаемости частных театров // Отечественные записки. — 2005. — № 4 (24).
- Эфрос Н. Е. Московский Художественный театр. 1898—1923. М. ; П., 1924.
- Соловьёва И. Н. Ветви и корни. — М.: Московский Художественный театр, 1998. — С. 149—150. — 159 с.
- Соловьёва И. Н. Художественный театр: Жизнь и приключения идеи / Ред. А. М. Смелянский. — М.: Московский Художественный театр, 2007. — 671 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәскәү Художество театры Викимилектә | |
Мәскәү Художество театры Викияңылыҡтарҙа |
- Иҫкәрмәләрендә хаталар булған биттәр
- Википедия:Cite web (заменить webcitation-архив: deadlink no)
- Алфавит буйынса театрҙар
- 1898 йылда барлыҡҡа килгәндәр
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ленин ордены менән наградланған ойошмалар
- 1898 йылда асылған театрҙар
- МХАТ
- 1898 йылда барлыҡҡа килгән театрҙар
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградланған театрҙар
- Мәскәүҙең драма тетрҙары
- Рәсәйҙең академия драма театрҙары
- Мәскәүҙең эшмәкәрлеген туҡтатҡан театрҙары