Эстәлеккә күсергә

Алкин Мәжит Сәмиғулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мәжит Сәмиғулла улы Алкин битенән йүнәлтелде)
Алкин Мәжит Сәмиғулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 февраль 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Әлкә ауылы, Салауат районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 25 март 2022({{padleft:2022|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (82 йәш)
Вафат булған урыны Өфө ҡалаһы ҡала округы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө йырсы, декан
Уҡыу йорто Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты
Өфө сәнғәт училищеһы
Гнесиндар исемендәге музыка-педагогия академияһы[d]
Ғилми дәрәжә сәнғәт фәндәре кандидаты[d] һәм профессор[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Алкин Мәжит Сәмиғулла улы (15 февраль 1940 йыл — 25 март 2022 йыл) — башҡорт йырсыһы (тенор), педагог. 1971 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1992—1995 йылдарҙа музыка факультеты деканы. Сәнғәт фәндәре кандидаты (2011), профессор (1992). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1977). Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге призға йәш йырсыларҙың республика конкурсы лауреаты (1972).

Мәжит Сәмиғулла улы Алкин (Баһауетдинов) 1940 йылдың 15 февралендә Башҡорт АССР-ының Малаяҙ (хәҙерге Салауат) районы Әлкә ауылында тыуған. Атаһы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған.

Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт интернат-мәктәбен тамамлаған.

1966 йылда Өфө сәнғәт училищеһын, 1971 йылда Гнесиндар исемендәге Дәүләт музыка-педагогия институтын (С. М. Хромченко класы) тамамлай.

Шул йылдан башлап Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1992—1995 йылдарҙа ул музыка факультеты деканы була.

1992 йылдан — профессор, 1989 йылдан башҡорт музыкаһы кафедраһында халыҡ йырҙарын башҡарыу класы етәксеһе.[1]

Йырсы һәм педагог 2022 йылдың 25 мартында Өфө ҡалаһында вафат була, тыуған ауылында ерләнә[2].

Йомшаҡ тембрлы матур тауышҡа эйә. Йырсының репертуарында башҡорт, рус һәм сит ил композиторҙары әҫәрҙәре.

Оҙон көй йырҙарының классик өлгөләрен: "Азамат"ты, «Сәлимәкәй»ҙе, "Урал"ды, "Һандуғас"ты һ. б. айырыуса тойғоло башҡарыуы менән билдәле.

Хөсәйен Әхмәтовтың, Заһир Исмәғилевтең, Таһир Кәримовтың, Рәүеф Мортазиндың, Данил Хәсәншиндың әҫәрҙәренең тәүге башҡарыусыһы.

Рәсәй һәм Болгария буйынса гастролдәргә йөрөгән.

Уның уҡыусылары араһында халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, республика һәм зона конкурстары лауреаттары: Башҡортостанды танылған йырсылары Ғәли Хәмзин, Минзифа Исҡужина, Саха Республикаһының (Яҡутстан) атҡаҙанған артисы В. П. Павлов, башҡа лауреаттар: С. Я. Аксанов, А. Шаһиҙуллин, А. А. Вахнин һәм башҡалар бар.

40-тан артыҡ уҡытыу-методик хеҙмәттәр, 50 башҡорт халыҡ йырын нотаға һалыусы автор.

Йәш башҡарыусыларҙың Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика конкурсында 1-се урын яулаған, лауреат (1972).

Алкин Мәжит Башҡорт радиоһы һәм телевидениеһында концерттар менән сығыш яһай.

Репертуарында сит ил, рус, башҡорт композиторҙары әҫәрҙәре, башҡорт халыҡ йырҙарының классик өлгөләре.

Тенор өсөн хрестоматияның төҙөүсе редакторы («Тенор өсөн хрестоматия: Йырҙар, романстар, ариялар», 1984) һәм

100 башҡорт йыры йыйынтығы редакторы («Башҡорттоң 100 йыры», 1992).

2011 йылда «сәнғәт фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай. Фәнни тикшеренеүҙәренең темаһы (урыҫса): «Башкирская народно-певческая культура: традиции и современная практика»[3].

Башҡарған әҫәрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Аҡ ҡайындар шаулай — (Шәрипов Талғәт музыкаһы / Ерикәй Әхмәт һүҙҙәре)
  • Дим ҡыҙы — (Мөстәҡимов Нәбиулла музыкаһы / Ҡолмой Яҡуп һүҙҙәре)
  • Елдәр-елдәр — (музыкаһы / һүҙҙәре)
  • Кил баҡсаға — (Хәлфетдинов Абдулла музыкаһы / Вәлиев Әхмәт һүҙҙәре)
  • Таң ҡыҙы — (Ғабдрахманов Абрар музыкаһы / Сиражи Муса һүҙҙәре)
  • Уйна әле гармуныңды — (Әхмәтов Хөсәйен музыкаһы / Рәхимғолова Фәүзиә һүҙҙәре)
  • Яҡты йондоҙом — (музыкаһы / һүҙҙәре)
  • Һандуғас — (Башҡорт халыҡ йыры)
  • Һағынырмын Уралтау буйҙарын — (Исмәғилев Заһир музыкаһы / Зәйнәшева Гөлшат һүҙҙәре)
  • Һаҡмар һылыуҡайҙары — (Хәсәнов Рим музыкаһы / Игебаев Абдулхаҡ һүҙҙәре)
  • Һин ултыртҡан муйыл — (Хәлфетдинов Абдулла музыкаһы / Шәүәлиев Рамаҙан һүҙҙәре)
  • Һинең күҙҙәр — (музыкаһы / һүҙҙәре)
  • Әллә бөтөнләй оноттоң — (Әхмәтов Хөсәйен музыкаһы / Игебаев Абдулхаҡ һүҙҙәре)

Билдәле уҡыусылары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостандың атҡаҙанған артисы (1977).
  • Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге призға йәш йырсыларҙың республика конкурсы лауреаты (1972)
  1. http://ufa-gid.com/encyclopedia/alkin2.html, Г. Н. Ахмадеева.
  2. Ушел из жизни видный башкирский певец и фольклорист Мажит Алкин
  3. [http://www.dissercat.com/content/bashkirskaya-narodno-pevcheskaya-kultura-traditsii-i-sovremennaya-praktika «disserCat — электронная библиотека диссертаций» сайты. Научная электронная библиотека → Искусствоведение → Музыкальное искусство: Башкирская народно-певческая культура: традиции и современная практика. Тема диссертации и автореферата по ВАК 17.00.02, кандидат искусствоведения Алкин, Мажит Самигуллович] (рус.) (Тикшерелеү көнө: 29 июль 2018)
  • Алкин Мәжит. Тенор өсөн хрестоматия: Йырҙар, романстар, ариялар", 1984
  • «Башҡорттоң 100 йыры», 1992
  • Земля салаватская, земля батыра. Уфа, Гилем, 2010, стр. 245.