Мөнирә
Мөнирә |
Мөнирә — мосолман, шул иҫәптән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мөнирә исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Мәғәнәһе — нур һибеүсе, яҡтыртыусы тигәнде аңлата[1].
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәйнанова Мөнирә Ғәтиәт ҡыҙы (24 октябрь 1927 йыл — 2012) — малсылыҡ тармағы алдынғыһы, һауынсы, БАССР-ҙың атҡаҙанған малсыһы.
Һөйөндөкова Мөнирә Басим ҡыҙы — профессор, биология фәндәре докторы.
Шәйбәкова Мөнирә Ғабдулла ҡыҙы (1948), хеҙмәт ветераны. Кушнаренко районы «Большевик» колхозының элекке механизаторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
Занина Мөнирә Ғәрәф ҡыҙы (1930—17.10.2017), театр актёры. 1971 йылдан Салауат башҡорт дәүләт драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1995).
Төхвәтуллина Мөнирә Сәхиулла ҡыҙы (1961), малсылыҡ алдынғыһы һәм ветераны. Көйөргәҙе районы Киров исемендәге хужалыҡтың элекке машина менән һыйыр һауыу операторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
Ғәйнетдинова Мөнирә Зәйнетдин ҡыҙы — БАССР-ҙың 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, 134-се Мишкә һайлау округы.
Фәрхетдинова Мөнирә Сәләх ҡыҙы — БАССР-ҙың 3-сө саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Өфө ҡалаһы, 3-сө Совет һайлау округы.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Мөнирә» мәсете — Өфөләге мосолман дини ойошмаһы. Өфө ҡалаһы Ленин районындағы Нижегородкала урынлашҡан.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |