Мөхәммәд Рафи

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Мөхәммәд Рафи
кб.-пандж. ਮੁਹੰਮਦ ਰਫ਼ੀ
Рәсем
Заты ир-ат[1][2]
Гражданлығы Flag of Imperial India.svg Британ Һиндостаны
Flag of India.svg Һиндостан
Flag of India.svg Индийский Союз[d]
Тыуған көнө 24 декабрь 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})[2][3]
Тыуған урыны Британ Һиндостаны, Пенджаб[d], Котла Султан Сингх[d]
Вафат булған көнө 31 июль 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})[3][4] (55 йәш)
Вафат булған урыны Һиндостан, Мумбай
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе Миокард инфаркты
Һөнәр төрө йырсы, музыкант, композитор, кино актёры, закадровый исполнитель
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1980
Ҡултамға
Музыка ҡоралы язычковый орган[d] һәм вокал[d]
Дискография Mohammed Rafi discography[d]
Жанр индийская классическая музыка[d], филми[d], карнатическая музыка[d], ғәзәл, каввали[d], бхаджан[d] һәм Thumri[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Падма Шри за заслуги в искусстве
Commons-logo.svg Мөхәммәд Рафи Викимилектә

Шри Мөхәммәд Рафи (кб.-пандж. ਮੁਹੰਮਦ ਰਫ਼ੀ [mʊhaməd rəfi]?, һинд मोहम्मद रफ़ी, ингл. Mohammed, Mohammad йәки Mohd. Rafi; 1 май 1919 йыл31 июль 1980 йыл) — пенджаб сығышлы билдәле һинд йырсыһы, һинд киноһының кадр артындағы ир-ат «алтын тауышы» (Манн Дей, Мукеш һәм Кишор Кумар менән бер рәттән). Карьераһында уның иҫәбендә 5 мең вокал партияһы бар, уларҙың ҡайһы берҙәре кинематография премияһына лайыҡ була (атап әйткәндә, кадр артындағы иң яҡшы ир-ат вокалы өсөн 6 — 1961, 1962, 1965, 1967, 1969 йылда һәм 1978 йылда Filmfare Award призы), шулай уҡ бер нисә дәүләт, шул иҫәптән Падма Шри наградаһы (1967).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бала сағы һәм үҫмер йылдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мөхәммәд Рафи Котла Солтан Сингх ауылында (хәҙерге Һиндостандың Пенджаб штатында, Амритсара эргәһендә), брадобрей һәм кулинар Хажи Али Мөхәммәдтең ғаиләһендә 5-се йәки 6-сы малай булып донъяға килә. Ул тыуғандан һуң оҙаҡ тормай ғаилә Лахорға (хәҙерге Пакистан) күсә, унда уларҙың йорто һаман да бар[5]. Рафи бала саҡтан уҡ йыр менән ҡыҙыҡһына башлай, Лахор урамдарындағы факирҙарҙың йырҙарын ҡабатлай. Өлкән ағаһы Мөхәммәддин һәм уның дуҫы Абдул Хмид малайҙың һәләтенә иғтибар итеп, уны төрлөсә дәртләндерә һәм ата-әсәһен улдарына ошо һөнәрҙе алырға рөхсәт итеүҙә ҙур роль уйнай.

Рафи классик һинд вокалы нигеҙҙәрен устадалар Баде Гхулам Али Хана, Абдул Вахид Хана, пандиталар Дживанлала Матту һәм Фироза Низами остазлығында өйрәнә. Улның беренсе сығышы 13 йәшендә Лахорҙа, башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 15 йәше тирәһендә[6], йырсы Кунданлала Сайгал концертында ут һүнгәс, тынысһыҙланған тамашасының күңелен күтәреү өсөн кемдер Рафиға йырларға тәҡдим итә. Тамашасылар араһында булған Шьям Сундар, егеттең һәләтенә таң ҡалып, уны Бомбейға, фильмдар өсөн йырларға саҡыра һәм уның беренсе кадр артындағы яҙмаһын Зинат Бегум менән дуэтта башҡарған «Nee Soniye, Heeriye Nee» йырын «Baloch Gul» (1941; прокатҡа 1944 йылда сығарыла) панджаб фильмы фильмы өсөн яҙҙыра. Шул уҡ йылда Мөхәммәд Рафи Лахорҙың All India Radio компанияһына радиотапшырыуҙар студияһына йырларға саҡырыла.

Карьераһының башы (Бомбей, 1940 йылдар)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1944 йылда Рафи Абдул Хәмид менән Бомбейға килә, унда улар музыканттар йәшәгән Бхенди-Баҙар районында икеһенә бер бүлмә таба. Шағир Танвир Накви уны бер нисә кинопродюсерға, шул иҫәптән Абдуррәшид Кардар һәм Мехбуб Ханға, шулай уҡ актер һәм режиссер Нәзиргә күрһәтә[7]. Йәш музыкант менән таныш булған Шьям Сундар уға «Gaon Ki Gori» фильмы өсөн Г. М. Дуррани менән «Aji dil ho qaabu mein to dildar ki aisi taisi…» дуэтта йырлау мөмкинлеген бирә. Был Мөхәммәдтең хинди телендә беренсе яҙмаһы була, уның артынса башҡалары яҙҙырыла[8].

Фильмографияһының бер өлөшө[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

(Тулы фильмографияһы үҙ эсенә 860 фильмды ала, уларҙың 55-е йырсы вафат булғандан һуң таммалана йәки уның архив яҙмаларын тауышландырыу өсөн файҙаланыла[9])

; 1940 йылдары
1950 йылдар
1960 йылдар годы
1970 йылдар
1980 йылдар (күберәген — йырсы вафат булғандан һуң)

Аудиография/дискография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Награда һәм номинациялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Профессиональ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һинд Кадр артындағы иң яҡшы ир-ат вокалы өсөн милли кинопермияһы
Йыл[12] Партия Фильм[13] Композиторҙары Һүҙҙәр авторы Һөҙөмтә Һылтанмалар
1978 Kya Wada Hua Tera Мы не хуже других[en] (1977) Рахул Дев Бамин[en] Маджрух Султанпури[en] Еңеү [14]
Кадр артындағы иң яҡшы ир-ат вокалы өсөн Filmfare Award премияһы[15]
Йыл Партия Фильм Композиторҙары Һүҙҙәр авторы Һөҙөмтә Һылтанмалар
1961 Husnwale Tera Jawab Nahin Семейная обитель[en] (1961) Рави Шанкар Шарма[en] Шакил Бадаюни[en] Номинация
Teri Pyaari Pyaari Surat Ko Sasural[en] (1961) Шанкар-Джайкишан[en] Хасрат Джайпури[en] Еңеү
1962 Chaudhvin Ka Chand Ho Полная луна[en] (1961) Рави Шанкар Шарма Шакил Бадаюни Еңеү
1963 Aye Gulbadan Aye Gulbadan Профессор[en] (1962) Шанкар-Джайкишан Хасрат Джайпури Номинация
1964 Mere Mehboob Tujhe Mere Возлюбленная моя[en] (1963) Наушад Али[en] Шакил Бадаюни Номинация
1965 Chahunga Main Tujhe Saanj Savere Дружба[en] (1964) Лакшмикант-Пьярелал[en] Маджрух Султанпури Еңеү
1966 Chhoo Lene Do Nazuk Hothon Ko Тени[en] (1965) Рафи Шанкар Шарма Сахир Лудхианви[en] Номинация
1967 Baharo Phool Barsao Принцесса и разбойник[en] (1966) Шанкар-Джайкишан Шайлендра[en] Еңеү
1969 Main Gaoon Tum So Jao Брахмачари[en] (1968) Шанкар-Джайкишан Шайлендра Номинация
Dil Ke Jharokhe Mein Хасрат Джайпури Еңеү
Babul Ki Duvayen Нилкамал[en] (1968) Рави Шанкар Шарма Сахир Лудхианви Номинация
1970 Badi Mastani Hai Jeene Ki Raah[en] (1969) Лакшмикант-Пьярелал Ананд Бакши[en] Номинация
1971 Khilona Jaan Kar Игрушка[en] (1970) Лакшмикант-Пьярелал Ананд Бакши Номинация
1974 Hum Ko To Jaan Se Pyaari Naina (1973) Шанкар-Джайкишан Хасрат Джайпури Номинация
1975 Achha Hi Huva Dil Toot Gaya Maa Bahen Aur Biwi[en] (1974) Шарда Камар Джалалабади[en]

Ведпал Варма
Номинация
1978 Parda Hai Parda Амар, Акбар, Антони (1977) Лакшмикант-Пьярелал Ананд Бакши Номинация
Kya Hua Tera Wada Мы не хуже других (1977) Рахул Дев Бамин Маджрух Султанпури Еңеү
1979 Aadmi Musaafir Hai Близкий человек[en] (1977) Лакшмикант-Пьярелал Ананд Бакши Номинация
1980 Chalo Re Doli Uthao Kahaar Злейший враг[en] (1979) Лакшмикант-Пьярелал Варма Малик Номинация
1981 Dard-e-dil Dard-e-jigar Долг Чести[en] Лакшмикант-Пьярелал Ананд Бакши Номинация
Maine Poocha Chand Se Абдулла Рахул Дев Бамин Ананд Бакши Номинация
Mere Dost Kissa Yeh Верные друзья[en] Лакшмикант-Пьярелал Ананд Бакши Номинация
Кадр артындағы иң яҡшы ир-ат вокалы өсөн Киножурналистарҙың Бенгал ассоциацияһының премияһы (Bengal Film Journalists' Association – Best Male Playback Award)
Йыл Фильм Композитор Автор һүҙ Һөҙөмтә Һылтанмалар
1957 Tumsa Nahin Dekha[en] (1957) Омкар Прасад Найяр[en] Маджрух Султанпури Еңеү
1965 Дуҫлыҡ (1964) Лакшмикант-Пьярелать Маджрух Султанпури Еңеү [16]
1966 Любовь в Кашмире[en] (1965) Шанкр-Джайкишан Джайпури Хасрат Еңеү [17]
Sur Sringar Award
Йыл Фильм Композиторҙары Һүҙҙәр авторы Һөҙөмтә Һылтанмалар
1965 Читралекха[en] (1964) Рошан[en] Сахир Лудхианви Еңеү

Шулай уҡ ҡайһы бер сығанаҡтар «Иң яҡшы йырсы» призын билдәләй, уны 1974 йылда «Film World» журналынан композитор Уши Кханндың «Teree Galiyon Mein Na Rakhenge Qadam Aaj Ke Baad» йырын башҡарған өсөн ала[18].

Дәүләт һәм хөкүмәт бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1948 йыл — Һиндостан бойондороҡһоҙлоғноң беренсе йыллығы хөрмәтенә көмөш миҙал (баш премьер-министр Джавахарлал Неруҙан).
  • 1967 йыл —Һиндостан хөкүмәтенән Падма Шри[19].

Йәмәғәт танылыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мөхәммәд Рафи күп тапҡырҙар Һиндостандың, дөрөҫөрәге, һинд киноһының иң яҡшы йырсыһы тип таныла. Аудитория өсөн уның популярлығы 2001 йылдағы һорау алыуҙар буйынса Лата Мангешкар менән «Мең йыллыҡтың иң яҡшы йырсыһы» титулын бүлешеүендә[20], шулай уҡ CNN-IBN телеканалы үткәргән һорау алыуҙар буйынса 2013 йылдың «Кинолағы хинди телендә йырлаусы иң яҡшы йырсы» титулында сағыла[21].

2000 йылда бер төркөм йәмәғәтселәр Мөхәммәд Рафи (үлгәндән һуң) иң юғары граждан наградаһы — Бхарат Ратна, шулай уҡ Фальке премияһына лайыҡ[22][23][24][25] тип рәсми белерә, әммә Һиндостан хөкүмәте бындау ҡарар ҡабул итмәй.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека и др. Record #135146046 // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France BNF танытҡысы: асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
  3. 3,0 3,1 Encyclopædia Britannica
  4. Bibliothèque nationale de France BNF танытҡысы: асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
  5. Varinder Walia Striking the right chord. The Tribune: Amritsar Plus (2003-06-16). 28 апрель 2007 тикшерелгән.
  6. Mohammed Rafi // Students' Britannica India — New Delhi, Hong Kong: Encyclopædia Britannica, 2000. — Т. 4. — P. 237—238. — 395 p. — ISBN 0-85229-760-2.
  7. Syed Abid Ali The Way It Was: Tryst With Bollywood. Daily Times, Pakistan (2003-06-16). 28 апрель 2007 тикшерелгән.
  8. The King Of Melody — Mohammed Rafi « Rafi Songs : Mohd Rafi Sahab — The Legendary Singer`s Life, Songs and Awards. 21 февраль 2014 тикшерелгән. 2011 йылдың 5 июнь көнөндә архивланған.
  9. Мохаммед Рафи (инг.) Internet Movie Database сайтта
  10. 10,0 10,1 Один из нескольких фильмов с Мохаммедом Рафи также в эпизодной «экранной роли»
  11. «Суджата» (по имени героини) - оригинальное название, использованное также при показе фильма на Московском международном кинофестивале, «Неприкасаемая» - название фильма в советском прокате.
  12. По году присуждения номинации или премии, за фильмы, как правило, вышедшие в прокат в предыдущем году.
  13. Название фильма дано прямым шрифтом при использовании в русскоязычном прокате и, в виде исключения, при однозначности перевода оригинального названия, курсивом — при наличии только непрофессиональной русификации или отсутствии даже такой (в последнем случае использована транскрипция индийского оригинала).
  14. Gulzar, Govind Nihalani, Saibal Chatterjee Encyclopaedia of Hindi Cinema — Popular Prakashan (инг.)баш., 2003. — ISBN 978-81-7991-066-5.
  15. Filmfare Awards list, The Times Of India.
  16. Лауреаты премий 1965 года 2014 йылдың 7 июнь көнөндә архивланған. (инг.) на официальном сайте Премии Бенгальской ассоциации киножурналистов.
  17. Лауреаты премий 1966 года 2014 йылдың 6 июнь көнөндә архивланған. (инг.) на официальном сайте Премии Бенгальской ассоциации киножурналистов.
  18. Raju Bharatan. How fair were they to Mohammed Rafi?  (инг.). Rediff.com[en] (2006-08-23). 20 февраль 2014 тикшерелгән.
  19. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. .
  20. Mohd Rafi and Lata: Singers of Millennium. 19 февраль 2014 тикшерелгән.
  21. Mohammad Rafi wins Greatest Voice of Hindi Cinema poll. IBN Live. 19 февраль 2014 тикшерелгән. 2013 йылдың 19 август көнөндә архивланған.
  22. Paswan demands Bharat Ratna for Phule, Jagjivan Ram, Mohd Rafi.  (инг.). OneIndia News (2008-01-14). 21 февраль 2014 тикшерелгән.
  23. Mohammed Yahya Ansari, Forgetting the phenomenal talent of Rafi?  (инг.). The Hindu (2009-10-24). 21 февраль 2014 тикшерелгән.
  24. Demand in LS for Bharat Ratna to Mohd Rafi  (инг.). Deccan Herald (2011-08-19). 21 февраль 2014 тикшерелгән.
  25. Shivraj Dhrupad, Mohd Rafi's admirers intensify Bharat Ratna demand for the great singer  (инг.). Bhaskar News (2013-06-05). 21 февраль 2014 тикшерелгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]