Мөхәммәт (исем)
| ||||||||||||
Мөхәммәт, Мөхәммәд йәки Мүхәммәд (ғәр. مُحَمَّدٌ [muˈħammad] ) — киң таралған ир-егеттәрҙең шәхси исеме, башлыса мосолман донъяһында. "Маҡтам, маҡтаулы" мәғәнәһе бар. Ҡағиҙә булараҡ, Мөхәммәт Пәйғәмбәр ﷺ хөрмәтенә бирелә, ул - кешеләрҙең иң яҡшыһы. Аллаһ был кешене күп илаһтарға табыныусы ғәрәптәргә тәүхид таратыу өсөн ебәрҙе.
Төрки мосолмандар араһында шулай уҡ Мәмәд, Мехмет, Мәмәт, Мәхмәт, Мәмбәт, Мәмет, Мөхәмбәт, Мөкәнбәт һәм башҡалар исем варианттары таралған.
Шулай уҡ исемдең романлаштырылған варианттары ла бар: итальян теле — Маометто, испан теле — Маома, португал теле — Маоме һәм латин теле — Маомет.
Африка мосолмандары араһында, атап әйткәндә, Гамбияла Момодо йәки Мәмәдо исем варианты таралған.
Статистика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мөхәммәт исеме донъяла иң киң таралған исем тип һанала.
Билдәле йөрөтөүселәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мөхәммәт (570—632) — Аллаһтың Рәсүле ﷺ.
- Мөхәммәт ибн Муса әл-Хәрәзми (яҡынса 780 — яҡынса 850) — фарсы математигы, астрономы һәм географы, IX быуаттың мәшһүр ғалимдарының береһе. Уның исеме «алгоритм» һүҙенең нигеҙендә ята.
- Ғәләүетдин Мөхәммәт II (билдәһеҙ — 1220) — харәҙмшаһ.
- Мүхәммәд ибн Ғәбдел-Үәһһәб (1703—1792) — динде тергеҙеүсе, хәҙерге замандың иң яҡшы шәйехтәренең береһе.
- Мөхәммәт Аллаяр улы Хәйҙәров (1915—1999) — башҡорт журналисы, прозаик һәм драматург.
- Мөхәммәт Сөнәғәт улы Мәһәҙиев (1930—1995) — Татарстан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы, әҙәби тәнҡитсе.
- Мөхәммәт Али (1942—2016) — Америка боксеры, бокс тарихында иң яҡшыларҙың береһе.
Бер тамырлы исемдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шул уҡ ғәрәп тамырынан (Х-М-Д 'маҡтау') шулай уҡ исемдәр килеп сыға:
Фамилиялар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мәхмүтов
- Магомедов
- Магометов
- Мөхәммәтов
- Мәмәтов
- Мухамбетов
- Мәмбәтов
- Мөхәмәтйәнов