Эстәлеккә күсергә

Мөхәмәтзарипов Ғәбделғаян Зекриә улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мөхәмәтзарипов Ғәбделғаян Зекриә улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 8 март 1907({{padleft:1907|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})
Тыуған урыны Иҫке Ҡаҙансы, Рәсәй
Вафат булған көнө 12 май 1999({{padleft:1999|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (92 йәш)
Вафат булған урыны Йәнкиҫәк, Мутабаш ауыл Советы, Асҡын районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө колхозник
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Мөхәмәтзарипов Ғәбделғаян Зекриә улы (8 март 1907 йыл — 12 май 1999 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец.

Мөхәмәтзарипов Ғәбделғаян Зекриә улы 1907 йылдың 8 мартында Асҡын районы Иҫке Ҡаҙансы ауылында тыуған. Бер ғаиләнән дүрт яуғир Барый, Фәтих, Ғәбделхәй, Ғәбделғаян Мөхәмәтзариповтар дошманға ҡаршы яуға күтәрелә.

Мөхәмәтзарипов Ғәбделғаян Зекриә улы һуғышты 1941 йылдың ноябрь уртаһында төҙөлгән данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизия составында үтә. Ул легендар генералдар Миңлеғәли Шайморатов, Григорий Белов етәкселегендә алыша. Брянск фронтында ҡан ҡойғос алыштарҙа, Сталинградты обороналауҙа, Черниговты азат итеүҙә ҡатнаша. Уның ҡуҫтыһы Гәбделхәй ағай ҙа шунда була. Ләкин туғандарға фронтта осрашырға тура килмәй.

Һуғыштан һуңғы тормошо

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуғыш тамамланғас, дүрт бер туғандың береһе Мөхәмәтзарипов Ғәбделғаян Зекриә улы ғына тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа «Сейәтау» колхозында, унан «Дружба» совхозында эшләй. Буш ваҡытында сабата үрә, бал ҡорттары ҡарай. Тирә-яҡҡа мулла булараҡ таныла. Уның ҡарамағында 48 егеү аты, 78 тайҙар һәм ҡолондар була. Шәхси хужалыҡта ла ат аҫрай. 1999-сы йылдың 12 майында вафат була. Асҡын районы Йәнкиҫәк ауылында ерләнгән.

Кәримә Мостафа ҡыҙы менән 70 йыл татыу ғүмер итеп, 7 бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Бөтә балалары ла — Сәғҙәт, Нәзихә, Нәжибә, Тәлғәт, Мәдеһәм, Мәймүнә һәм Мәмдүнә йыр-моңға әүәҫ була.

Бөгөн Ғәбделғаян Зекриә улы нәҫелен уның күп һанлы ейән — ейәнсәрҙәре, бүлә- бүләсәрҙәр(хәҙер улар 40) дауам итә. Уларҙа ла олатайҙарының һәләте бар: ейәнсәре — Сулпан — Нефтекама филармонияһы йырсыһы, Эльвира БДПУ-ла музыкаль белем биреү факультетын тамамлаған.

  • Мәмдүнә Зарипова. Асҡыным–йәнтөйәгем. "Атайым Мөхәмәтзарипов Ғәбделғаян Зекриә улы һәм уның туғандары - Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары".. — Асҡын: Асҡын районының ижтимагый – сәяси гәзите, 27 февраль 2010. — № с.