Эстәлеккә күсергә

Шайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Миңлеғәли Шайморатов битенән йүнәлтелде)
Миңлеғәле Минһажетдин улы Шайморатов
Тыуған ваҡыты

15 август 1899({{padleft:1899|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө губернаһы Өфө өйәҙе Биштәкә ауылы[1]

Үлгән ваҡыты

23 февраль 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (43 йәш)

Вафат урыны

Украина ССР-ы
Ворошиловград өлкәһе

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғәскәр төрө

кавалерия

Хеҙмәт итеү йылдары

1919—1943

Хәрби звание генерал-майор
Генерал-майор
Генерал-майор
Командалыҡ итеү

16-сы гвардия кавалерия дивизияһы[2]

Наградалар һәм премиялар
Рәсәй Федерацияһы Геройы
Рәсәй Федерацияһы Геройы
Ҡыҙыл Байраҡ ордены  — 1938Ҡыҙыл Байраҡ ордены  — 1941Ҡыҙыл Йондоҙ ордены  — 1943
«Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияға XX йыл» миҙалы
«Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияға XX йыл» миҙалы
«Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалыМедаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.»
Тыуған төйәгендә батырға ҡуйылған һәйкәл.

Шайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улы (15 август 1899 йыл — 23 февраль 1943 йыл) — хәрби хеҙмәткәр, генерал-майор. Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се (һуңынан 16-сы Чернигов гвардия дивизияһы) Башҡорт кавалерия дивизияһын ойоштороусы һәм 1941 йылдың декабренән 1943 йылдың февраленә тиклем уның командиры. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2020, үлгәндән һуң).

Миңлеғәле Минһажетдин (Минһаж) улы Шайморатов 1899 йылдың 15 (яңыса 27) авгусында элекке Өфө губернаһының Өфө өйәҙе[1] Биштәкә ауылында батрак ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килгән. (Был ауыл хәҙер Шайморатов тип атала). Документтарҙа милләте татар,[3][4][5][6] сығанаҡтарза — башҡорт.[7][8][9]

1918 йылда Белореттан сығып Архангелгә килеп еткән В. К. Блюхерҙың Көньяҡ Урал партизандар армияһына барып ҡушыла. Аҙаҡтан Төркөстан фронтының 1-се армияһы составындағы 1-се Айырым башҡорт-татар кавалерия бригадаһы сафында һуғыша, 1920 йылдың июнь баштарында Көньяҡ-Көнбайыш фронттың 12-се армияһында Польшаға ҡаршы, Ростов өлкәһен Врангель армияһынан азат итеүҙә С. М. Буденныйҙың 1-се атлы армияһы составында ҡатнаша, Ҡырым һәм Кавказ фронттарында һуғыша.

1924—1931 йылдарҙа Мәскәүҙә ВЦИК ҡарамағындағы Юғары дөйөм хәрби училищела уҡый, 1934 йылда М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академияны алтын миҙал менән тамамлай.

1934—1935 йылдарҙа Төркиәлә, 1936—1940 йылдарҙа Ҡытайҙа хәрби атташе була.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, фронтта. 1941 йылдың авгусында ул үҙенең полкы менән фронтҡа китә һәм генерал-майор Л. М. Доваторҙың кавалерия төркөмөнә (артабан — кавалерия корпусы) барып ҡушыла.

1941 йылда республика хеҙмәтсәндәре иҫәбенә 112-се Башҡорт атлы дивизияһы ойошторола. Декабрь урталарында фронттан полковник Миңләғәле Шайморатов ҡайтып төшә һәм ойошторолоп ятҡан дивизияны ҡабул итеп ала.

1943 йылдың 23 февралендә, дошман тылындағы оҙайлы рейдтан һуң фронт һыҙығы аша сыҡҡан ваҡыттағы тиңһеҙ һуғыштарҙа Башҡортостан баһадир улы гвардия генерал-майоры М. М. Шайморатов Ворошиловград өлкәһе Ивановка районының Штеровка утары янында батырҙарса һәләк була.[10][11][12][13]

Маҡтаулы исемдәре, башҡа бүләктәре һәм хәрби дәрәжәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. 1,0 1,1 Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Шайморат ауылы
  2. 1943 йылдың 14 февраленә тиклем 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы.
  3. НАЦИОНАЛЬНОМУ МУЗЕЮ БАШКОРТОСТАНА ПЕРЕДАН ОРДЕН ГЕНЕРАЛА ШАЙМУРАТОВА 2018 йыл 3 март архивланған.
  4. Лист 2018 йыл 3 март архивланған.
  5. Б.Малородов. Халыкка хаклык кыйммәт. // Кызыл тан. 21 ноября, 2013 г.(недоступная ссылка) (тат.)(недоступная ссылка)
  6. Шайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улы. «Герои страны» сайты.
  7. YouTube сайтында Рождённый для славы: Генерал Шаймуратов
  8. Лурье В. М., Кочик В. Я. ГРУ: дела и люди / Составитель Колпакиди А. И.. — М., СПб.: «ОЛМА-Пресс», «Нева», 2003. — 640 с. — ISBN 5-7654-1499-0; 5-224-03528-7.
  9. Насыров А. Х. Подвиг генерала: Воспоминания командира эскадрона 112-й башкирской кавалерийской дивизии. — Уфа: Китап, 2006. — 216 с. — ISBN 5-295-03902-1.
  10. ОБД Мемориал|52613772
  11. ОБД Мемориал|55027443
  12. ОБД Мемориал|83882727
  13. ОБД Мемориал|83842724
  14. 14,0 14,1 Минигали Шаймуратов указом Владимира Путина награждён посмертно звездой Героя России. ИА «Башинформ», 30 марта 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 30 март 2020)
  15. Награда документтары «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  16. Награда документтары «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  17. Указ Президента Российской Федерации от 30.03.2020 № 230 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». 2020 йыл 4 декабрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 30 март 2020)
  18. В Башкирии начнут вручать новые ордена и почетные звания. ИА «Башинформ», 18 декабря 2019 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 30 март 2020)
  19. Постановление Госсобрания — Курултая РБ от 19 декабря 2019 года N ГС-782 «Об утверждении статута ордена генерала Шаймуратова»
  20. Өфөлә Совет майҙанында генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыла. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2019, 28 июнь (Тикшерелеү көнө: 28 июнь 2019)
  21. Башҡортостан музейҙарында легендар дивизия командиры Миңлеғәли Шайморатов тураһында документаль фильм күрһәтәләр. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018, 3 май (Тикшерелеү көнө: 10 май 2018)
  22. В Кармаскалинском районе состоялось открытие памятника легендарному комдиву Минигали Шаймуратову — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (рус.)
  23. Өфө ҡалаһының Рәсми сайты мәғлүмәте,
  24. Рәсәй Федерацияһы Президентының сайтына һалынған 1561-се Указы тексты 2013 йыл 4 октябрь архивланған.
  25. В Уфе стартуют «Зимние шаймуратовские игры» на Кубок Героя России Минигали Шаймуратова. ИА «Башинформ», 16 февраля 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 февраль 2021)

«Шайморатов генерал» йыры

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорттар китте һуғышҡа,
Оҙатып ҡалды күк Урал;
Ат уйнатып, алда бара
Шайморатов генерал.

Совет иле өсөн яуҙа
Кисте һыуҙы, уттарҙы;
Дошмандарға ябырылғанда
Утлы дауыл ҡуптарҙы.

Шайморатов яу ҡырында
Дошмандарҙы көл иткән;
Утта янмай, һыуҙа батмай,
Һай, батыр ҙа ир икән.

Ватан өсөн йән ҡыҙғанмай
Һинең улдарың, Урал;
Шулар менән дошман ҡырҙы
Шайморатов генерал.

Шли полки башкир в атаки,
Провожал седой Урал.
Впереди — на аргамаке
Шаймуратов-генерал.

Шаймуратов под собою
Горячил в бою коня.
На врага кидался в бою
Вихрем грома и огня.

Шаймуратов рубит, гонит,
На Дону врагов громит.
Ни в какой воде не тонет,
И в огне он не горит.

Храбрых конников по праву
Старый вырастил Урал,
Заслужил навеки славу
Шаймуратов-генерал