Эстәлеккә күсергә

Намибияла ислам

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Намибияла Ислам битенән йүнәлтелде)
Намибияла ислам
Дәүләт  Намибия
 Намибияла ислам Викимилектә

Намибияла ислам динен тотоусыларҙың һаны күп түгел, уны 9000 самаһы кеше тота[1].

Ислам Намибия территорияһына XX быуат аҙағында — XXI быуат башында күпләп үтеп инә башлай. Әлеге ваҡытта ислам динен 9000-гә яҡын кеше тота, башлыса нама халыҡ вәкилдәре. Нама халҡы араһында мосолмандарҙың һиҙелерлек артыуы башлыса күренекле сәйәсмән Яҡуп Сәлиман Дхамерҙың тырышлығына бәйле. Этник нама, Яҡуп Сәлиман Дхамер 1980 йылда ислам динен ҡабул итә һәм был динде үҙ халҡы вәкилдәре араһында тарата башлай[2].

Намибия халҡының күбеһе христианлыҡ һәм традицион дини инаныуҙар динен тота, ә ислам аҙсылыҡ дине булып ҡала. Намибия халҡының 0,4 % ислам динен тота[1]. Намибияла мосолмандарҙың күпселеге сөнниҙәр[3].

Намибиялағы мәсеттәр һәм ислам ойошмалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Намибияла Соуэто Ислам үҙәге тип аталған беренсе мәсеткә 1986 йылда нигеҙ һалына. Виндхуке ҡалаһының Катутура районында урынлашҡан. 2009 йылдың май айында Намибияла 12 мәсет иҫәпләнә, шуларҙың алтыһы Виндхукта урынлашҡан[4].

Әлеге ваҡытта Сәғүд Ғәрәбстанында дини практика һәм ислам нигеҙҙәре буйынса курстарҙа Намибиянан 24 студент уҡый, шулай уҡ был илдән студенттар Көньяҡ Африканың төрлө ислам ойошмаларында белем ала[2]. Намибия Хәләл ислам ассоциацияһы — Намибиялағы иң боронғо һәм билдәле Хәләл сертификация органы. Хәләлдең сертификация органы тип Көньяҡ Африкала һәм башҡа күп кенә ислам дәүләттәрендә танылған. Был ойошма 2001 йылда ойошторола, уның менән Фарук Насьер етәкселек итә. Намибия Хәләл ислам ассоциацияһы мосолмандар өсөн аҙыҡ-түлекте сертификациялау менән шөғөлләнә[4].

  1. 1,0 1,1 Table: Muslim Population by Country  (инг.), Pew Research Center's Religion & Public Life Project (27 January 2011). 29 сентябрь 2017 тикшерелгән.
  2. 2,0 2,1 https://archive.islamonline.net/?p=18129 (ингл.). archive.islamonline.net. Дата обращения: 29 сентябрь 2017. Архивировано из оригинала 15 февраль 2020 года.
  3. Namibia  (инг.), U.S. Department of State. 29 сентябрь 2017 тикшерелгән.
  4. 4,0 4,1 RELIGION-NAMIBIA: Finding Sanctuary in Islam | Inter Press Service. Дата обращения: 29 сентябрь 2017. [no Архивировано] 1 июнь 2019 года.