Нарва ҡәлғәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Нарва ҡәлғәһе
Рәсем
Дәүләт Flag of Estonia.svg Эстония
Административ-территориаль берәмек Нарва[d]
Мираҫ статусы памятник архитектуры[d][1]
Категория Викисклада для интерьера элемента Category:Interior of Narva Castle[d]
Commons-logo.svg Нарва ҡәлғәһе Викимилектә

Narva fort.jpg

Нарва һарайы / Герман һарайы (эст. Hermanni linnus) — Нарва (Нарова) йылғаһы буйында эстон ҡалаһы Нарвала, даттар XIII быуатта нигеҙ һалған урта быуат һарайы. Үҙенең тарихында замок Данияға, Ливон орденына, Рәсәйгә, Швецияға, Германияға һәм Эстонияға ҡараған. Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Нарваның күп өлөшө кеүек ҙур зыян күргән. Бөгөн замок өлөшләтә тергеҙелгән, унда ҡала музейы[2], китапхана һәм башҡа учреждениелар урынлашҡан.

Герман һарайы ҡаршыһында, Нарва (Нарова йылғаһы) йылғаһының рәсәй ярында Ивангород ҡәлғәһе тора.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XXI быуат башында замок күренештәре
Нарва замогы.
Төньяҡ-көнбайыш яғынан күренеше. 2006 йыл.
Нарва замогы.
Көнсығыштан күренеш (Ивангород яғынан). 2008 йыл
Нарва йылғаһының ҡапма-ҡаршы ярҙарында урынлашҡан Ивангород ҡәлғәһе (уңда) һәм Нарва ҡәлғәһе (һулда)
Нарва ҡәлғәһе ҡыш көнө
Нарва ҡәлғәһе төндә
Файл:Нарвский музей 2.jpg
Нарва музейы залдары

Нарва һарайының теүәл йәше тарихсылар араһында әлегә тиклем бәхәс тыуҙыра. Ләкин уларҙың күбеһе ваҡиғалар эҙмә-эҙлелегендә уртаҡ тел таба. XIII быуатта ны Төньяҡ Эстонияны яулап алған даттар Нарва йылғаһы менән «иҫке юл» киҫешкән урында ағас нығытмалар төҙөгән. Был нығытмалар һаҡлауында урындағы тораҡ XIV быуат башында ганзей өҫтөнлөктәрен алған Нарва ҡалаһы биләмәһендә үҫешкән. XIV быуат башында даттар таш ҡәлғә төҙөй башлаған, артабан ул Герман замогы исемен ала.

Хронологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1329 йыл — замок тураһында беренсе яҙма телгә алыу.
  • 1341 йылдан 1342 йылға тиклем — һарайҙың көнбайыш стенаһы янында ҙур форбург нығытмаларын төҙөгәндәр.
  • 1347 йыл — XIV быуатта дат короле, Нарваны индереп, Төньяҡ Эстонияны Ливон орденына һатҡан — Герман башняһының беренсе өлөшөн төҙөү.
  • 1492 йылда — Нарваның ҡаршы ярында. Ивангород ҡәлғәһен төҙөү.
  • XV быуат аҙағы— XVI быуат башы — ҡаланы уратып алған өҫтәмә һаҡлағыс стена төҙөү (стена һаҡланмаған һәм 1777 йылда емерелгән).
  • XVI быуат башы һәм уртаһы — Герман башняһын төҙөүҙе дауам итеү.
  • 1558 йыл — рус ғәскәренең һарайҙы алыуы.
  • 1581 йылда — замокты Швеция баҫып алған, һәм 1704 йылдың 9 авгусына тиклем— һарай швед биләмәһендә урынлашҡан.
  • 1676 йылдан 1680 йылға тиклем— өҫтәмә нығытмалар төҙөү, атап әйткәндә: Врангель бастионы (ингл. Wrangel), мал ҡыуыу ҡапҡаларын һаҡлау башняһы. Шулай уҡ алдан төҙөлгән бер нисә ҡоролма яңынан үҙгәртеп ҡоролған һәм нығытылған.
  • 1683 йылда — ҡала өҫтәмә нығытмаларының яңы планын ҡабул итеү. Яңы планды күренекле инженер Эрик Дальберг әҙерләгән һәм швед короле хуплаған.
  • 1684 йыл — өҫтәмә бастион нығытмалары төҙөлөшө башланған. Һөҙөмтәлә замоктың Нарва йылғаһына сыҡҡан стенаһы ғына үҙгәрешһеҙ ҡалған. Ә ҡәлғәнең көнбайыш һәм төньяҡ өлөштәре ныҡ киңәйтелгән һәм бастиондар менән нығытылған. Төҙөлөш 1704 йылға тиклем дауам иткән. Һөҙөмтәлә 6 бастион һәм Спес (Өмөт) нығытмаһы төҙөлгән, әммә шведтар Врангель һәм Пакс (Донъя) бастиондарын реконструкциялау тамамланмаған.
  • 1704 йылда — Нарва ҡәлғәһен Төньяҡ һуғышы[3]барышында Пётр I етәкселегендә рус ғәскәре баҫып алған.
  • 1822 йыл — Триумф һәм Фортуна бастиондары араһында урынлашҡан Көнбайыш ҡапҡаһы төҙөлөшөн тамамлау.
  • 1863 йыл — Нарва ҡала-ҡәлғә статусын юғалтҡан, Нарва нығытмаларының Ҡара ҡапҡаһы янында парк төҙөлөшө башланған.
  • 1875 йыл — Ҡара ҡапҡаны һүтеү.
  • 1918 йылдың 3 мартынан 1918 йылдың 11 ноябренә тиклем — Германия Нарва замогын яулаған
  • 1918 йылдың 12 ноябренән 1918 йылдың 28 ноябренә тиклем — Эстониянан немец ғәскәрҙәрен сығарыуға тиклемге күсемле осор. 1918 йылдың 19 ноябрь килешеүе буйынса, унда немец гарнизоны торғанлыҡтан, замокты немецтар контролдә тотҡан.
  • 1941 йылдан 1945 йылға тиклем замок Икенсе донъя һуғышы хәрби хәрәкәттәре барышында ныҡ зыян күргән.
  • 1950 йыл — һарайҙы яңыртып ҡороуҙы башлау реставрация.
  • 1986 йыл — Нарва һарайын яңыртып ҡороуҙың реставрациялау беренсе этабы тамамланған.
  • 1989 йыл — XIII быуаттан башлап XVIII быуат башына тиклемге ваҡиғаларҙы һүрәтләгән экспозиция асыла.

Беҙҙең көндәргә тиклем замокты реставрациялау дауам итә. Герман башняһында һәм һарайҙың иң иҫке өлөшөндә Нарва музейы, ә Нарва нығытмаһы бастиондарында парк урынлашҡан.

Иҫке күренештәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Эстония һарайҙары исемлеге
  • Нарва бастиондары
  • Иҫке ҡала (Нарва)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Estonian National Registry of Cultural Monuments
  2. Нарвский музей
  3. «Советская Военная Энциклопедия», том 5, М., Воениздат, 1978 г., стр.495

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалып:Список замков Эстонии