Эстәлеккә күсергә

Некрасов Сергей Михайлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Некрасов Сергей Михайлович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 4 сентябрь 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})[1] (77 йәш)
Тыуған урыны Пушкин[d], Санкт-Петербург, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Уҡыу йорто Рәсәй дәүләт сәхнә сәнғәте институты[d]
Ғилми дәрәжә мәҙәниәт фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Некрасов Сергей Михайлович Викимилектә

Некрасов Сергей Михайлович (4 сентябрь 1947 йыл, Пушкин, Ленинград, РСФСР, СССР) — тарихсы, культуролог, сценарийҙар яҙыусы. Музей ғилеме, рус мәҙәниәте тарихы һәм XVIII-XIX быуат башы ижтимағи фекере проблемалары буйынса бер нисә монография һәм күп һанлы мәҡәләләр авторы. А.С. Пушкинға, уның замандаштарына һәм нәҫеленә, Царскосельский лицейына һәм уның шәкерттәренә бағышланған фәнни-популяр кино - һәм телефильмдар, телевизион программаларҙың сценарийҙары авторы. Бөтә Рәсәй А.С. Пушкин музейы директоры. Рәсәй Федерацияһының аткаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2005)

Фәнни һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сергей Михайлович Некрасов 1947 йылдың 4 сентябрендә Пушкин ҡалаһында (элекке. Батша Ауылы) тыуа. Ленинград дәүләт театр, музыка һәм кинематография институтын тамамлай. 1967 йылда Ленинградта музейҙарҙа эшләй. 1988 йылдың ғинуарынан — Бөтә Рәсәй А. С. Пушкин музейы директоры. Пушкин ҡалаһының почетлы гражданы Өйләнгән, улы бар.

Бөтә Рәсәй А.С.Пушкин музейына индергән өлөшө

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1988 йылдан, Бөтә Рәсәй С. С. Пушкин музейы директоры вазифаһына инеү ваҡытынан  — музей статусын үҙгәртә, Рәсәй халыҡтарының милли ҡаҙаныш ҡиммәтле объектҡына әүерелә, халыҡ-ара бәйләнештәр киңәйә, фонд тулыландырыла.

С.М.Некрасовтың туранан-тура ҡатнашлығында һәм етәкселегендә А.С.Пушкиндың тыуыуының 200-йыллығын (1999), Санкт-Петербургтың 300-йыллығын (2003) әҙерләү һәм үткәреү буйынса программалар әҙерләнә һәм тормошҡа ашырыла, 2001 йылға Музей үҫеше программаһы эшләнә[2], ул хәҙер уңышлы тормошҡа ашырылған, 2011—2016 йылдарҙы музей үҫеше буйынса программа әҙерләнгән. «А.С. Пушкин. Тормошо һәм ижады», «Лицей хәтере буйынса йәшәйбеҙ», «Г.Р. Державин музейы һәм уның заманының рус һүҙлеге музейы» яңы экспозициялары ойошторола, улар Бөтә Рәсәй А,С.Пушкн музейының составына ныҡлы ингән. Әлеге мәлдә музей комплексы составына Петербург һәм Пушкин ҡалаһы территорияларында урынлашҡан 6 әҙәби-мемориаль музей инә.


С М. Некрасовтың күп яҡлы фәнни һәм ижади эшмәкәрлегенең һөҙөмтәһе — бәхеткә күрә, яҙмыш һәм ваҡыт менән һаҡланып ҡалған Г.Р. Державиндың уникаль усадьбаһын тергеҙеү, һәм Бөтә Рәсәй әһәмиәтенә һәм Санкт-Петербургтың музей-мәҙәни үҙәге булған Г.Р. Державиндың Музей-усадьбаһын ойоштороу тора.

Петербурглыларҙың Бөтә донъя клубы (клуб президенты —Б.М. Пиотровский) 2011 йылда «Архитектура, тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһыҙ тергеҙеү нигеҙендә яңы музей-ағартыу комплексын булдырыу» номинацияһында «Г.Р. Державин музейы һәм уның заманының рус һүҙлеге музейы» объектының ҡала төзөлөшө, архитектура, сәнғәт синтезы һәм төҙөкләндереү эшмәкәрлеге, Петербург ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау һәм үҫтереү өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Ярашлылыҡ билдәһе һәм маҡтаулы диплом менән бүләкләнә.

2015 йылда Бөтә Рәсәй А. С. Пушкин музейы «Г. Р. Державиндың ҡала усадьбаһы проекты өсөн «Тормошҡа ашырылған иң яҡшы тарихи һәм мәҙәни мираҫ объекты» номинацияһында» VI Рәсәй милли премияһының Алтын дипломын ала. Державин утарын реконструкциялау һәм уның нигеҙендә музей төҙөү принциптары «Г.Р. Державин музейы һәм уның заманының рус һүҙлеге музейы» альбом-монографияһында бәйән ителгән (СПб., 2008 / на русск. и англ. языках, переизд.: 2013).

Фәнни һәм ижтимағи эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тарих фәндәр кандидаты (1978). Культурология докторы (2000). Профессор (2007).Ҙур фәнни һәм педагогик эштәр алып бара. Рәсәй һәм Европа архивтарынан һәм шәхси коллекцияларҙан күп һанлы билдәле булмаған материалдарҙы фәнни әйләнешкә индерә. Белград, Бонн, Париж университеттарында, шулай уҡ Халыҡ-ара Музейҙар советы конференцияларында докладтар менән сығыш яһай,

20 йыл дауамында АҠШ һәм Европа илдәрендә, лицейҙа уҡығандарҙың вариҫтарының шәхси тупланмаларында сит ил лицейы тормошо тураһында һөйләгән күп һанлы ҡулъяҙма һәм һынлы материалдар таба[3]. Ул осорға тиклем өйрәнелмәгән сит ил лицейы темаларын эшләгән өсөн Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһынан авторҙың фәнни асышы миҙалына лайыҡ була. С.М. Некрасовтың инициативаһы, энергияһы арҡаһында музей фондына А.С. Пушкин һәм лицейҙа уҡығандар тоҡомо тупланмаһынан күп уникаль экспонаттар йыйыла.


С. М. Некрасов Халыҡ-ара «Царскосельская Осень» Лицей фестиваленең һәм йыл һайын үткәрелә торған XVIII Урыҫ шиғриәте байрамының инициаторы һәм художество етәксеһе булып тора. Уның инициативаһы менән А. Ф. Смирдин һәм Пушкин даирәһендәге яҙыусыларға Нева проспектының 22-се йортонда мемориаль таҡтаташ, Фонтанка яр буйы, 118 йорт эргәһендә Г.Р. Державинға һәйкәл ҡуйыла.


Рәсәй Фәндәр академияһының Пушкин комиссияһы ағзаһы.Рәсәй Федерацияһының Федерация Советы Рәйесе ҡарамағындағы Дәүләт мәҙәни сәйәсәте советы ағзаһы.

Сит илдәрҙә йәшәүсе ватандаштар менән эш итеү буйынса Эксперт советы рәйесе, Санкт-Петербург администрацияһының Тышҡы бәйләнештәр комитеты рәйесе. Рәсәй Кинематографистар союзы ағзаһы. Халыҡ-ара Музейҙар советы ағзаһы. Рәсәй Халыҡ-ара Музейҙар советының вице-президенты, Президиумы ағзаһы итеп һайлана, 1998—2001 йылдарҙа Халыҡ-ара Музейҙар советының Әҙәби музейҙар комитетында Рәсәй вәкиле була.

  • Некрасов С. М. Российская Академия. — М.: Современник, 1984. — 256, [16] с. — 25 000 экз.
  • Апостол добра. Повествование о Н. И. Новикове. — М., 1994.
  • Близ вод, сиявших в тишине. — СПб., 1995.
  • Лицей после Лицея. — М., 1997.
  • Пушкинские музеи России как явление культуры. — СПб., 1998.
  • Музей поэта. — СПб., 1999.
  • А. С. Пушкин. Жизнь и лира. (В соавторстве). — СПб., 1999.
  • В зеркале одиннадцатой музы. — СПб., 2000.
  • Пушкинские перекрестки Европы. — СПб., 2002.
  • Три эпохи музея. — СПб., 2004 (в соавторстве с Р. В. Иезуитовой).
  • «Куда бы нас ни бросила судьбина…». Выпускники Императорского Александровского Лицея в эмиграции. — М., 2007.
  • Под сенью дружных муз: Царское Село — город русской поэзии. — СПб., 2007; 2-е изд.: СПб., 2015.
  • Лицейская лира. Лицей в творчестве его воспитанников. — СПб., 2007.
  • «Прошли года чредою незаметной…». — СПб., 2009.
  • «Душа в заветной лире…». — СПб., 2010.
  • Лицейская энциклопедия. В 2-х тт. Т. 1. Императорский Царскосельский Лицей (1811—1843). — СПб., 2010. 520 с.; ил. Т. 2. Императорский Александровский Лицей (1844—1917). — СПб., 2013. 776 с.; ил./ С. М. Некрасов — рук. проекта, отв. редактор. Автор предисловий и 27 статей. Справочное издание.
  • «Спасительная сень. Записки директора Пушкинского музея». — Иркутск, 2013.
  • «Всероссийский музей А. С. Пушкина. Шедевры и реликвии». — СПб., 2013.
  • Идеи и образы русского просвещения. — СПб., 2015.
  • Дуҫлыҡ ордены (17 май 2016 йыл) — Ватан мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереүҙәге ҙур ҡаҙаныштары һәм киң мәғлүмәт сараларында күп йыллыҡ емешле эшмәкәрлеге өсөн[4].
  • Пушкин миҙалы (4 июнь 1999 йыл) — А.С.Пушкиндың тыуыуына 200 йыл тулыу айҡанлы. Мәҙәниәт, мәғрифәтселек, әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә ҡаҙаныштары өсөн[5].
  • «Санкт-Петербургтың 300-йыллығы иҫтәлегенә» (2003)[6].
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (19 май 2005 йыл) — Сәнғәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн[7].
  • «Санкт-Петербург алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» билдә (3 сентябрь 2007 йыл)[8].
  • Царскосельский һынлы сәнғәт премияһы (1999).
  • Александр Исаевич Солженицын премияһы (2020) — Рус мәҙәниәте өлкәһендә күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн; Гавриил Романович Державин музейын ойоштороу өсөн.
  • Ordre des ARTS et des Lettres француз ордены миҙалы (әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн) (2007).
  • Франкофония өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн Алтын миҙал «La française Renaissanse» (2017).
  1. Некрасов Сергей Михайлович // Литераторы Санкт-Петербурга. ХХ век (урыҫ) / под ред. О. В. Богданова
  2. Основные направления развития Всероссийского музея А. С. Пушкина (2001-11 гг.) // Пушкинский музеум. Вып. 3. СПб, 2001
  3. Некрасов С. М. Куда бы нас ни бросила судьбина… Воспитанники Императорского Лицея в эмиграции. — М., 2007; Некрасов С. М. Лицейская лира. Лицей в творчестве его воспитанников. — СПб., 2007; Лицейская энциклопедия. В 2-х тт. Т. 1. Императорский Царскосельский Лицей (1811—1843). — СПб., 2010
  4. Указ Президента Российской Федерации от 17 мая 2016 года № 233 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
  5. Указ Президента Российской Федерации от 4 июня 1999 года № 700 «О награждении медалью Пушкина»(недоступная ссылка)
  6. Указ Президента Российской Федерации от 19 февраля 2003 г., № 210
  7. Указ Президента Российской Федерации от 19 мая 2005 года № 570 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
  8. Распоряжение губернатора Санкт-Петербурга от 3 сентября 2007 г., № 401-пг

Баҫма сығанаҡтар:

  • «Кто есть кто в Санкт-Петербурге». Биограф. справочник. — СПб., 1998
  • «Who is who in ICLM». Биограф. справочник. — 1998—1999 / издание ИКОМ; на англ. яз.
  • «Известные русские». Биограф. справочник. — 1999—2000
  • «Столицы и усадьбы», сент., 2008