Эстәлеккә күсергә

Голландия Ост-Һиндостаны

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Нидерланд Көнсығыш Һиндостаны битенән йүнәлтелде)
Голландия Ост-Һиндостаны
Флаг Герб
Флаг Герб

 
 
1800 — 1942
Баш ҡала

Батавия

Телдәр

Нидерланд

Аҡса берәмеге

Нидерланд Indianинд гильдеры

 Голландия Ост-Һиндостаны Викимилектә

Голландия Ост-Һиндостаны (нидерл. Nederlands(ch)-Indië) — Малай архипелагы утрауҙары һәм Яңы Гвинея утрауының көнбайыш өлөшөндә Голландияның колониаль биләмәләре.

1800 йылда Голландия Ост-Һиндостан компанияһын национализациялау һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. 1942 йылдың мартында Япония оккупацияһына тиклем ғәмәлдә була. Һөйләү телмәрендә һәм рәсми булмаған документтарҙа ҡайһы саҡта шулай уҡ Нидерланд (һәм Голландия) Һиндостаны тип аталған. Һиндостан ярымутрауындағы голланд колониаль биләмәләре — Голландия Һиндостаны менән бутарға ярамай.

Башҡа колониаль берәмектәр кеүек, Голландия Ост-Һиндостаны урындағы дәүләт берәмектәре менән дә, башҡа колониаль державалар (Бөйөк Британия, Португалия, Франция, Испания) менән киҫкен көрәштә барлыҡҡа килә. Урындағы малай солтандары биләмәләре менән уратылған яр буйы факториялары һәм форпостары булараҡ, оҙаҡ йылдар башлыса талассократия характерына эйә була.

XIX быуат аҙағы — XX быуат башындағы яулауҙар, шулай уҡ ҡеүәтле иҡтисади эксплуатациялау механизмдарын ҡулланыу голландтарға үҙ тажы власы аҫтына архипелагтың ҙур өлөшөн берләштерергә мөмкинлек бирә. Голландия Ост-Һиндостаны үҙенең нефть һәм башҡа файҙалы ҡаҙылмаларҙың бай запастары менән «Голландия колониаль империяһы тажы ынйыһы» тип иҫәпләнгән[1].

Төрлө дәүерҙә Голландия Ост-Һиндостанының биләмәһе

1596 йылдың 23 июнендә Бантам портына беренсе голланд сауҙа экспедицияһы килә, уның капитаны Корнелиус Хутман була. Голландтар был биләмәләрҙең табышлы икәнлегенә тиҙ төшөнә. Үҙҙәренең тәүге уңыштарынан һуң голланд коммерсанттары Нидерландтың төрлө ҡалаларында һәм провинцияларында конторалар рәттәрен булдыра. Был конторалар армия, флот һәм эре капитал менән бәйле була һәм Көнсығыш, айырым әйткәнәд ошо төбәк менән сауҙа итеү өсөн файҙаланылған. 1602 йылда уҡ улар Ост-Һиндостан компанияһына берләшә һәм был ваҡыт өсөн эре акционер капиталына эйә була.

Батавия (хәҙер Джакарта) 1897 йылда
  • 16021800: был төбәктә компания хәрби-сауҙа операциялары алып бара. Территориаль яулауҙар ҙур булмаһа ла, инглиздәрҙе һәм португалдарҙы ҡыҫырыҡлап, Голландия флоты утрауҙар араһы һыуҙарын һәм төп порттарҙы тулыһынса контролгә алған.
  • 18001942: интенсив территориаль аннексия, урындағы халыҡ һәм башҡа Европа державалары менән оҙайлы һәм ҡан ҡойғосло колониаль һуғыштар.
  • 1859: Көнсығыш Тиморҙан башҡа, Португалия Индонезияһының 2/3 өлөшөн Голландия тарафынан аннексиялау.
  • 19421945: Индонезияла Япония оккупацияһы.
  • 19451949: Индонезия бойондороҡһоҙлоғо өсөн һуғыш.
  • 1962: Индонезия тарафынан Голландияның һуңғы территорияһын — Нидерланд Яңы Гвинеяһын аннексиялау.

Наполеон һуғыштары осоронда Голландияның территорияһы Франция тарафынан яулап алына һәм бөтә голланд колониялары автоматик рәүештә француздар ҡулына күсә. Һөҙөмтәлә 1808—1811 йылдарҙа колония менән француз генерал-губернаторы идар иткән. 1811—1816 йылдарҙа Наполеон һуғыштары барышында Голландия Ост-Һиндостанының территорияһы Англия тарафынан яулап алына, был ваҡытҡа ҡарай ул Көньяҡ Африкалағы Кап голланд колонияһын — Нидерланд һәм Индонезия араһындағы мөһим сауҙа звеноһын оккупациялап өлгөрә). Голландия колониаль империяһының ҡеүәте өҙөлә, әммә Англияға католик колониаль державалары — Франция, Испания һәм Португалия менән көрәштә протестант союздаш кәрәк була. Шунлыҡтан 1824 йылда инглиз-голланд килешеүенә ярашлы, Голландияның Һиндостандағы колониаль биләмәләренә алмашҡа, Индонезияла оккупацияланған территория голландтарға ҡайтарыла. Бынан тыш Малакка ярымутрауы Англияға күсә. Британия Малайяһы һәм Голландия Ост-Һиндостаны араһында барлыҡҡа килгән сик хәҙерге көндә лә Малайзия һәм Индонезия араһында сик булып тора.

Территориаль экспансия

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Голландияның Ост-Һиндостанының баш ҡалаһы Батавия була, хәҙер ул Джакарта — Индонезияның баш ҡалаһы. Ян Питерсзон Кун заманынан, Ява утрауы 350 йыл дауамында Голландия Ост-Һиндостан компанияһы һәм колониаль хакимиәте контроле аҫтында булһа ла, Голландия Ост-Һиндостанының ҙур өлөшө, шул иҫәптән Борнео, Ломбок һәм Яңы Гвинеяның көнбайыш өлөшө өҫтөндә тик XX быуат башында контороль урылаштырыла[2].

«Принц Дипонегороны әсир итеү», Николас Пинеман картинаһы, 1830—1835 йылдар.

Ислам институттарының эске тотороҡлоғона таянған Индонезияның аҫаба халҡы, Голландия Ост-Һиндостан компанияһына, ә һуңынан Голландияның колониаль хакимиәтенә ҙур ҡаршылыҡ күрһәткән[3]. Иң оҙайлы конфликттар Суматрала Падри һуғышы, Бөйөк Ява һуғышы һәм 1873 йылдан 1908 йылға тиклем дауам иткән Ачех солтанлығында (Суматраның төньяҡ-көнбайыш өлөшө) утыҙ йыллыҡ ҡанлы һуғыш. Көнбайыш Папуа (Көнбайыш Яңы Гвинея) һәм эске тау районыда халыҡтары тик 1920-се йылдарҙа ғына буйһона. Голандтар өсөн XIX быуат уртаһына тиклем дауам иткән был һыуҙарҙағы көслө пиратлыҡ (малай, ҡытай, ғәрәп, европалы пираттары) мөһим проблема тыуҙырған.[2]

1904—1909 йылдарҙа генерал-губернатор Дж. Б. ван Хётц идаралығы осоронда Голландия колониаль хакимиәтенең власы Голландия Ост-Һиндостанының бөтә территорияһына тарала, шулай итеп хәҙерге Индонезия дәүләтенең нигеҙҙәре барлыҡҡа килә[4]. 1905—1906 йылдарҙа Көньяҡ-Көнбайыш Сулавеси, 1906 йылда Бали утрауы һәм 1920 йылда Яңы Гвинея утрауының көнбайыш өлөшө баҫып алына.

1942 йылдың 10 ғинуарында Япония империяһы Нидерланд короллегенә ҡаршы һуғыш аса. 1942 йылдың мартына ҡарай япон ғәскәрҙәре Голландия Ост Һиндостанын тулыһыса яулап ала.

Голландия Ост Һиндостанының ҡолауы голланд колониаль империяһының ахырын аңлатған. Япониянан азат ителгәндән һуң, 1945 йылдың 17 авгусында Индонезия Республикаһы иғлан ителә. 1949 йылда Индонезия бойондороҡһоҙлоғо өсөн һуғышта еңелгәндән һуң, Голландия уны таный.

  1. А. Крозе. Голландский флот во Второй мировой войне / Пер. с англ. А. Больных. — М.: ACT, 2005. — ISBN 5-17-026035-0.
  2. 2,0 2,1 Witton, Patrick. Indonesia (билдәһеҙ). — Melbourne: Lonely Planet], 2003. — С. 23—25. — ISBN 1-74059-154-2.
  3. Schwarz, A. A Nation in Waiting: Indonesia in the 1990s (инг.). — Westview Press, 1994. — P. 3—4. — ISBN 1-86373-635-2.
  4. Robert Cribb, «Development policy in the early 20th century», in Jan-Paul Dirkse, Frans Hüsken and Mario Rutten, eds, Development and social welfare: Indonesia’s experiences under the New Order (Leiden: Koninklijk Instituut voor Taal-, Land- en Volkenkunde, 1993), pp. 225—245.


Ҡалып:Голландские колонии