Нияз (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Нияз — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла бар.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нияз — фарсы теленән — нияз (бүләк)+ҡол, бүләк бала.[1].
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов (20 август 1933 йыл — 11 октябрь 2015 йыл) — тарихсы-ғалим, археолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2006) һәм 2006—2012 йылдарҙа уның вице-президенты. Тарих фәндәре докторы (1989), профессор (1990). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2013).
Ниязбай Булатбай улы Сәлимов (27 сентябрь 1958 йыл) — журналист, яҙыусы, шағир, ғалим, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты (1992).>
Фамилия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ниязбаев Ғәбделрәүеф Хәким улы (12 февраль 1884 йыл — 18 апрель 1920 йыл) — драматург, мәғариф хеҙмәткәре. Милләте — башҡорт.
Ауылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ниязғол (рус. Ниязгулово) — бөткән ауыл. Башҡортостандың Баймаҡ районы Ишбирҙе ауыл Советы биләмәһенә тура килгән ауыл. 1934 йылда Исмаҡай ауылы башҡорттары тарафынан булдырылған[1]. 1960-сы йылдарҙа ауылдар исемлегенән төшөп ҡалған.
- Ниязғол (рус. Ниязгулово) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл. Почта индексы — 453391, ОКАТО коды — 80226804006.
Нияҙғол (рус. Ниязгулово) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 168 кеше[1]. Почта индексы — 453612, ОКАТО коды — 80201834004.
Әҙәбиәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ниязғол — Һәҙиә Дәүләтшинаның «Ырғыҙ» романында Ниязғол бай. Башҡорт яҙыусыһы «Ырғыҙ» романын тамамлай һәм шуның менән ил алдында оло ихтирам яулай. Һәҙиә Дәүләтшинаның киң билдәле әҫәре «Ырғыҙ» (1942—1952) йылдарҙа яҙыла. Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1967).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |