Эстәлеккә күсергә

Ниғмәтуллин Рамаҙан Муллағәле улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ниғмәтуллин Рамаҙан Муллағәле улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 16 июль 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Тыуған урыны Иманғол, Тамьян-Ҡатай кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 19 февраль 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (77 йәш)
Вафат булған урыны Учалы, Учалы районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө металлург
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Ниғмәтуллин Рамаҙан Муллағәле улы (16 июль 1924 йыл — 19 февраль 2002 йыл) — совет мәғдән табыу сәнәғәте алдынғыһы. 1951—1979 йылдарҙа Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының экскаватор машинисы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың етенсе һәм һигеҙенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966), СССР-ҙың Почётлы таусыһы (1979).

Рамаҙан Муллағәли улы Ниғмәтуллин 1924 йылдың 16 июлендә Башҡорт АССР-ының Тамъян-Ҡатай кантоны[1] Иманғол ауылында тыуа. Тулы булмаған урта белемле.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1940 йылда «Башзолото» тресы Учалы руда идаралығының тау цехында башлай.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Демобилизациянан һуң 1950 йылда машинисы ярҙамсыһы, 1951 йылдан — Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында экскаватор машинисы булып эшләй.

Ете йыллыҡта (19591965) мәғдән сығарыу нормаларын 108,3 процентҡа үтәй һәм пландан тыш 291 мең тонна мәғдән таба, ә 1965 йылда рудник буйынса 103 һәм 105 %-ҡа план үтәлһә, Нәғмәтуллин планды 110,6 %-ҡа үтәй һәм пландан тыш 73 мең тонна мәғдән сығара. Мәғдән сығарыу буйынса ете йыллыҡ йөкләмәне 6,5 йылда үтәй.

Социалистик ярышта үҙ экскаваторының ремонт арауығы ваҡытын оҙайтып, нормала ҡаралған 4 йыл урынына 4 йыл 9 ай дауамында капремонтһыҙ эшләй. Ауыр тау-геология шарттарында быраулаусылар, шартлатыусылар һәм геологтар менән хеҙмәттәшлек итеп, ҡиммәтле мәғдәндең юғалтыуҙарҙын 1960 йылда 4,5 %-ҡа тиклем, 1965 йылда 2,5 процентҡа тиклем әҙәйтә. Мәғдәндең буш тоҡомдар менән ҡатнаш сығарылыуын кәметә һәм 524 мең һум экономия яһай.

19631965 йылдарҙа уның рационализаторлыҡ тәҡдимдәре арҡаһында 8910 һум экономия алына. Ниғәмәтуллин үҙенең бай тәжрибәһенә 20 экскаватор машинисын өйрәтә, шунлыҡтан рудник 1965 йылда мәғдән сығарыуҙы 5 %-ҡа арттыра һәм өҫтәмә 165 мең кубометр тау массаһын бирә.

Төҫлө металлургияны үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән 20 май 1966 йылдың 20 майында Рамаҙан Муллағәле улы Ниғмәтуллинға «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә һәм уға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырыла.

19671975 йылдарҙа РСФСР-ҙың етенсе һәм һигеҙенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты була.

1979 йылдан алып 1980 йылда пенсияға киткәнгә тиклем Учалы байыҡтырыу комбинатының уҡыу комбинатында производство инструкторы булып, Учалы ҡалаһы № 30 һәм № 45 урта һөнәри-техник училищеһында производствоға уҡытыу мастеры булып эшләй. Таусылар 1979 йылда уға СССР-ҙың Почётлы таусыһы исеме бирелә.

2002 йылдың 19 февралендә 78-се йәшендә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Герои труда: Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трёх степеней из Башкортостана / сост. Р. А. Валишин и др. — Уфа: Китап, 2011. — 432 с.: ил. —ISBN 978-5-295-05228-6.