Эстәлеккә күсергә

Носов Евгений Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Носов Евгений Иванович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Хеҙмәт итеүе СССР һәм Рәсәй
Патронимы йәки матронимы Иванович[d]
Тыуған көнө 15 ғинуар 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[1][2]
Тыуған урыны Толмачево[d], Лебяженский сельсовет[d], Курский район[d], Рәсәй
Вафат булған көнө 14 июнь 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (77 йәш) или 12 июнь 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[1][2] (77 йәш)
Вафат булған урыны Курск, Рәсәй
Ерләнгән урыны Q130424376?
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Һөнәр төрө яҙыусы, прозаик, новеллист
Эшмәкәрлек төрө творческое и профессиональное письмо[d][3] һәм проза[3]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ойошма ағзаһы СССР Яҙыусылар союзы
Жанр повесть[d] һәм хикәйә
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Носов Евгений Иванович (15 ғинуар 1925 йыл14 июнь 2002 йыл) — СССР һәм Рәсәй яҙыусыһы, рәссам-биҙәүсе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1990). Ике Ленин ордены (1984, 1990) кавалеры. РСФСР-ҙың М. Горький исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1975). СССР Яҙыусылар союзы, «Наш современник», «Подъём» һәм «Роман-газета» журналдары редколлегияһы ағзаһы.

Евге́ний Ива́нович Но́сов Курск янындағы Толмачёво ауылында 1925 йылдың 15 ғинуарында тыуған. Ун алты йәшендә нацист оккупацияһын кисерә. Һигеҙенсе класты тамамлағандан һәм Курск алышынан (5 июль — 23 август 1943 йыл) һуң, фронтҡа артиллерия ғәскәренә тоҫҡаусы булып китә. «Багратион» операцияһында, Днепр аръяғында Рогачёв плацдармы өсөн һуғышта ҡатнаша, Польшала һуғыша.

1945 йылдың 8 февралендә Кёнигсберг эргәһендәге һуғышта ауыр яралана һәм Еңеү Көнөн Серпуховта госпиталдә ҡаршылай һәм был турала һуңынан «Еңеүҙең ҡыҙыл шарабы» тигән хикәйә яҙа. Госпиталдән сыҡҡас, инвалидлыҡ буйынса пособие ала.

Һуғыштан һуң урта мәктәпте тамамлай. Ошо көндәрҙә ул «Семиреченская правда» гәзитендә рәссам-биҙәүсе, әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй. Проза яҙа башлай. 1951 йылда Курскиға ҡайта һәм «Молодая гвардия» гәзите редакцияһында эшләй башлай, унда бер-бер артлы эшсе йәштәр, ауыл йәштәре һәм комсомол тормошо бүлектәрен етәкләй. Юғары әҙәби курс тамамлай (1962). 1980 йылдарҙа «Роман-газета» журналының редакция коллегияһы ағзаһы була. СССР һәм Рәсәй Яҙыусылар союздары идараһы ағзаһы итеп һайлана. Рәсәй һүҙ сәнғәте академияһы ағзаһы (1996). Совет әҙәбиәтен үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары һәм уңышлы йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн 1990 йылда «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә[4]. Носовтың тәүге повестары һәм хикәйәләре ауыл эшсәндәренә, рус тәбиғәтенә арналған. «На рыбачьей тропе» «Балыҡсы һуҡмағында» китабы — хикәйәләр йыйынтығы, уларҙа йыш ҡына тәбиғәт һүрәттәре көнкүреш һүрәтләүҙәре һәм һуғыш иҫтәлектәрен һаҡлаған кешенең ошо яуызлыҡ хаҡында уйланыуҙары менән бергә үрелеп бара[5].

Әҙип 2002 йылдың 14 июнендә вафат була. Курскиҙа Никитский зыяратында ерләнгән.

Евгений Носовты «ауыл прозаһы» һәм XX быуат әҙәбиәтендә әһәмиәтле булған «окоп дөрөҫлөгө» вәкилдәренә индерергә мөмкин. Уның мөһим темалары - хәрби һәм ауыл темалары.

1957 йылда — тәүге баҫылған әҫәре — «Радуга» хикәйәһе Курск ҡалаһы альманахында донъя күрә.

1958 йылда «На рыбачьей тропе» беренсе хикәйәләр йыйынтығы баҫыла.

1959 йылда һуңынан киң билдәлелек алған «Ҡурсаҡ» «Кукла» хикәйәһен яҙа.

1961 йылда Мәскәүҙәге Юғары әҙәби курстарында уҡый. 1962 йылда Курскиға ҡайта һәм профессиональ яҙыусы булып китә.

«Наш современник», «Новый мир» журналдарында күп баҫыла, унда уның рус әҙәбиәтендә лайыҡлы урын алған иң яҡшы хикәйәләре һәм повестары баҫыла.

«Усвятские шлемоносцы» (1980) повесы ҙур уңыш ҡаҙанған; 1986 йылда ошо уҡ исем аҫтында уның повестар һәм хикәйәләр йыйынтығы донъя күрә; шул уҡ йылда - «На дальней станции сойду» очерктар китабы; 1989 йылда - кесе синыф уҡыусылары өсөн «Где просыпается солнце» «Ҡояш ҡайҙа уяна» хикәйәләр китабы; 1990 йылда - «В чистом поле» повестар һәм хикәйәләр йыйынтығы; 1992 йылда — өлкән синыф уҡыусылары өсөн «Красное вино победы» китабы сыға.

  • 1983 — «Избранные произведения» (в двух томах). — М.: Советская Россия
  • 1989 — «Избранные произведения» (в двух томах). — М.: Художественная литература

  • 1957 — «Живое пламя»
  • 1958 — «На рыбачьей тропе»
  • 1959 — «Рассказы»
  • 1959 — «Кукла»
  • 1961 — «Тридцать зёрен»
  • 1965 — «Где просыпается солнце?»
  • 1968 — «В чистом поле за просёлком»
  • 1971 — «Берега»
  • 1971 — «Красное вино победы», сборник рассказов
  • 1974 — «Мост»
  • 1977 — «Шумит луговая овсяница»
  • 1977 — «Усвятские шлемоносцы»
  • 1985 — «Травой не порастёт»… Повесть, рассказы.
  • 1990 — «В чистом поле»
  • 2000 — «Вечерние стога». Рассказы, повесть.

«Красное вино победы» «Еңеүҙең ҡыҙыл шарабы», режиссёр Эдуард Дмитриев 1990 йылда ҡуйған.

«Усвятские шлемоносцы» повесы буйынса «Родник» кинофильмы (режиссёры А. Сиренко) һәм Куйбышев академия драма театрының «Усвятские шлемоносцы» фильм-спектакле (1982 йыл, режиссёры П. Л. Монастырский) төшөрөлгән.

Носовтың лирик хикәйәләре буйынса 1981 йылда «Цыганское счастье» «Сиған бәхете» фильмы (режиссёры - Х. Никоненко) төшөрөлгән.

Шул уҡ исемдәге хикәйә мотивтары буйынса «Варька» ҡыҫҡа метражлы фильмы («Экран», 1971). Режиссёр Т. Папастергиу.

Носовтың хикәйәләре һәм тасуирламалары төплө уйланылған булыуы менән айырылып тора. Уның әҫәрҙәре башлыса хәҙерге урта урыҫ ауылы кешеләренә арналған; ваҡыты-ваҡыты менән ул хикәйәләү туҡымаһына Икенсе донъя һуғышы дәүере эпизодтарын һүрәтләүҙе индерә. Носовтың повесть һәм хикәйә геройҙары - тәбиғәт менән тығыҙ бәйләнгән халыҡсан кешеләр. Носов кеше яҙмыштарын билдәләгән көндәлек ваҡиғаларҙы һүрәтләй; ул характерҙарҙың яйлап үҫеүен йәки ваҡиғалар барышында уларҙың асылыуын эҙмә-эҙлекле һәм барыһынан да яҡшы итеп күрһәтә.[6]

Ҡалып:Sc

Носовты күңел сафлығы һәм тәбиғи декларатив булмаған тыныс холҡо һаҡлаған: ул түрәләргә ярамһаҡланырға дәғүә итмәгән.

Ҡалып:Sc

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Курск ҡалаһында Евгений Носов һәйкәле
(скульптор В. Бартенев)
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1990)
  • ике Ленин ордены (1984, 1990)
  • ике II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (28.2.1945; 20.12.1987)
  • ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (27.10.1944; II дәрәжә Ватан һуғышы орденына тәҡдим ителгән була)
  • «Почёт Билдәһе» ордены
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)[7] (10.10.1944)
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы]]
  • РСФСР-ҙың М.Горький исемендәге Дәүләт премияһы (1975) - «Шумит луговая овсяница» әҫәре өсөн
  • «Наш современник» журналы премияһы лауреаты (1973 йыл)
  • «Литературная газета» «Әҙәби гәзит» премияһы (1988 йыл)
  • «Правда» гәзите премияһы (1990 йыл)
  • Әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә М. А. Шолохов исемендәге халыҡ-ара премия (1996 йыл)
  • «Юность» журналы премияһы (1997 йыл)
  • «Мәскәү - Пенне» премияһы (1998 йыл)
  • А. П. Платонов исемендәге «Умное сердце» «Аҡыллы йөрәк» премияһы (2000 йыл)
  • Александр Солженицын премияһы (2001 йыл) - «...Кемдәрҙең әҫәрҙәре Бөйөк Ватан һуғышының фажиғәле башланыуын, уның барышын, уның рус ауылы өсөн эҙемтәләрен ... ысын дөрөҫлөгөндә асып бирҙе»
  • Рәсәй Федерацияһы Президенты пенсияһы (1995 йылдан алып)
  • Курск ҡалаһының Почётлы гражданы
  • Һыуыҡ көндәрҙә ҡоштарҙы ашатырға өндәп кешеләргә саҡырыуҙар элгән. Яҙыусы үҙенең ҡәберлек ташында: «Ҡоштарҙы ашатығыҙ» тигән яҙыу булыуын теләгән. Уның васыяты үтәлә[8].
  • Вафатынан һуң өс йыл үткәс, Курск ҡалаһындағы яҙыусы йәшәгән йорт янындағы (Блинов урамы, 2/2) ҙур булмаған скверҙа (Челюскинсылар урамы мөйөшөндә) скульптор, Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы скульптор Владимир Бартенев ижад иткән Евгений Носов һәйкәле ҡуйылды.
  • 2004 йылда «Е. И. Носов исемендәге Курск өлкәһе губернаторы премияһы тураһында положение» көсөнә инде. Курск өлкәһе губернаторы премияһы Евгений Носов исемендәге асыҡ әҙәби конкурс һөҙөмтәләре буйынса бирелә. Конкурс өс йылға бер тапҡыр уҙғарыла[9]
  1. 1,0 1,1 НОСОВ Евгений Иванович // Русская литература XX века. Прозаики, поэты, драматурги (урыҫ) / под ред. Н. Н. Скатов — 2005. — С. 669—672. — ISBN 5-94848-262-6
  2. 2,0 2,1 Носов Евгений Иванович // ПроДетЛит (урыҫ) — 2019.
  3. 3,0 3,1 Чешская национальная авторитетная база данных
  4. Горенка: Носов Евгений Иванович. Дата обращения: 9 ноябрь 2018. Архивировано 9 ноябрь 2018 года. 2018 йыл 9 ноябрь архивланған.
  5. Русские детские писатели XX века. Биобиблиографический словарь. — С. 311.
  6. Ҡалып:Книга:Казак В.: Лексикон русской литературы XX века. — С. 287.
  7. Архивный реквизит на сайте «Подвиг народа» № 46388111
  8. Шеваров Д. Краюха хлеба // Российская газета. — 2008. — 29 мая. — № 115. — С. 25.
  9. В Курске учреждена писательская премия им. Евгения Носова. Дата обращения: 9 ноябрь 2018. Архивировано 9 ноябрь 2018 года.