Эстәлеккә күсергә

Зиннуров Нурулла Зиннур улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Нурулла Зиннур улы Зиннуров битенән йүнәлтелде)
Зиннуров Нурулла Зиннур улы
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1901
Вафат булған көнө 1943
Уҡыу йорто Ҡыҙыл профессура институты[d]
Көнсығыш хеҙмәтсәндәренең И. В. Сталин исемендәге коммунистик университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы һәм репрессии[d]

Зиннуров Нурулла Зиннур улы (19011943) — партия һәм дәүләт эшмәкәре. Сәйәси золом ҡорбаны.

Нурулла Зиннур улы Зиннуров 1901 йылда Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Нәсибаш улусы Лаҡлы ауылында тыуған.

1914 йылда «Әхмәҙиә» мәҙрәсәһенән рус-татар мәктәбенә уҡырға күсә.

19151916 йылдарҙа Нәсибаштағы 2-класлы земство училищеһында, 19171918 йылдарҙа Златоустағы уҡытыусылар семинарияһында уҡый.

Сәйәси эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1918 йылдың майында Лаҡлыла революцион эшмәкәрлеккә ҡушыла. Аҡ чехтар фетнәһе дәүерендә ике ҡустыһы менән Колчак армияһына алына, әммә Көнгөр ҡалаһында ҡасып ҡотола. Һуңынан Эйхе командалыҡ иткән 26-сы дивизия составында Мырҙалар һәм Нәсибаш улусы ерҙәрен аҡтарҙан азат итеүҙә ҡатнаша.

1919 йылдың июнендә Нурулла большевиктар партияһы сафына алына. Златоуст өйәҙендә РКП(б)-ның партия комитеттары ойошторола. 8-се һанлы парткомдың (Лаҡлы, Йыланлы, Туғыҙлы, Вәҡиәр, Иҙрис, Сыбарҡыя ауылдары ингән) тәүге секретары итеп 18 йәшлек Зиннуровты һайлайҙар. Партком секретары булып 1921 йылға тиклем эшләй.

1920 йылдың 17 ғинуарында Златоуста өйәҙ йәштәре съезы үтә, шул уҡ йылдың мартында Лаҡлыла йәштәрҙең I бөтә район конференцияһы уҙғарыла. Лаҡлыла 15 кешенән торған тәүге комсомол ячейкаһы ла төҙөлә.

1921 йылда Нурулла Ҡыҙыл Армия сафына алына. Ҡазанда хәрби уҡыу үткәндән һуң, 19231924 йылдарҙа уҡсылар дивизион политругы булып Төркөстан фронтында һуғыша.

19241926 йылдарҙа Үрге Ҡыйғы улусы башҡарма комитетының секретары, һуңғараҡ рәйесе булып эшләй, съезда 9-сы кантон башҡарма комитеты ағзаһы итеп һайлана.

1924 йылда «Тормош ҡорбандары» тигән пьесаһын яҙа, уны Ҡыйғы эшсе-крәҫтиән халыҡ театры сәхнәһендә ҡуялар. 1925 йылда, Ҡыҙыл туй үткәреп, Әхмәтсафа Баһауетдинов хәҙрәттең ҡыҙы Фәхитәгә өйләнә. 1925 йылда Нурулла Зиннуров, ауылдашы Хәйруллин Әхмәтнур менән, Мәскәүгә, ВЦИК преседателе М. И. Калининға, ауыл халҡы исеменән Лаҡлыны Автономиялы Башҡорт ССР-ы составына индереүҙе юллап бара. Мәскәүҙә Көнсығыш хеҙмәтсәндәренең коммунистик университетын (КУТВ), 1932 йылда Мәскәүҙә Ҡыҙыл профессураның Аграр институтын тамамлай.

Бында ул ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты политик секретары Иҫәнсурин менән осраша. Бер аҙҙан Башҡортостанға эшкә ҡайтарыла. 1933—1935 йылдарҙа Аҡһары МТС-ының политбүлек начальнигы итеп тәғәйенләнә. Үҙенең инициативаһы менән Күмертау районы Яңы Мораптал ауылында Чапай МТС-ын ойоштора. Аслыҡтан миктәгән ғаиләләргә мөмкин тиклем ярҙам итергә тырыша. Яңы Мораптал ауылында барлыҡҡа килгән тәүге колхозға ла материаль ярҙам күрһәтә.

1935—1936 Асҡын МТС-ы директоры, шунан 1937 йылдың 4 ноябренә саҡлы Урмияҙ МТС-ы директоры булып эшләй[1].

Предприятиеларҙы тулы ҡанлы эшләтеү өсөн бар көсөн биргән, юғары ойоштороу һәләтенә эйә булған коммунисты, Лаҡлынан ебәрелгән ошаҡ хаттарына ышанып, 1937 йылдың ноябрендә ҡулға алалар. 1940 йылда РСФСР УК-ның 58-се ст. буйынса СССР Эске Эштәр Халыҡ Комиссариатының (НКВ) Махсус кәңәшмәһе ҡарары менән Зиннуров Нурулла «контрреволюцион эшмәкәрлеге өсөн», тип 5 йылға иркенән мәхрүм ителә. 1943 йылда Новосибирск төрмәһендә үлгән. 1958 йылда БАССР Юғары суды ҡарары буйынса аҡланған[2].

Лаҡлы һәм башҡа ауылдарҙың Башҡорт АССР-ына ҡушылыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1925 йылда Нурулла Зинуров, ауылдашы Хәйруллин Әхмәтнур менән, Мәскәүгә, ВЦИК преседателе М. И. Калининға, ауыл халҡы исеменән Лаҡлыны Автономиялы Башҡорт ССР-ы составына индереүҙе юллап бара. 1925 йылдың 16 февралендә ВЦИК ҡарары, 27 февралдә БашЦИК ҡарары менән Лаҡлы менән тағы 30-ға яҡын башҡа ауылдар Автономиялы Башҡортостан составына күсерелә. Халыҡҡа яҙғы сәсеү өсөн ер бирелә.

1926 йылдың сентябрендә ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты Зиннуровты Мәскәүгә Көнсығыш хеҙмәтсәндәренең коммунистик университетына (КУТВ) уҡырға ебәрә. 1930 йылда йүнәлтмә менән Донбасста Сталин партия ҡала комитетында эшләй. Эшсе-шахтёрҙар араһында ҙур абруй ҡаҙана.

1932 йылда Мәскәүгә Ҡыҙыл профессураның Аграр институтына уҡырға ебәрелә.

1927 йылда, Әхмәтсафа хәҙрәтте, Нурулла Зинуровтың ҡайныһын, Мәсәғүт төрмәһенә ябып ҡуйғас, уны ихтирам иткән Златоуст округы халҡының баш күтәреүенән ҡурҡып, дин әһелен иреккә сығаралар. 1929 йылдың июнендә, Әхмәтсафа хәҙрәт вафат булғас, мәҙрәсә бинаһында Крәҫтиән йәштәре мәктәбе (ШКМ) асыла. Мәсәғүт кантонында бындай мәктәптәр икәү генә булған: Лаҡлыла һәм Петрушкала. 1931 йылда Әхмәтсафаның өйө ауыл советы йорто итеп файҙаланыла башлай. Мәсет манараһын тик 1935 йылда ғына һүтәләр. Әхмәтсафа хәҙрәттең улдары Вәсил һәм Мөхәммәт, ҡыҙы Фәхитәнең ире Нурулла Зиннуров репрессияға дусар ителәләр

.

Зинуров Н. З. — МТС политбүлеге начальнигы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Оҙаҡламай Нурулла Зинуров ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты политик секретары Иҫәнсурин менән осраша. Бер аҙҙан Башҡортостанға эшкә ҡайтарыла.

19331935 йылдарҙа Аҡһары МТС-ының политбүлек начальнигы итеп тәғәйенләнә. Үҙенең инициативаһы менән Күмертау районы Яңы Мораптал ауылында Чапай МТС-ын ойоштора. Аслыҡтан миктәгән ғаиләләргә мөмкин тиклем ярҙам итергә тырыша. Яңы Мораптал ауылында барлыҡҡа килгән тәүге колхозға ла материаль ярҙам күрһәтә.

19351936 йылдарҙа Асҡын МТС-ы директоры, шунан 1937 йылдың 4 ноябренә саҡлы Үрмиәзе МТС-ы директоры булып эшләй[3].

Предприятиеларҙы тулы ҡанлы эшләтеү өсөн бар көсөн биргән, юғары ойоштороу һәләтенә эйә булған коммунисты, Лаҡлынан ебәрелгән ошаҡ хаттарына ышанып, 1937 йылдың ноябрендә ҡулға алалар. 1940 йылда РСФСР УК-ның 58-се ст. буйынса СССР НКВД-ның махсус кәңәшмәһе ҡарары менән Зиннуров Нурулла «контрреволюцион эшмәкәрлеге өсөн» 5 йылға иркенән мәхрүм ителә.

1943 йылда Новосибирск төрмәһендә үлгән. 1958 йылда БАССР Юғары суды ҡарары буйынса аҡланған[4].

Зинуровтың исемен мәңгеләштереү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1986 йылда Лаҡлы мәҙәниәт йортонда Нурулла Зиннуровтың 85 йәшен тантаналы рәүештә билдәләп үтте яҡташтары. Был эште ойоштороу һәм тормошҡа ашырыуҙа крайҙы өйрәнеүсе уҡытыусы Абдуллина Миңһылыу Фәйзрахман ҡыҙының роле ҙур булды. Нурулла Зиннуровтың Шәрифулла Хамматов тураһында яҙылған «Тормош ҡорбандары» тигән пьесаһын сәхнәләштереүҙе ул саҡтағы Салауат райкомының 3-сө секретары тыйҙы.

Үҙгәртеп ҡороу йылдары яңы ғына башлана ине. Абдуллина М. Ф. юллауы буйынса Салауат район башҡарма комитетының 1987 йылдың 20 апрелендәге 20-се ҡарары менән Лаҡлы ауылының бер урамына Нурулла Зиннуров исеме бирелде.

30-сы йылдарҙа Лаҡлыла бер нисә ер эшкәртеү товариществоһы, ауыл хужалығы артелдәре ойошторолған. «Ҡондоҙ» ТОЗ-ына Нурулла Зиннуров нигеҙ һалған.

  • Зинуров Г. Н. История села Лаклы, Уфа, 2004.
  • Зинуров Г. Н. Тропой судьбы (документальная повесть). Уфа: «АльфаРеклама», 2015.
  • Зинуров Г. Н. Имамы села Лаклы, Уфа, издательство «Исламский университет», 2010.
  • Зинуров Г. Н. След на земле. — Ленинское знамя, 1980, 30 август.
  • Зинуров Г. Н. Нурулла Зиннуров (очерк) — Возвращённые имена
  • Абдуллина М. Ф. «Бәлки, мине үлтерерҙәр…» (Н. З. Зинуров тураһында) — Совет Башҡортостаны, 1989, 192-се һан, 20 август.
  1. Абдуллина М. Ф. „Бәлки, мине үлтерерҙәр…“ — Совет Башҡортостаны, 1989, 192-се һан, 20 август.
  2. Якупов Т. З. Аскинский район: прошлое и настоящее — 2003, 76 с.
  3. Абдуллина М. Ф. «Бәлки, мине үлтерерҙәр…» — Совет Башҡортостаны, 1989, 192-се һан, 20 август
  4. Якупов Т. З. Аскинский район: прошлое и настоящее — 2003, 76 с.