Эстәлеккә күсергә

Нурҡаев Талип Латип улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Нурҡаев Талип Латып улы битенән йүнәлтелде)
Нурҡаев Талип Латип улы
татар. Талип Латыйп улы Нуркәев
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 9 март 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Тыуған урыны Үҫтем, Бәләбәй кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 24 сентябрь 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (72 йәш)
Вафат булған урыны Октябрьский, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Ерләнгән урыны Башҡортостан Республикаhы
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР дәүләт премияһы Ленин ордены Октябрь Революцияһы ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) III дәрәжә Дан ордены

Нурҡаев Талип Латип улы (9 март 1925 йыл — 24 сентябрь 1997 йыл) — нефтсе, 1951—1985 йылдарҙа «Туймазынефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының 9-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Советтар Союзы Геройы (1944), РСФСР-ҙың атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1985), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1975), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе. СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1979). Октябрьский ҡалаһының почётлы гражданы. 1948 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

Талип Латип улы Нурҡаев 1925 йылдың 9 мартында Башҡорт АССР-ының Баҡалы районы Үҫтем ауылында тыуа.

1938 йылда Мостафа ауылының ете йыллыҡ мәктәбен тамамлай. Армияға тиклем «Ҡыҙыл көс» колхозында умартасы булып эшләй.

Хәрби хеҙмәикә 1943 йылдың февралендә саҡырыла 1943 йылдың ноябрь айынан Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. 105-се гвардия уҡсылар полкының 34-се гвардия уҡсылар дивизияһының 3-сө Украина фронтының 46-сы армияһы автоматсыһы. Ҡыҙылармеец.

1944 йылдың 17-18 апрелендә комсомол ағзаһы гвардия ҡыҙылармеецы Нурҡаев Талип ун яугир төркөмө составында лейтенант Васильев-Кытин етәкселегендәге Молдавия ССР-ының Суворов районы Раскаецы ауылы эргәһендәге, Днестрҙың уң яғындағы плацдарм өсөн 36 сәғәтлек алышта ҡатнаша. Дошман танкыларына ҡаршы граната менән ул күҙәтеү пунктын һәм засаданан тороп, шәхсән ун һигеҙ гитлерсыны юҡ итә[1].

Ҡыйыу яугир һуғыштан һуң СССР Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәтен дауам итә. 1946 йылда Өфө хәрби пехота училищеһын тамамлай. 1947 йылда капитан Нурҡаев запасҡа китә. Октябрьский ҡалаһында йәшәй (Башҡортостан), «Туймазанефть» № 1 тресының нефть һәм газ сығарыу буйынса өлкән операторы, «Туймазанефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы комплекслы звеноһының бригадиры булып эшләй. 1980 йылда СССР-ҙың дәүләт премияһына лайыҡ була. Башҡорт АССР-ы 9-сы һәм 10-сы саҡырылыштағы Юғары Советы депутаты итеп һайлана.

1997 йылдың 24 сентябрендә вафат була. Октябрьский ҡалаһында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Командованиеның заданиеһын өлгөлө үтәгәне һәм батырлыҡ күрһәткәне өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 13 сентябрҙәге Указы менән Нурҡаев Талип Латип улына Ленин ордены һәм «Алтын йондоҙ» миҙалы тапшырыла һәм «Советтар Союзы Герой»ы исеме бирелә (№ 5296)[2].
  • Шулай уҡ Октябрь Революцияһы, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы, 3-сө дәрәжә Дан ордендары, миҙалдар менән наградлана.
  • «СССР-ҙың почетлы нефтсеһе», «РСФСР-ҙың атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре», «Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе», «Октябрьский ҡалаһының почётлы гражданы» тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була.
  • Ветерандарҙың Октябрьский ҡала советы Нурҡаев исемендәге хәйриә фонды булдырған.
  • Октябрьский ҡалаһында геройға һәйкәл ҡуйылған.
  1. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 34, л. 344, 345)ф. 33, оп. 793756, д. 34, л. 344, 345).
  2. Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043, д. 105, л. 26)ф. 33, оп. 686043, д. 105, л. 26).