Обсервер (компания)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Обсервер
Нигеҙләнгән

2009

Нигеҙләүсе

Роман Аранин

Уранлашыуы

Рәсәй Рәсәй: Калининград

Төп фигуралар

Роман Аранин

Тармаҡ

Инвалидтар өсөн ҡоролмалар эшләү

Продукция

Инвалид коляскалары

Сайт

http://o-mp.ru/

Commons-logo.svg Обсервер Викимилектә

Обсервер — инвалид коляскалары һәм уға кәрәкле ҡоролмалар уйлап табыу һәм етештереү, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә «ҡаршылыҡһыҙ мөхит» булдырыу менән шөғөлләнгән рәсәй компанияһы. Калининградта урынлашҡан[1]. 2009 йылда эшҡыуар Роман Аранин нигеҙ һала[2].

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2004 йылда бер нисә обой һәм сантехника һатыу итеү магазины булған Калининград эшҡыуары Роман Аранин, парапланеризм менән шөғөлләнгәндә аварияға эләгә, шуның арҡаһында тулыһынса параличланған ҡала[2]. Операция һәм реабилитация курсы үткәндән һуң, Романдың өлөшләтә башы һәм ҡулы хәрәкәт итә башлай. Һуңғараҡ тәбиғәттә саф һауала йөрөп килеү өсөн, Аранин үҙенең инженер дуҫы менән коляска-вездеход эшләйҙәр, ә 2009 йылда ошондай ҡоролмалар эшләү өсөн Обсервер компанияһын асалар[2].

Һуңғараҡ профиль киңәйә һәм үҙенең инвалидтар өсөн эшләнгән әйберҙәрен һатыуҙан башҡа, көнбайыш компаниялары менән хеҙмәтләшлек итә башлай һәм уларҙан сит илдән ступенькоходтар, лифттар, күтәргес платформаларға әйләнеүсе баҫҡыстан күтәргестәр һәм баҫҡыстар һатып ала башлайҙар[3].

2015 йылдың башына компания 15 сит ил контрагенттары менән хеҙмәттәшлек итә, ҡайһы берҙәренән әҙер әйберҙәр, икенселәренән үҙҙәренең коляскала моделдәре өсөн кәрәк-яраҡтар һатып алына[4].

Үҙ продукциялары сит илдәргә дилерҙар аша сыға башлай, Обсерверҙың ассортименттары Белоруссияла, Ҡаҙаҡстанда, Польшала, Германияла, Литвала, Яңы Зеландияла, Бразилияла һәм Аргентинала һатыла[1].

Ҡоролмаларҙы етештереү һәм һатыуҙан башҡа, компания инвалидтар техникаһын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү цехы аса. Компанияның штатында 20 кеше эшләй, шуларҙың етәүһе — мөмкинселектәре сикләнгән кешеләр[5]. 2013 йылда «Беҙҙең киләсәк (фонд)» фонды ярҙамы менән, компания был проект «Бөтә Рәсәй төбәктәрендә инвалид коляскалыр ремонтлау оҫтаханаһы төҙөү» исемле яңы проект башлап ебәрә, унда оҫтаханаларҙа инвалидтар үҙҙәре эшләйҙәр.

Компания шулай уҡ хөкүмәт органдары менән хеҙмәттәшлек итә, Аранин төҙөгән «Ковчег» йәмәғәт ойошмаһы мөмкинселектәре сикләнгн кешеләр өсөн «ҡаршылыҡһыҙ мөхит» төҙөйҙәр, Рәсәйҙә инвалидтар өсөн аэропорттарҙы йыһазландыралар, хәҙерге ваҡытҡа 15 аэропорт йыһазландырылған[5], шулай уҡ пляждарҙы йыһазландырыу бара — 8 пляж йыһазландырылған[6], музейҙар менән эш алып барыла.

2014 йылда «Беҙҙең киләсәк» төбәк социаль программалар Фонды үткәргән бөтә Рәсәй конкурсының еңеүсеһе була[7].

2015 йылда компанияға нигеҙ һалыусы Роман Аранин «Социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙә шәхси ярҙамы өсөн» номинацияһында «Импульс добра» премияһы лауреаты була[6].

Продукцияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Инвалид коляскалары[8]
  • Ступенькоходтар[8] (уларҙың ярҙамы менән инвалид коляскаһындағы кеше баҫҡыстан менә һәм төшә ала)
  • Таянғыс-йөрөгөстәр[8]
  • Хэндбайктар[8] (ҡул ярҙамында хәкәткә килеүсе велосипедтар)
  • Инвалидтар өсөн пляждар[8]
  • Пандустар[8]
  • Махсуслаштырылған санузелдар[8]
  • Күтәргес платформалар[8]
  • Реабилитация ҡоролмалары[8]
  • «Асыҡ мөхит» барлыҡҡа китереү өсөн ҡоролмалар[8]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Такой нужный "проходимец" Парализованный калининградец соорудил инвалидную коляску-вездеход. Российская газета. 24 май 2015 тикшерелгән.
  2. 2,0 2,1 2,2 Побег из тюрьмы собственного тела. Новая газета. 24 май 2015 тикшерелгән.
  3. Калининградский предприниматель Роман Аранин изобрел инвалидную коляску-вездеход. НТВ. 24 май 2015 тикшерелгән.
  4. Роман Аранин: «Нам нужно быть активнее, тогда чиновники быстрее поймут, что необходимо тем, кому они призваны служить». «Беҙҙең киләсәк (фонд)». 24 май 2015 тикшерелгән.
  5. 5,0 5,1 Коляска-вездеход и летающие звери. 5 историй социальных предпринимателей. Журнал Сноб. 24 май 2015 тикшерелгән.
  6. 6,0 6,1 В Москве наградили лауреатов четвертой ежегодной Премии «Импульс добра». gazeta.ru. 24 май 2015 тикшерелгән.
  7. Социальный предприниматель из Калининграда стал финалистом Всероссийского конкурса. Янтарный остров. 24 май 2015 тикшерелгән.
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 8,5 8,6 8,7 8,8 8,9 Полный каталог продукции. Официальный сайт компании "Обсервер". 24 май 2015 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]