Аранин Роман Анатольевич
Роман Анатольевич Аранин | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Һарытау өлкәһе, Вольский районы, Сенной ҡасабаһы |
Подданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
эшҡыуар |
Наградалары һәм премиялары |
«Генераль директор» журналы премияһы |
Сайт | |
Аранин Роман Анатольевич Викимилектә | |
Аранин Роман Анатольевич (1 июль 1970 йыл) — хәрби хеҙмәткәр, Рәсәй уйлап табыусыһы, Observer компанияһының генераль директоры. Калининград ҡалаһының «Ковчег» инвалидтар йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе[1].
Биография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Роман Анатольевич Аранин 1970 йылдың 1 июлендә Һарытау өлкәһе Вольский районының Сенной ҡасабаһында хәрби лётчик ғаиләһендә тыуған.
С. И. Грицаев исемендәге Харьков хәрби авиация лётчиктары училищеһын[2] тамамлай. Алма-Ата ҡалаһында хәрби лётчик булып хеҙмәт итә.
1997 йылда ғаиләһе менән бергә Калининград ҡалаһына күсә. Бизнес менән шөғөлләнә, Араниндың тәүге фирмаһы сантехника һатҡан[3].
2004 йылда парапландың куполы боҙоҡ булыуы арҡаһында, Роман 30 метр бейеклектән ҡолай, умыртҡаһы ҡаты йәрәхәтләнә. Бер айҙан артыҡ реанимацияла ята, тулы паралич ала. Аранинға инвалид коляскаһы кәрәк була. Ярты йыл дауамында уның тик күҙ һәм бит мускулдары ғына ҡыбырлай[3]. Бер нисә йыл үткәндән үҙ һаулығын яҡшыртырға ирешә, әммә ҡул һәм бармаҡтар менән ҡыбырлата алмаған.
Роман Аранин инженер Борис Ефимов менән берлектә коляска-вездеход моделен эшләп сығара. Тәүге шундай коляска Тайвань заводында йыйылы[3]. Һуңыраҡ бының нигеҙендә Роман Аранин эшҡыуар эшмәкәрлеген башлап ебәрә.
2010 йылда Observer компанияһына нигеҙ һала һәм һатыу өсөн коляскалар етештерә башлай, уларҙы йыйыу Тайвань заводтарында башҡарыла. Тәүге ун коляскаларға һатып алыусылар Рәсәйгә әҙер изделиялар килеп етмәҫтән табыла[3]. Шулай уҡ компания тренажёрҙар, сылбыр тәгәрмәсле коляскалар, махсус йөҙөүсе коляскалар һәм сикләнгән мөмкинлектәге кешеләр өсөн башҡа изделияларҙы һатыуға тотона.
2012 йылда компанияның әйләнеше 20 миллион һумдан арта. Шул уҡ йылда Роман Аранин «Генеральный директор» журналының төп премияһын ала. Яҡынса 3 меңдән ашыу эшҡыуар ҡатнашҡан был конкурс һөҙөмтәләренә ярашлы уға 3 миллион һум суммаһында премия тапшырыла[4].
2013 йылда «Бизнес-уңыш-2013» Бөтә Рәсәй конкурсы финалисы була[5].
2014 йылда «Социаль эшҡыуар» Рәсәй конкурсы еңеүселәренең береһе була[6].
2000-се йылдарҙа Роман Аранин Калининград ҡалаһында «Ковчег» инвалидтар йәмәғәт ойошмаһын ойоштора. Өс йыл дауамында Калининград хакимиәте башлығы янындағы йәмәғәт советы составында була[7].
Эшҡыуар Калининград ҡалаһында архитекторҙар өсөн барьерһыҙ мөхит төҙөү мәсьәләләре буйынса өс көнлөк курстар ойоштора. Әммә курстар уңышһыҙлыҡҡа тарый: төбәк архитекторҙары Араниндың инициативаларын кире ҡағалар[8].
Observer
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бер нисә йыл эсендә Роман Араниндың предприятиеһы байтаҡҡар үҫешкән. Компанияның техник ҡоролмалары, башлыса дистрибуция йүнәлеше буйынса, өлөшләтә — үҙ уйлап табыуҙары, Екатеринбург, Силәбе, Южно-Сахалинск, Владивосток, Ырымбур һәм башҡа ҡала аэропорттарында килеп сыға[1]. Ҡайһы бер төбәктәрҙә эшҡыуар инвалид коляскаларын йүнәтеү буйынса оҫтаханалар аса. Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә ярашлы Observer компанияһы Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып электроколяскаларҙың джойстиктарын ремонтлай башлай[3].
2014 йылдан алып предприятие Рәсәйҙә ступенькоходтар етештереүҙе яйларға тырышып ҡарай[6].
2015 йылға ҡарата компанияла бер нисә тиҫтә кеше, шул иҫәптән мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр эшләй. Предприятие изделиялары менән төрлө илдәрҙә — Литва, Яңы Зеландия, Аргентина, Германия, Польша һәм башҡа дәүләттәрҙә файҙаланғандар.
Компанияның иң төп ҡаҙанышы булып Калининград ҡалаһындағы Гәрәбә музейында лифт-платформа индереү булып тора. Музей тарихи бинала булғанға күрә, ҡанундарға ярашлы унда бер нимәне лә үҙгәртеп ҡорорға тыйыла, шунлыҡтан лифтты винтлы баҫҡысҡа урынлаштыралар[8].
Эшмәкәрлегенә тәнҡит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Уралсиб» банкының кеше ресурстары хеҙмәте етәксеһе Мария Афонина эшҡыуар Араниндың эшмәкәрлеген бер үк ваҡытта социаль эшҡыуарлыҡ һәм ғәҙәти кешеләр һымаҡ йәшәү хоҡуғына көрәш тип атай[3].
Йәмәғәт телевидениеһы (ОТР) журналисы Араниндың коляскаһын инвалидтар өсөн тәғәйенләнгән яҡшы квадрацикл менән сағыштыра[9].
Роман Аранин компанияһының коляскалары бер нисә йөҙ мең һумдан ашыу хаҡҡа һатылыуы мөмкин, уларҙың иң ҡиммәтлеһе яҡынса 700 мең һум тора[10].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Человек, который возродил себя сам
- ↑ Хәҙерге — Иван Кожедуб исемендәге Харьков һауа көстәре университеты
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 Без барьеров
- ↑ Премия журнала «Генеральный директор»
- ↑ Мал золотник, но очень дорог(недоступная ссылка)
- ↑ 6,0 6,1 Названы победители Всероссийского конкурса «Социальный предприниматель» 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Официальный сайт администрации городского округа «Город Калининград»
- ↑ 8,0 8,1 Побег из тюрьмы собственного тела 2015 йыл 17 июнь архивланған.
- ↑ Сюжет для Общественного телевидения
- ↑ Подвиг Аранина 2014 йыл 20 июль архивланған.