Эстәлеккә күсергә

Органик донъя системаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Органик донъя системаһы — хәҙерге ваҡытта һәм элек йәшәгән бөтә организмдарҙы һүрәтләү, төркәмләү нигеҙендә билдәле тәртиптә эшләнгән схемаһы. Тере организмдар бер нисә миллион төрҙө тәшкил итә.Ошо тиклем күп төрлөлөкте биологик систематика өйрәнә.

Төп бурысы — төркөмләү (классификация) нигеҙендә органик донъяның[1]системаһын төҙөү.

Йәнле тәбиғәт таксоно́мияһы.

Фәнни дәирәләрҙә бер үк төркөмдең систематик статусы тураһында уртаҡ фекер булмағанлыҡтан, тәҡдим ителгән систематика дөйөм килешелгән (консенсус) структура булып тора.

Күҙәнәк төҙөлөштәре булмаған тереклек эйәләре төркөме. «Күҙәнәкһеҙҙәр» йыш ҡына «вирус» һүҙенә синоним булараҡ ҡулланыла.

Термин 2003 йылда, быға тиклем билдәле булған вирустар араһында иң ҡатмарлыһы тип танылған мимивирусты тапҡандан һуң индерелә. Уның күҙәнәклеләр төҙөлөшлөнән үҫешкән (эволюцияның дегенерация формаһы) тигән фараз бар.

Вирустарҙан тыш күҙәнәкһеҙҙәргә вироидтарҙы, вирусоидтарҙы, шулай уҡ, ДНК йәки РНК (миҫал, приондар) формаһында шифрлы геномы булмаған инфекцион агенттарҙы индерәләр.

Күҙәнәкһеҙ инфекцион агент, тере күҙәнәктәрҙең эсендә генә тереклек үҙсәнлектәре күрһәтә һәм үрсей ала.

Организмдарҙың бөтә тибын да зарарлай: үҫемлектәр һәм хауйандарҙан башлап бактериялар и архейҙарға тиклем (бактериялар вирусын бактериофагтар тип атайҙар).

Шулай уҡ, икенсе вирустарҙы зарарлаусы вирустар (вирус-сателлиттар).

Балтимор буйынса классификация

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нобель премияһы лауреаты биолог Дейвид Балтимор буйынса вирустарҙы классификациялау нигеҙҙәрен эшләй. Был 7 төп төркөмде эсенә ала[2][3].:

  • (I) Ике сылбырлы ДНК-һы булған һәм РНК-стадииһы булмаған вирустар (Мәҫәлән, герпесвирустар, поксвирустар, паповавирустар, мимивирус).
  • (II) Бер сылбырлы ДНК-лы вирустар (мәҫәлән, парвовирустар). Ыңғай поляр ДНК-лы.
  • (III) Ике сылбырлы РНК -лы вирустар (мәҫәлән, ротавирусы).
  • (IV) Бер сылбырлы ыңғай поляр РНК-лы вирустар (мәҫәлән, пикорнавирусы, флавивирусы).
  • (V) Бер сылбырлы негатив йәки икеләтә полярлы РНК-лы негатив йәки икеләтә полярлы
  • мәҫәлән, ортомиксовирустар, филовирустар) вирустар
  • (VI) Бер сылбырлы ынғай молекулалы РНК -һы булған һәм йәшәү циклында РНК матрицаһы аша ДНК синтезлау стадияһы булған ретровирустар (мәҫәлән, ВИЧ).
  • (VII) Ике сылбырлы ДНК-лы һәм йәшәү циклында РНК матрицаһы аша ДНК синтезлау стадияһы булған, ретроид вирустар (мәҫәлән, гепатит B вирусы)[4]..

Үҫемлектәрҙең патогендары юғары комплементарлы, ҡулсалы, бер сылбырлы РНК молекулаларынан ғибәрәт. Бер нисә йөҙ нуклеотидтарҙан торған ҡыҫҡа ғына фрагметтар фиғылындағы йән эйәләре. Вирустарға хас булған тышсалары юҡ.

Иң бәләкәй вироид scRNA (кес кенә цитоплазматик РНК)- дөгөне зарарлай торған вирустың(вируса жёлтой крапчатости) паразиты (англ. RYMV, rice yellow mottle sobemovirus), бары 220 нуклеотидтан ғына тора.

Сағыштырыу өсөн: әлегә тиклем билдәле вирустарҙан иң иң бәләкәй вирустың геномы 2000 нуклеотидтан тора. Вироидтар Теодор О. Динер[5] тарафынан асылған һәм ошо атамаһы бирелгән.

Бер күҙәнәкле тере организмдар, (эукариотарҙан айырмалы) күҙәнәк ядроһы һәм мембраналы органоидтары (тик, цианобактерияларҙа ғына цистерна фиғылында фотосинтезлаусы, мембраналар була) юҡ.

Прокариот күҙәнәктәрҙә ДНК молекулаһының төргәгендә гистон -аҡһымдар юҡ, йәғни ДНК-гистон береге-хроматин булмай. Шулай уҡ,уны цитоплазманан сикләүсе тышса ла булмай.

Туҡланыу тибы- осмос. Берҙән-бер дәү ҡулса фиғылындағы (ҡайҙыларында—буй) ике сылбырлы ДНК молекулаһында (нуклеоид) нәҫел мәғлүмәтен һаҡлаған төп өлөше бер туҡтауһыҙ эшләп тора.

Прокариотарға бактериялар, цианобак-териялар (күкле-йәшелле ылымыҡтар) һәм архейҙар керә. Эукариот күҙәнәктәрҙең органоидтары- митохондриялар һәм пластидтарҙы прокариот күҙәнәктәрҙең вариҫтары тип һанайҙар. Прокариотарҙы домен рангаһында (надцарство) ике таксонға : Бактерилар (Bacteria) һәм Архейҙар(Archaea)[6] төркөменә бүләләр.

Архейҙар — ядроһыҙ һәм шулай уҡ, бер генә лә мембраналы органоидтары булмаған бер күҙәнәкле микроорганизмдар.

Архейҙарҙы 5 типҡа бүлеп йөрөтәләр. Араһында күпмелер дәрәжәлә яҡшыраҡ өйрәнелгәне: кренархеоттар (лат. Crenarchaeota) һәм эвриархеоттар (лат. Euryarchaeota).

Архейҙарҙы өйрәнеү бик тә ҡатмарлы, сөнки, күптәре бер ҡасан да шарттарҙа үрсетеп ҡаралмаған. Бары йәшәү урындарынан алынған нуклеин кислотаһы өлгөләренә(алынмаларына) анализ буйынса ғына беләләр.

Күпселеге — хемоавтотрофтар. Улар эукариоттарға ҡарағанда күберәк төр энергия сығанаҡтары ҡулланалар: шәкәрҙәнҙән башлап, аммиак, металл иондары һәм водородҡа тиклем. Тоҙға сыҙамлы архейҙар — галоархеҙар (лат. Haloarchaea) — ҡояш энергияһын файҙалана, икенселәре — углеродты.

Енси булмаған юл менән үрсейҙәр: бинар (урталай) бүленеү, фрагменттарҙан һәм бөрөләнеү. Бактерияларҙан һәм эукариоттарҙан айырмалы, архейҙар спора барлыҡҡа килтермәй.

  • Crenarchaeota
  • Termoprotei
  • Euryarchaeota
  • Methanobacteria
  • Methanococci
  • Halobacteria
  • Thermoplasmata
  • Thermococci
  • Archaeoglobi
  • Methanopyri
  • Nanoarchaeota
  • Korarchaeota

Домен (юғары батшалыҡ). Прокариот (ядероһыҙ) микроорганизмдар, одноклеточных. Ун мең тирәһе төр бактериялар билдәле. Ләкин миллиондан ашы төр булырға тейеш тип фараз ителә.ларға ҡарата төр төшөнсәһен ҡулланыу ҡыйынлыҡтар тыҙыра.

Бактерияларҙы микробиологияныү бер тармағы — бактериология өйрәнә.

Төркөмләү күҙәнәк диуарынының (стенкаһының) төҙөлөшенә ҡарап, йәни фенотип нигеҙендә эшләнә. (IX нәшер , Определителя бактерий Берги (1984—1987)).

Эре таксономик төркөм булып 4 бүлек тора: Gracilicutes (грамм-тиҫкәре), Firmicutes (грамм-ыңғай), Tenericutes (микоплазмалар; берҙән-бер класы Mollicutes) һәм Mendosicutes (архейҙар).

  • Aquificae
  • Thermotogae
  • Thermodesulfobacteria
  • Deinococcus-Thermus
  • Chrysiogenetes
  • Chloroflexi
  • Thermomicrobia
  • Nitrospirae
  • Deferribacteres
  • Сине-зелёные водоросли (Cyanobacteria)
  • Chlorobi
  • Proteobacteria
  • Alphaproteobacteria
  • Betaproteobacteria
  • Deltaproteobacteria
  • Epsilionproteobacteria
  • Firmicutes
  • Clostridia
  • Mollicutes
  • Bacilli
  • Actinobacteria
  • Planctomycetes
  • Chlamydiae
  • Spirochaetes
  • Fibrobacteres
  • Acidobacteria
  • Bacteroidetes
  • Bacteroides
  • Flavobacteria
  • Sphingobacteria
  • Fusobacteria
  • Verrucomicrobia
  • Dictyoglomi
  • Gemmatimonadetes

Домен (юғары батшалыҡ). Күҙәнәктәрендә ядроһы булған тере организмдарҙы үҙ эсенә ала. Бактерия һәм архейҙарҙан башҡалары бөтәһе лә ядролы. (Иҫкәрмә:вирустар, вироидтар һәм вирусоидтарҙы тере организмдар тип һанамаусы биологтар бар).

Хайуандар, үҫемлектәр, бәшмәктәр, протистар тип аталған йыйылма төркөм дә — эукариоттар. Улар бер күҙәнәкле һәм күп күҙәнәкле булырға мөмкин, әммә бөтәһенең дә күҙәнәктәре берүк төрлө төҙөлөш планына эйә.

Был ядролы төҙөлөшле организмдар юғары рангалағы монофилетик таксон итеп ҡарала.

Фараздарҙың күптәре эукариоттар 1,5-2 млрд йыл элек барлыҡҡа килгән тигән фекерҙә тҡтала. Эукариоттар эволюцияһында симбиогенез — эукариот күҙәнәк (ядролы һәм фагоцитозға һәләтле) менән уның тарафынан йотолған бактерия(митохондрия һәм пластидтарҙың башланғысы) күҙәнәге араһында симбиоз ҙур әһәмиәткә эйә булған тип һанала.

  • Tubulinea Smirnov et al., 2005
  • Flabellinea Smirnov et al., 2005
  • Stereomyxida Grell, 1966
  • Acanthamoebidae Sawyer and Griffin, 1975
  • Entamoebida Cavalier-Smith, 1993
  • Mastigamoebidae Goldschmidt, 1907
  • Pelomyxa Goldschmidt, 1907
  • Eumycetozoa Zopf, 1884, emend. Olive, 1975 [Mycetozoa de Bary, 1873]

Бәшмәктәрҙе, хайуандарҙы, шулай уҡ, башҡа эукариот микроорганизмдарҙы үҙ эсенә ала. Уларҙы Choanozoa тибына керетеүселәр бар. Ә ҡайһы бер тикшереүселәр Протистар (Protista)[9] йәки Иң ябайҙар (Protozoa)[7][8][9] батшалығына бүлә (башҡа классификацияларҙа улар таксон сифатында ҡабул ителмәй). Бөтә генетик һәм ультраструктур тикшереүҙәр был ике төркөмдең монофилик икәнлеген дөрөҫләй.

Йәнле тәбиғәт батшалығы. Эукариоттар. Үҫемлектәргә лә, хайуандарға ла хас үҙсәнлектәргә эйәләр.

Оҙаҡ ваҡыт бәшмәктәрҙе ботаника фәне эсендә бер бүлек итеп өйрәнә инеләр. Хәҙерге систематикала бәшмәктәр айырым батшалыҡ.

Бәшмәктәрҙе өйрәнеүсе фән микология тип атала.

  • Базидиомицеттар — Basidiomycota de Barry 1866, emend. Schaffer, 1975
  • Urediniomycetes Swann and Taylor, 1995
  • Ustilaginomycetes Bower, Oberw, and Vanky, 1997
  • Аскомицеттар — Ascomycota Berkeley, 1857
  • Микроспоридиялар — Microsporidia Balbiani, 1882
  • Glomeromycota Schussler et al., 2001 [Glomales Morton and Benny, 1990; Glomomycetes Cavalier-Smith, 1998]
  • Зигомицеттар — Zygomycota Fischer, 1892, emend. Benny et al., 2001
  • Хитридиомицеттар — Chytridiomycetes de Barry, 1863, emend. Cavalier-Smith, 1981


Mesomycetozoa

  • Monosigidae Zhukov and Karpov, 1985 [Codonosigidae Kent, 1880]
  • Salpingoecidae Kent, 1880
  • Acanthoecidae Norris, 1965

Аристотель заманынан уҡ организмдарҙың, айырым төркөме итеп өйрәнелә, хәҙерге көндә биологик батшалыҡ. Хайуандарҙы зоология фәне өйрәнә.

  • Пластинкалылар — Placozoa Grell, 1971
  • Губкалар — Porifera Grant, 1836 [Parazoa Sollas, 1884]
  • Эуметазойҙар Animalia Linnaeus, 1758, emend. Adl et al., 2005 [Eumetazoa Butschli, 1910]
  • Cercomonadida Poche, 1913, emend. Mylnikov, 1986
  • Silicofilosea Adl et al., 2005 [Imbricatea Cavalier-Smith and Chao, 2003]
  • |Хлорарахниофит ылымыҡтар (Chlorarachniophyta Hibberd and Norris, 1984)
  • Phytomyxea Engler and Prantl, 1897, emend. Cavalier-Smith, 1993
  • Phaeodarea Haeckel, 1879 [Tripylea Hertwig, 1879]
  • Nucleohelea Cavalier-Smith, 1993
  • Polycystinea Ehrenberg, 1838, emend. Haeckel, 1887
  • Sticholonche Hertwig, 1877 [Taxopodida Fol, 1883]
  • Acantharia Haeckel, 1881, emend. Mikrjukov, 2000

Рангаһыҙ таксон, үҫеше нығыраҡ алға киткән ылымыҡтар бүлеге — йәшел, хара, микроскопик глаукофит һәм үлеп бөткән нематофит ылымыҡтар. Архепластидтарға бишенсе бүлек — ҡыҙыл ылымыҡтарҙы ла индерәләр.Әгәр монофилияға нигеҙләнһәң, архепластидтарға юғары төҙөлөшле үҫемлектәрҙе лә индерергә мөмкин.

Йәшел ылымыҡтар — архепластидтарҙың иң ҙур бүлеге (13000 — 20000 төр). Хара ылымыҡтар — 440 төр. Нематофит ылымыҡтар —10 төр. Главкофит ылымыҡтар — архепластидтарҙың иң бәләкәй бүлеге, бөтәһе 4 кенә төр.

  • Glaucophyta Skuja, 1954 [Glaucocystophyta Kies and Kremer, 1986]
  • Ҡыҙыл ылымыҡтар — Rhodophyceae Thuret, 1855, emend. Adl et al., 2005 [Rhodophyta Wettstein, 1901; Rhodoplantae Saunders and Hommersand, 2004]
  • Chloroplastida Adl et al., 2005 [Viridiplantae Cavalier-Smith, 1981; Chlorobionta Jeffrey, 1982, emend. Lewis and McCourt, 2004; Chlorobiota Kendrick and Crane, 1997]
Йәшел ылымыҡтар — Chlorophyta Pascher, 1914, emend. Lewis and Mc Court, 2004
Chlorodendrales Fritsch, 1917
Prasinophytae Cavalier-Smith, 1998, emend. Lewis and McCourt, 2004
Mesostigma Lauterborn, 1894, emend. McCourt in Adl et al., 2005 [Mesostigmata Turmel, Otis, and Lemieux, 2002]
Charophyta Karol et al., 2001, emend. Lewis and McCourt, 2004 [Charophyceae Smith, 1938, emend. Mattox and Stewart, 1984]
Streptophytina Lewis and McCourt, 2004
Харо ылымыҡтары — Charales Lindley, 1836 [Charophytae Engler, 1887]
Үҫемлектәр — Plantae Haeckel, 1866 [Cormophyta Endlicher, 1836; Embryophyta Endlicher, 1836, emend. Lewis and McCourt, 2004]

Полифилетик төркөм[10][11], Томас Кавалир-Смиттың 1981 йылда[12] тәҡдим иткән системаһында батшалыҡтарҙың береһе. Хромистар протистарҙың ваҡ батшалығы һаналған.

Организмдары береһе икенсеһенең эсендә урынлашҡан һәм хлорапласы булған ике эукариот күҙәнәктән тора.

Шулай уҡ, ошондай организмдарҙың вариҫтары, тик эске эукарионт симбионттары булмағандары бар.

Былар: ҡайһы бер ылымыҡтар(гетероконт), тәлмәрйендәрҙең клоакаһында тереклек иткән опалиналар (дәү, бер күҙәнәкле ҡамсылы йән эйәләре), элек бәшмәк тип һаналған ҡайһы бер организмдар.

  • Криптофит ылымыҡтар — Cryptophyceae Pascher 1913, emend. Schoenichen, 1925 [Cryptophyta Cavalier-Smith, 1986]
  • Cryptomonadales Pascher, 1913
  • Goniomonadales Novarino and Lucas, 1993
  • Гаптофит ылымыҡтар — Haptophyta Hibberd, 1976, emend. Edvardsen and Eikrem, 2000
Pavlovophyceae Cavalier-Smith, 1986, emend. Green and Medlin, 2000
Prymnesiophyceae Hibberd, 1976
  • Stramenopiles Patterson, 1989, emend. Adl et al., 2005
Opalinata Wenyon, 1926, emend. Adl et al., 2005 [Slopalinata Patterson, 1986]
Labyrinthulomycetes Dick, 2001
Hyphochytriales Sparrow 1960
Оомицеттар — Peronosporomycetes Dick, 2001 [Oomycetes Winter, 1897, emend. Dick, 1976]
Actinophryidae Claus, 1874, emend. Hartmann, 1926
Bolidomonas Guillou and Chretiennot-Dinet, 1999 [Bolidophyceae Guillou et al., 1999]
Алтынһыу ылымыҡтар— Chrysophyceae Pascher, 1914
Dictyochophyceae] Silva, 1980
Eustigmatales Hibberd, 1981
Pelagophyceae Andersen and Saunders, 1993
Phaeothamniophyceae Andersen and Bailey in Bailey et al., 1998
Pinguiochrysidales Kawachi, Inouye, Honda, O’Kelly, Bailey, Bidigare, and Andersen, 2003
Raphidophyceae Chadefaud, 1950, emend. Silva, 1980
Schizocladia Kawai, Maeba, Sasaki, Okuda, and Henry, 2003
Synurales Andersen, 1987
Һарғылт йәшел ылымыҡтар — Xanthophyceae Allorge, 1930, emend. Fritsch, 1935 [Heterokontae Luther 1899; Heteromonadea Leedale, 1983; Xanthophyta Hibberd, 1990]
Көрән ылымыҡтар— Phaeophyceae Hansgirg, 1886
Диатом ылымыҡтар — Bacillariophyta Haeckel, 1878 [Diatomea Dumortier, 1821]
  • Альвеоляттар Alveolata Cavalier-Smith, 1991
Динофлагелляттар — Dinozoa Cavalier-Smith, 1981, emend. Adl et al., 2005
Споровиктар — Apicomplexa Levine, 1980, emend. Adl et al., 2005
Инфузориялар — Ciliophora Doflein, 1901 [Ciliata Perty, 1852; Infusoria Butschli, 1887]

Excavata Cavalier-Smith, 2002, emend. Simpson, 2003

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юғары тип Иң ябайҙар. Был төркөмгә күп төрлө ирекле йәшәүсе, симбиотик һәм паразит, шл иҫәптән кешелә паразит булып йәшәүсе төрҙәр керә.

Eopharyngia Cavalier-Smith, 1993
Дипломонады — Diplomonadida Wenyon, 1926, emend. Brugerolle et al., 1975
Ретортомонады — Retortamonadida Grasse, 1952
Carpediemonas Ekebom, Patterson, and Vors, 1996
  • Malawimonas O’Kelly and Nerad, 1999
  • Parabasalia Honigberg, 1973
Trichomonadida Kirby, 1947, emend. Brugerolle and Patterson, 2001
Cristamonadida Brugerolle and Patterson, 2001
Spirotrichonymphida Light, 1927
Trichonymphida Poche, 1913
Оксимонады — Oxymonadida Grasse, 1952
Trimastix Kent 1880
Euglenida Butschli, 1884, emend. Simpson 1997
Diplonemea Cavalier-Smith, 1993, emend. Simpson, 1997
Кинетопластиды — Kinetoplastea Honigberg, 1963
  1. Статья «Система органического мира» в Большой советской энциклопедии  (рус.)
  2. Temin H. M., Baltimore D. (1972). «RNA-directed DNA synthesis and RNA tumor viruses». Adv. Virus Res. 17: 129–86. PMID 4348509.  (инг.)
  3. Baltimore D. (1974). «The strategy of RNA viruses». Harvey Lect. 70 Series: 57–74. PMID 4377923.  (инг.)
  4. The Big Picture Book of Viruses:Family Groups - The Baltimore Method. Архивировано 28 апрель 2013 года. (инг.)
  5. http://www.ars.usda.gov/is/timeline/viroid.htm Tracking the Elusive Viroid  (инг.)
  6. Woese C.R., Kandler O., Wheelis M.L. Towards a Natural System of Organisms: Proposal for the Domains Archaea, Bacteria, and Eucarya // Proc. Natl. Acad. Sci. USA. — 1990. — Т. 87. — С. 4576—4579.
  7. Shipunov A. B. Systema Naturae or the Outline of Living World Classification // Protistology, 2009, 6 (1). — P. 3—13.  (инг.)
  8. Ruggiero M. A., Gordon D. P., Orrell T. M., Bailly N., Bourgoin T., Brusca R. C., Cavalier-Smith T., Guiry M. D., Kirk P. M.  A Higher Level Classification of All Living Organisms // PLoS ONE, 2015, 10 (4): e0119248. — DOI:10.1371/journal.pone.0119248.  (инг.)
  9. Ruggiero M. A., Gordon D. P., Orrell T. M., Bailly N., Bourgoin T., Brusca R. C., Cavalier-Smith T., Guiry M. D., Kirk P. M.  Correction: A Higher Level Classification of All Living Organisms // PLoS ONE, 2015, 10 (6): e0130114. — DOI:10.1371/journal.pone.0130114.  (инг.)
  10. Laura Wegener Parfrey, Erika Barbero, Elyse Lasser, Micah Dunthorn, Debashish Bhattacharya, David J Patterson, and Laura A Katz (2006 December). «Evaluating Support for the Current Classification of Eukaryotic Diversity». PLoS Genet. 2 (12): e220. DOI:10.1371/journal.pgen.0020220. PMID 17194223.  (инг.)
  11. Cavalier-Smith T, Allsopp MT, Chao EE (November 1994). «Chimeric conundra: are nucleomorphs and chromists monophyletic or polyphyletic?». Proc. Natl. Acad. Sci. U.S.A. 91 (24): 11368–72. DOI:10.1073/pnas.91.24.11368. PMID 7972066.  (инг.)
  12. T. Cavalier-Smith (1981). «Eukaryote kingdoms: seven or nine?». Biosystems 14 (3-4): 461–481. DOI:10.1016/0303-2647(81)90050-2. PMID 7337818.  (инг.)
  • Пиневич А. В. Микробиология. Биология прокариотов: Учебник. В 3 т. Том 1., 2-изд., СПб., 2007. (рус.)
  • Козо-Полянский Б. М. К модернизации системы растительного мира, «Труды Воронежского гос. университета», 1949, т. 15 (рус.)
  • Кусакин О. Г., Старобогатов Я. И. К вопросу о наивысших таксономических категориях органического мира, в сборнике: Проблемы эволюции, в. 3, Новосиб., 1973  (рус.)
  • Мошковский Ш. Д. О природе простейших (Protozoa) и границах протозоологии, «Тр. Ленинградского общества естествоиспытателей», 1957, т. 73, в. 4  (рус.)
  • Иванов А. В., Пооисхождение многоклеточных животных, Л., 1968  (рус.)
  • Тахтаджян А. Л. Четыре царства органического мира, «Природа», 1973, № 2  (рус.)
  • Строение ДНК и положение организмов в системе. [Сб. ст.], М., 1972  (рус.)
  • Whittaker R. H., New concerts of the kingdoms of organisms, «Science», 1969, v. 163, № 3853  (инг.)
  • Dodson E. G., The kingdoms of organisms, «Systematic Zoology», 1971, v. 20, № 3  (инг.)
  • Leedale G. F., How many are the kingdoms of organisms, «Taxon», 1974, v. 23, № 23  (инг.)
  • Margulis L., The classification and evolution of prokaryotes and eukaryotes, в кн.: Handbook of genetics, v. 1,…, 1974.  (инг.)
  • Cavalier-Smith T, Allsopp MT, Chao EE (November 1994). «Chimeric conundra: are nucleomorphs and chromists monophyletic or polyphyletic?». Proc. Natl. Acad. Sci. U.S.A. 91 (24): 11368-72. DOI:10.1073/pnas.91.24.11368. PMID 7972066.  (инг.)
  • T. Cavalier-Smith (1981). «Eukaryote kingdoms: seven or nine?». Biosystems 14 (3-4): 461—481. DOI:10.1016/0303-2647(81)90050-2. PMID 7337818.  (инг.)
Таксономик ранг

Домен (Батшалыҡ өҫтө) — Батшалыҡ — Ярым батшалыҡ — Тип өҫтө/Бүлек өҫтө — Тип/Бүлек — Ярым тип/Ярым бүлек — Класс өҫтө — Класс — Ярым класс — Инфракласс — Отряд өҫтө/Тәртип өҫтө — Отряд/Тәртип — Ярым отряд/Ярым тәртип — Инфраотряд — Ғаилә өҫтө — Ғаилә — Ярым ғаилә — Триба өҫтө — Триба — Ярым триба — Ырыу — Бүлек — Ярым бүлек — Ярым ырыу — Секция өҫтө — Секция — Ярым секция — Рәт — Ярым рәт — Төр — Ярым төр — Вариетет/Төрлөлөк — Ярым төрлөлөк — Форма — Ярым форма

ТаксономияБиноминаль номенклатура