Эстәлеккә күсергә

Шестаков Павел Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Павел Александрович Шестаков битенән йүнәлтелде)
Павел Александрович Шестаков
Эшмәкәрлеге:

Яҙыусы

Жанр:

психологик детектив

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

рус телендә

Дебют:

«Лабиринт аша»

Шестаков Павел Александрович (21 март 1932 йыл — 29 июль 2000 йыл) — СССР яҙыусыһы, психологик детектив жанрына нигеҙ һалыусыларҙың береһе.

Павел Шестаков Дондағы Ростовта тыуа һәм ғүмеренең күп өлөшөн бында йәшәй. Бөйөк Ватан һуғышы һәм эвакуация менән бәйле төрлө мәктәптәрҙә уҡый. 1954 йылда Ростов дәүләт университетының тарих-филология факультетын тамамлай. Первомайскиҙа (Украина) мәктәптә уҡытыусы булып эшләй, һуңынан Ростовҡа ҡайта. Ростов өлкә тыуған яҡты өйрәнеү музейында хеҙмәткәр, Ростов китап нәшриәтендә һәм «Дон» журналында әҙәби мөхәррир булып эшләй. 1970 йылдан 1982 йылға саҡлы, ун ике йыл дауамында, «Әҙәби гәзит» матбуғат баҫмаһының Ростов өлкәһе буйынса үҙ хәбәрсеһе булып эшләй.

1966 йылда «Урал» журналында (Свердловск) уның детектив жанрындағы «Лабиринт аша» исемле тәүге повесы нәшер ителә. Шестаковтың яҙыусылыҡ яҙмышында «Урал» журналы айырым урын биләгән. Әҫәрҙәренең күбеһе тәүге тапҡыр ошо журналда баҫыла. «Через лабиринт» повесы сюжетының һәм үҙәк геройының — инспектор Игорь Николаевич Мазиндың — ординар булмауы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Артабан П. Шестаковтың ошо исем менән бәйле әҫәрҙәре үҙенсәлекле "мазин цикл"ын тәшкил итә: «Страх высоты», «Игра против всех», «Давняя история», «Рапорт инспектора», «Остановка», «Клад», «Вертеп» һәм башҡалар.

1971 йылда П. Шестаков СССР Яҙыусылар союзына ҡабул ителә. (1991 йылдан — Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы).

Павел Шестаков — психологик детективҡа нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Уның китаптары үткер сюжетлы жанрҙар яратыусыларҙа ла, етди, уйланыусан, уҡыусыларҙа ла уңыш менән файҙалана. Автор китаптарында әхлаҡ һәм ҡаһарманлыҡ, изгелек һәм яуызлыҡ, үҙе бер ҡасан да битараф булмаған ил яҙмышы өсөн яуаплылыҡ тойоу һымаҡ мәңгелек темаларға күп иғтибар бүлә. Яҙыусының түбәндәге фекеренә ҡолаҡ һалайыҡ:

...мине һәр ваҡыт, ихтыяры һәм йәшәйеш шарттары ғүмерлеккә кеше тормошондағы, уның яҙмышын билдәләргә мөмкинлек биргән, киҫкен бер минуты йәлеп итә.

1976 йылда уның «Бейеклектән ҡурҡыу» повесы буйынса «Мосфильм» киностудияһы Дондағы Ростовта шундай исемле фильм төшөрә.

1981 йылда яҙыусы «Шартлау» романы өсөн РСФСР Яҙыусылар союзының разведчик Николай Кузнецов исемендәге «Иң яҡшы героик-мажаралы әҫәр өсөн» көмөш миҙалы менән бүләкләнә. Был роман — иртә йәштән уны үҙе кисергән, күп нәмәне үҙ күҙе менән күргән һуғыш тураһында, 1941 йылдың ноябрендә Ростов өсөн барған яуҙа атаһын юғалтҡан. Атаһы, Александр Прокофьевич Шестаков, Ростов халыҡ ополчениеһы полкы сафтарында һуғышҡан. Был роман — П. Шестаковтың сифат буйынса яңы әҫәре. Ул ике дәүер планында яҙылған: бында туранан-тура һуғыш ваҡиғалары һәм ошо тарихи ваҡиғалар тураһында утыҙ йыл үткәндән һуң фильм төшөргән икенсе быуын ҡарашы оҡшаш йәки ауаздаш.

Павел Шестаков, нәҡ ошо әҫәрҙәре айырым популярлыҡ килтерһә лә, үткер сюжетлы әҫәрҙәр оҫтаһы ғына түгел. Яҙыусы ҡәләменән түбәндәге әҫәрҙәр ҙә: «Дождь-городок», «Всего четверть века» ижтимағи-лирик повестары, «Туда и обратно» тигән фантастик повесть, шулай уҡ «Самозванец» художестволы-тарихи тикшеренеү, «Между днём и ночью» тигән әҙәбиәтте өйрәнеү — Гоголь тураһында уйланыуҙар тигән хеҙмәттәре, «Иуда из Кариота» эссеһы сыҡҡан.

«Самозванец» — авторҙың XVII быуат башындағы рус Болаһына һәм шул ваҡиғаларҙың үҙәк фигураларының береһе — Лжедмитрийға үҙ ҡарашын әйтеп биргән оригинал әҫәре.

Гоголь П. Шестаковтың яратҡан яҙыусыһы була. Шестаков Гоголгә даими мөрәжәғәт итә, уның күп кенә әҫәрҙәрендә Гоголь йә персонаждарҙың диалогтарында, йә автор фекерләүҙәрендә «урын ала». Яҙыусының үҙенең һүҙҙәре буйынса, Гоголгә «шәхси бәйлелеген» ул былай тип аңлата:

…Гоголдән башҡа бер кем дә, рус күңеленең йомағы тип аталған асылға, йәғни хәҙергесә әйткәндә, беҙҙең менталитетҡа шул дәрәжәлә яҡынаймаған һәм аңламаған

«Между днем и ночью. Размышления о Гоголе» тигән тикшеренеү хеҙмәте — шул хаҡта. Тәүге тапҡыр ул 2000 йылда «Дон» журналында баҫылып сыҡҡан. Яҙыусы баҫырға ризалыҡ бирә, тик эше вафатынан һуң ғына баҫыла. 2009 йылда Гоголдең 200 йыллығы айҡанлы, Шестаковтың «Размышления о Гоголе» хеҙмәте Мәскәү Хөкүмәтенең нәшриәт программаһына индерелә һәм «Контакт-культура» нәшриәтендә баҫтырып сығарыла.

Һәм, ниһайәт, «Смерть в ассортименте» — шулай уҡ П. Шестаковтың вафатынан һуң баҫылған һуңғы әҫәре. Роман "мазин цикл"ын тамамлай һәм шуның менән бергә яҙыусының беҙҙең тарихыбыҙ һәм беҙҙең ысынбарлығыбыҙ тураһында фекерләү һөҙөмтәһе булып тора.

Яҙыусы СССР Эске эштәр министрлығы Почёт грамотаһы менән бүләкләнә (1969). Күп йыллыҡ әҙәби һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн П. А. Шестаков РСФСР-ҙың Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнә (1982).

П. Шестаковтың китаптары бик күп телдәргә тәржемә ителә, Болгарияла, Венгрияла ГДР-ҙа, Польшала,Румынияла, Чехословакияла һәм башҡа европа илдәрендә баҫыла.

Яҙыусы үлгәндән һуң, ул йәшәгән һәм эшләгән өйгә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

П. Шестаков әҫәрҙәре. Беренсе баҫмалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Игорь Мазин тураһында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Через лабиринт, Ростовское книжное издательство, 1967.
  • Страх высоты, Ростовское книжное издательство, 1969.
  • Игра против всех, Ростовское книжное издательство, 1970.
  • Три дня в Дагезане, в кн.: П. Шестаков, Через лабиринт, М., Молодая гвардия, 1971.
  • Давняя история, в кн.: П. Шестаков, Давняя история. Страх высоты, Ростовское книжное издательство, 1972.
  • Рапорт инспектора, Ростовское книжное издательство, 1975.
  • Остановка, М., Молодая гвардия, 1987.
  • Он был прав, в кн.: П. Шестаков, Остановка, М., Молодая гвардия, 1987.
  • Клад, в кн.: П. Шестаков, Игра против всех, М., Квадрат, 1994.
  • Вертеп, М., Эксмо, 1995.
  • Смерть в ассортименте, М., Омега, 2004.
  • Взрыв, Ростовское книжное издательство, 1979.
  • Омут, Ростовское книжное издательство, 1986.
  • Туда и обратно, в кн.: П. Шестаков, Взрыв. Страх высоты. Туда и обратно, Ростов-на-Дону, Редакция журнала «Дон» (журнал), 1990.
  • Дождь-городок, Ростовское книжное издательство, 1981.
  • Всего четверть века, Ростов-на-Дону, Донской писатель, 2012.
  • Самозванец, Ростовское книжное издательство, 1990.
  • Между днем и ночью. Размышления о Гоголе, М., Контакт-культура, 2010.
  • Иуда из Кариота, «Дон» (журнал), 2001, № 5 — 6.

Яҙыусы һәм уның ижады тураһында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • А. Ваксберг, «Страх глубины», Искусство кино, 1977, № 3.
  • Ф. Чапчахов, Время и слово, М., Современник, 1979.
  • Адамов Аркадий Григорьевич, Мой любимый жанр — детектив, М., Советский писатель, 1980.
  • Е. Джичоева, «Не только детектив», «Дон» (журнал), 1982, № 3.