Палуй Борис Владимирович
Палуй Борис Владимирович | ||
Төп мәғлүмәт | ||
---|---|---|
Ил | ||
Тыуған көнө | ||
Тыуған урыны | ||
Вафат көнө | ||
Вафат урыны | ||
Хеҙмәттәре һәм ҡаҙаныштары | ||
Белем алған | ||
Наградалары |
| |
- | ||
Тышҡы рәсемдәр | |
---|---|
Пионерҙар һәм уҡыусылар Һарайы |
Палуй Борис Владимирович (26 май 1927 йыл — 2003 йыл) — СССР һәм Рәсәй архитекторы; Рәсәйҙең атҡаҙанған архитекторы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1927 йылдың 26 майында Дондағы Ростовта тыуған.
1951 йылда Мәскәү архитектура институтын (МАРХИ) тамамлай, унда Б. С. Мезенцевта уҡый. СССР-ҙа һәм сит илдә эшләй. Күпмелер ваҡыт «Моспроект» институтында эшләй.
Уның төп эштәре Мәскәүҙә башҡарылған (шул иҫәптән авторҙашлыҡта): Мәскәүҙең Көньяҡ-Көнбайыш районын (1951—1958), пионерҙар һәм мәктәп уҡыусылары Һарайын (хәҙерге йәштәр ижады Һарайы) (1963)[1], Химки-Ховринола һәм Люберцы ҡалаһында халыҡтың йәшәү райондарын, Морис Торез исемендәге сит ил телдәре институтының яңы корпусын, Ҙур Кремль Һарайын реставрациялау һәм реконструкциялауҙы, Болгария Халыҡ Республикаһы илселеге комплексын (Болгария архитекторҙары менән берлектә) проектлау һәм төҙөү. Шулай уҡ уның ҡайһы бер биналары Мясницкая урамында төҙөлгән, атап әйткәндә, КГБ-ның Иҫәпләү үҙәге (1987) менән В. В. Маяковскийҙың Дәүләт музейы. Маяковскийҙың Дәүләт музейы янында Маяковскийҙың скульптура портреты ҡуйылған (скульпторы Ю. Г. Орехов, архитекторы Б. В. Палуй)[2].
Б. В. Палуйҙың сит илдәге эштәре араһында — Мали республикаһында СССР илселеге (Бамако ҡалаһы), Иранда (Решт ҡалаһы) һәм Японияла (Осака ҡалаһы) СССР генераль консуллыҡтары.
2003 йылда Мәскәүҙә вафат була. «Мәскәүҙең почётлы төҙөүсеһе» билдәһе менән бүләкләнә(2001)[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Архитектура — Дворец пионеров и школьников на Ленинских горах в Москве
- ↑ Москва: все улицы, площади, бульвары, переулки / Вострышев М. И. — М.: Алгоритм, Эксмо, 2010. — С. 349—351. — ISBN 978-5-699-33874-0.
- ↑ О награждении знаком «Почётный строитель Москвы»
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Палуй Борис Владимирович 2016 йыл 4 март архивланған.
- Борис Владимирович Палуй
- Палуй Борис Владимирович 2015 йыл 21 июнь архивланған.
- Интервью с Игорем Лозинским и Александрой Степановой