Пашкевич Алексей Васильевич
Пашкевич Алексей Васильевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 24 декабрь 1916 |
Тыуған урыны | Александровка[d], Царскосельский уезд[d], Петербург губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 30 август 1967 (50 йәш) |
Вафат булған урыны | Санкт-Петербург, РСФСР, СССР |
Ерләнгән урыны | Богослов зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | лётчик-ас |
Уҡыу йорто | Ю. А. Гагарин исемендәге Хәрби-һауа академияһы[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Пашкевич Алексей Васильевич (24 декабрь 1916 йыл — 30 август 1967 йыл) — осоусы-ас, 63-сө гвардия истребитель авиация полкының эскадрилья командиры (1-се Балтик буйы фронты, 3-сө һауа армияһы, 1-се гвардия истребителдәр авиация корпусы, 3-сө гвардия истребителдәр авиацияһы дивизияһы), генерал-майор, Советтар Союзы Геройы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алексей Васильевич Пашкевич 1916 йылдың 24 декабрендә Александровка ҡасабаһында (хәҙер Ленинград өлкәһе Гатчина районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуа[1]. Урыҫ. Юғары белемле. 1944 йылдан КПСС ағзаһы.
Хәрби хеҙмәткә тиклем Белорет металлургия комбинатында токарь, аэроклубта осоусы-инструктор булып эшләй. 1939 йылда Белорет ҡалаһы военкоматынан РККА-ға алына.
Бөйөк Ватан һуғышы фронтында 1943 йылдан. Гвардия майоры А. В. Пашкевич һауа һуғыштарында һәм дошмандың ерҙәге күп һанлы объекттарын штурмлағанда айырылып тора. Фронтта булған 2 йыл осоронда 114 хәрби осош яһай, 29 һауа һуғышы үткәрә, шәхсән дошмандың 19 самолетын бәреп төшөрә[2].
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 23 февралендәге Указы менән командованиеның хәрби заданиеһын өлгөлө үтәгәне һәм батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн гвардия майоры Алексей Васильевич Пашкевичҡа «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә, Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 5320) тапшырыла[3].
Алексей Васильевич — 1950 йылда Ҡытайҙа булған «билдәһеҙ» һуғышта ҡатнаша. Шанхайҙың Һауа һөжүме оборонаһы төркөмөнөң 106-сы истребитель авиация дивизияһы составында Ҡытай Халыҡ Республикаһының көнсығыш өлөшөн гоминьдан авиацияһы һөжүменән һаҡлауҙы ойоштора. 1951 йылда Кореяла һуғыша. Шанхайҙың Һауа һөжүме оборонаһы төркөмөнөң 106-сы истребитель авиация дивизияһы базаһында 50-се истребитель авиация дивизияһын төҙөй, уның менән 1950 йылдың 20 ноябренән 1951 йылдың февраленә тиклем командалыҡ итә. Ошо ваҡыт арауығында дивизия Корея күгенән дошмандың 64 самолетын бәреп төшөрә.
Һуғышынан һуң А. В. Пашкевич Совет Армияһында хеҙмәтен дауам итә. 1955 йылда Хәрби-һауа академияһын тамамлай.
1959 йылдан авиация генерал-майоры А. В. Пашкевич отставкаға сыға.
1967 йылдың 30 авгусында Ленинград ҡалаһында вафат була. Богословский зыяратында ерләнә[4].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Республикаһының Белорет ҡалаһы урамдарының береһе Герой исемен йөрөтә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Советтар Союзы Геройы (1945)
- Ике Ленин, дүрт — Ҡыҙыл Байраҡ, I дәрәжә Ватан һуғышы, ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, миҙалдар менән бүләкләнгән.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Пашкевич Алексей Васильевич . «Герои страны» сайты.
- ↑ М. Ю. Быков. Все Асы Сталина 1936—1953 гг.. — Научно-популярное издание. — М.: ООО «Яуза-пресс», 2014. — С. 918. — 1392 с. — (Элитная энциклопедия ВВС). — 1500 экз. — ISBN 978-5-9955-0712-3.
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046/793756, д. 8/36, л. 7/430—433).
- ↑ Фотография памятника.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Несокрушимые. — Уфа, 1985.
- Славные сыны Башкирии. — Уфа.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Пашкевич Алексей Васильевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 22 декабрь 2021)
- Алексей Пашкевич Васильевич.
- 24 декабрҙә тыуғандар
- 1916 йылда тыуғандар
- Санкт-Петербург губернаһында тыуғандар
- 30 августа вафат булғандар
- 1967 йылда вафат булғандар
- Санкт-Петербургта вафат булғандар
- Ю. А. Гагарин исемендәге Хәрби-һауа академияһын тамамлаусылар
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Берлинды алған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Бөйөк Ватан һуғышы осоусылары
- «Ҡытай-СССР дуҫлығы» миҙалы менән бүләкләнгәндәр