Эстәлеккә күсергә

Пезаровиус Павел Павлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Пезаровиус Павел Павлович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 17 (28) февраль 1776
Тыуған урыны Валмиера, Рижский уезд[d], Рижская губерния[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 2 (14) июль 1847 (71 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы
Ерләнгән урыны Смоленское лютеранское кладбище[d]
Һөнәр төрө мөхәррир, филантроп
Уҡыу йорто Йена университеты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Святой Анны 2-й степени

Павел Павлович Пезаровиус (нем. Paul Wilhelm von Pomian de Pesarovius[1]; 1776 йылдыың 28 феврале, Вольмар — 1847 йылдың 14 июле, Санкт-Петербург[2]) — филантроп, «Урыҫ инвалиды» хәйриә гәзитенә нигеҙ һалған беренсе мөхәррире, масон Санкт-Петербургтағы «Поляр йондоҙ» ложаһы ағзаһы (1809—1810).

Вольмарҙа балтик немецтары ғаиләһендә тыуған. Уның атаһы танылған лютеран теологы була. Йена университетында курс тамамлаған. Закондар төҙөү комиссияһында һәм юстиц-коллегияла хеҙмәт иткән. Пезаровиус 1812 йылғы Ватан һуғышынан Санкт-Петербургҡа әйләнеп ҡайтҡан һуғыш ҡорбандарына, сирлеләргә һәм яраланғандарға ярҙам итергә теләй. Шул ниәт менән, бер ниндәй аҡса һәм билдәләнгән планы булмаһа ла, Павел Помиан-Пезаровиус «Рус Инвалиды» гәзитен сығара башлай, йәғни, сығымдарға киткәнен тотоп ҡалып, баҫманың бөтә килемен «һуғыштан зәғифләнеп ҡайтҡан инвалидтарға, һалдаттарҙың тол ҡатындарына һәм етемдәргә ярҙам итеүгә ҡулланыуҙы маҡсат итә». Александр Иванович Плюшар гәзитте нәшер итеүҙе үҙ яуаплығына ала, һәм гәзиттең тәүге һаны 1813 йылдың 1 февралендә донъя күрә. Пезаровиус гәзитте фәҡәт үҙенең мәҡәләләре менән генә тиерлек тултырған. Беренсе ай аҙағында уҡ редакцияға 2160 һум аҡса керә. Пезаровиус, үҙенең хеҙмәткәре-цензоры арҡаһында, хәрби хәрәкәттәр театры хәбәрҙәрен башҡа гәзиттәрҙән иртәрәк урынлаштыра, һәм уҡыусы «Рус инвалиды» баҫмаһы менән ҡыҙыҡһына башлай, гәзиткә яҙылыу ныҡ арта. Пезаровиус ҡулына кергән ғәйәт ҙур иғәнә 1813 йылда уны инвалидтар капиталы ойоштороуға килтерә, бер йыл үтеүгә ул 395 000 һум тәшкил итә. Пезаровиус был капиталды 1814 йылда Александр I ойошторған һәм Павел Павловичты уның азаһы итеп тәғәйенләгән яралылар комитетына тапшыра[3]. Гәзитте мөхәррирләү 1821 йылға тиклем дауам итә, һәм шул арауыҡта Пезаровиус комитетҡа 1032424 һум тапшыра. 1833 йылда Пезаровиус Санкт-Петербург инжил консисторияһының президенты итеп тәғәйенләнә. Шул арала, «Рус инвалиды» гәзитенең йөкмәткеһе насарланғас, 1830 йылдан ул яңынан Пезаровиусҡа күсә, һәм вафатына тиклем был яуаплы бурысты иңенә күтәрә.

Йәшерен советник чинында вафат була. Санкт-Петербург ҡалаһындағы Смоленск лютеран зыяратында ерләнә.

Масон ложаларында ҡатнашыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ригала «Кесе йыһанға» «Zur kleinen Welt» (1791) масон ложаһы ағзаһы була. Санкт-Петербургта ложа ағзаһы: «Поляр йондоҙ» (1809-10) һәм «Пеликан» (Берғаҙан) ложалары ағзаһы була,1810 йылда «Астерия» бөйөк ложаһы (1818—1819) күрһәтеүе буйынса ултырғыс оҫтаһы вазифаһына һайлана. Варшавала 1818—1819 йылдарҙа «Бөйөк Казимир» һәм «Даими ғибәҙәтхана» ложаларының почётлы ағзаһы була.

"Рус инвалиды"нда баҫылған мәҡәләләренән башҡа Пезаровиустың хеҙмәттәре: