Петров Владимир Владимирович (хоккейсы)
Петров Владимир Владимирович (хоккейсы) | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Спортта ил өсөн сығыш яһай |
СССР Рәсәй |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 30 июнь 1947[1] |
Тыуған урыны | Красногорск ҡалаһы, Мәскәү өлкәһе, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 28 февраль 2017[2][1] (69 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Үлем төрө | тәбиғи үлем[d] |
Үлем сәбәбе | Яман шеш |
Ерләнгән урыны | Федераль хәрби мемориаль зыярат[d] |
Һөнәр төрө | хоккейсы |
Командалағы уйын позицияһы | центральный нападающий[d] |
Уҡыу йорто | Мәскәү дәүләт физик культура академияһы[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Спорт командаһы ағзаһы | Крылья Советов[d] һәм СКА (хоккей клубы) |
Масса | 89 килограмм |
Спорт төрө | Шайбалы хоккей[3] |
Ударная рука | правый[d] |
Ҡатнашыусы | Ҡышҡы Олимпия уйындары 1976[d], Зимние Олимпийские игры 1980[d] һәм Зимние Олимпийские игры 1972[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Бейеклеге/буйы | 183 сантиметр |
Петров Владимир Владимирович (30 июнь 1947 йыл, Красногорск, Мәскәү өлкәһе — 28 февраль 2017) — совет хоккейсы, үҙәк һөжүмсе. Ике тапҡыр олимпия чемпионы һәм 9 тапҡыр донъя чемпионы. СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1969). Полковник.
Спорт карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эшсе ғаиләһендә тыуа. Күп кенә буласаҡ хоккейсылар кеүек, башта рус хоккейы менән шөғөлләнә. Тушинола «Крылья Советов» командаһы базаһындағы «Ҡыҙыл Октябрь» спорт клубында шайбалы хоккей буйынса күнекмәләр үткәрә.
Уйынсы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һөжүмсе була. СССР чемпионаттарында 553 матч үткәрә һәм 370 гол индерә.
«Крылья Советов» (Мәскәү) (1965—1967), ЦСКА (1967—1981), СКА (Ленинград) (1981—1983) хоккей клубтары өсөн сығыш яһай. 1969/1970 йылдарҙағы СССР чемпионаты уның өсөн иң яҡшы миҙгел була, ул 43 уйында 51 шайба индерә һәм быға 21 голда ассистент була.
ЦСКА һәм СССР йыйылма командаһында оҙаҡ йылдар Борис Михайлов һәм Валерий Харламов менән бер төркөмдә сығыш яһай.
СССР йыйылма командаһы составында өс тапҡыр донъя чемпионатының иң яҡшы бомбардиры була (1973, 1977 һәм 1979).
1971 йылдан алып КПСС ағзаһы була.
Тренер һәм спорт функционеры
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1983—1984 йылдар — СКА хоккей клубы тренеры (Ленинград),
- 1984—1986 йылдар — хоккей функционеры,
- 1986—1988 йылдар — СССР оборона Министрлығының Ҡораллы көстәренең футбол буйынса баш тренеры,
- 1989—1990 йылдарҙа — СКА (Калинин) командаһы етәксеһе,
- 1990—1992 йылдарҙа — СССР Хоккей федерацияһының ветерандар комитеты рәйесе., 1992—1994 йылдарҙа — Рәсәй Хоккей федерацияһы президенты[4],
- 1995—1996 — «Спартак» (Мәскәү) ХК-һының генераль менеджеры,
- 1998—2000 — Мәскәү ЦСКА-һының генераль менеджеры,
- 2003 йылдан 2005 йылға тиклем Санкт-Петербург СКА-һының генераль менеджеры була.
2000 йылдар башынан кинопродюсерлыҡ менән шөғөлләнә. «Валерий Харламов. Дополнительное время» нәфис фильмының (2007) продюсеры. Был фильм күренекле совет хоккейсыһы Валерий Харламовтың һуңғы көндәренә арналған, режиссеры — Юрий Стааль.
2011—2012 йылдарҙа Борис Михайлов, Владислав Третьяк, Георгий Полтавченко Сергей Егоров һәм Артур Чилингаров Шайбалы хоккей буйынса халыҡ-ара Arctic Cup турнирының попечителлек советына инә.
2013—2017 йылдарҙа ЦСКА хоккей клубы ветерандары ассоциацияһы ағзаһы (Мәскәү). 2013—2017 йылдарҙа — Бөтә Рәсәй йәш хоккейсыларының «Алтын шайба» клубы президенты.
Ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2 тапҡыр Олимпия чемпионы: 1972, 1976
- Олимпия уйындарының көмөш призёры: 1980
- 9 тапҡыр донъя чемпионы: 1969—1971, 1973—1975, 1978, 1979, 1981
- Донъя чемпионатында көмөш призёр: 1972
- Донъя чемпионатында бронза призёр: 1977
- 8 тапҡыр Европа чемпионы: 1969, 1970, 1973—1975, 1978, 1979, 1981
- Европа чемпионатының көмөш призёры (2): 1971, 1972
- Европа чемпионатының бронза призёры:
- 1977 Европа һәм донъя чемпионатында һәм Олимпия уйындарында — 118 матч, 84 гол.
- 1973, 1977, 1979 йылдарҙағы Европа һәм донъя чемпионатында иң яҡшы бомбардир.
- 1979 й. — Саҡырыу кубогын (Кубка Вызова) яулаусы
- Европа кубогын яулаусы (10): 1969—1974, 1976, 1978—1980
- Саҡырыу кубогында — 39 шайба.
- СССР чемпионы (11): 1968, 1970—1973, 1975, 1977—1981.
- СССР чемпионатының көмөш призёры (3): 1969, 1974, 1976
- СССР чемпионаттарында 553 уйын үткәрә, 370 шайба индерә.
- СССР Кубогын яулаусы (5): 1968, 1969, 1973, 1977, 1979.
- СССР Кубогы финалсыһы: 1976 СССР Кубогында — 15 шайба.
- Дуҫ армиялар спартакиадаһы (Ленинград, СССР) еңеүсеһе (СССР Хәрби көстәренең йыйылма командаһы): 1975[5]
- Всеволод Бобров клубы, «100 бомбардир» һәм «Рәсәй бомбардирҙары» исемлектәре ағзаһы.
- 2006 йылда ИИХФ-тың Дан залына индерелә.
Наградалары һәм исемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (30 июнь 2007 йыл) — физик культура һәм спорт үҫешенә ҙур өлөш индергәне һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн[6]
- IV дәрәжә Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн ордены (26 декабрь 2011 йыл) — физик культура һәм спорт үҫешенә ҙур өлөш индергәне һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн[7]
- Дуҫлыҡ ордены (20 декабрь 1996 йыл) — дәүләт алдындағы хеҙмәттәре, физик культура һәм спорт үҫешенә ҙур өлөш индергәне һәм ватан хоккейының 50 йыллығы айҡанлы[8]
- «Почёт Билдәһе» ордены (7 май 1975 йыл) — 1975 йылғы донъя Һәм Европа чемпионаттарында юғары спорт ҡаҙаныштары һәм халыҡ ара ярыштарҙа уңышлы сығыш яһағаны өсөн[9]
- «Почёт Билдәһе» ордены (7 июль 1978 йыл) — 1978 йылда хоккей буйынса донъя Һәм Европа чемпионатында юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн[10]
- III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн» ордены
- "Хеҙмәт батырлығы өсөн " миҙалы (30 май 1969 йыл) — донъя беренселегендә уңышлы сығыш яһағаны һәм күренекле спорт ҡаҙаныштары өсөн[11]
- "Хеҙмәт батырлығы өсөн " миҙалы (3 март 1972 йыл) — XI Ҡышҡы Олимпия уйындары ярыштарында юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн[12]
Үлеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2017 йылдың 28 февралендә оҙайлы ауырыуҙан һуң Мәскәү дауаханаһында 70-се йәшендә вафат була[13]. Мытищиҙа Федераль һуғыш мемориаль зыяратында ерләнә[14].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2018 йылдың 28 февралендә ЦСКА-ның Дан аллеяһында Владимир Петровҡа бюст ҡуйыла.
2019 йылдың 30 июнендә Красногорскиҙа билдәле совет хоккейсыһы Владимир Петров исемендәге боҙ аренаһы һәм хоккей академияһы асыла[15][16]. Хоккей Академияһының президенты — Петровтың улы Максим[17].
Владимир Петров хөрмәтенә Юғары хоккей лигаһының төп трофейы атала(Петров Кубогы).
Кинолағы образы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй кинематографында:
- «Валерий Харламов. Өҫтәмә ваҡыт» (Валерий Харламов. Дополнительное время 2007). Режиссеры — Юрий Стааль. Владимир Петров ролен актер Сергей Жарков башҡара, Ә Владимир Петров үҙе легендар бишәү буйынса партнеры Борис Михайлов менән бергә үҙен-үҙе уйнай. Фильмдың продюсеры — Владимир Петров.
- «Легенда no 17» (Легенда № 17, 2012) (Режиссеры — Николай Лебедев. Хоккейсы Владимир Петров ролен актер Артем Федотов башҡара.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Vladimir Petrov // Find a Grave (ингл.) — 1996.
- ↑ Легендарный хоккеист Владимир Петров умер в возрасте 69 лет
- ↑ https://www.eurohockey.com/player/27195-.html (ингл.)
- ↑ Владимир Мозговой. Петров первый // Новая газета. — 2017. — № 21 (2598). — С. 21. — URL: https://www.novayagazeta.ru/issues/2512 2017 йыл 12 март архивланған.
- ↑ Легенда № 19. Как Валерий Харламов играл за ленинградский СКА. Газета «Санкт-Петербургские ведомости» № 5(7334) от 13.01.2023г.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 30 июня 2007 года № 834 «О награждении орденом „За заслуги перед Отечеством“ III степени Петрова В. В.» Дата обращения: 2 март 2017. Архивировано 3 март 2017 года.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 26 декабря 2011 года № 1686 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» . Дата обращения: 2 март 2017. Архивировано 3 март 2017 года.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 20 декабря 1996 года № 1742 «О награждении государственными наградами Российской Федерации спортсменов, тренеров и общественных деятелей отечественного хоккея» . Дата обращения: 2 март 2017. Архивировано 3 март 2017 года.
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР от 7 мая 1975 года № 1563—IX «О награждении орденами и медалями СССР спортсменов и тренеров» . Дата обращения: 24 февраль 2018. Архивировано 17 февраль 2018 года.
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР от 7 июля 1978 года № 7781—IX «О награждении орденами и медалями СССР спортсменов, тренеров, работников физической культуры и спорта по итогам чемпионата мира и Европы 1978 года по хоккею» . Дата обращения: 24 февраль 2018. Архивировано 17 февраль 2018 года.
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР от 30 мая 1969 года № 3911-VII «О награждении орденами и медалями СССР чемпионов мира — спортсменов Советского Союза»
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР от 3 марта 1972 года № 2677—VIII «О награждении орденами и медалями СССР спортсменов и тренеров в связи с итогами XI зимних Олимпийских игр» . Дата обращения: 24 февраль 2018. Архивировано 17 февраль 2018 года.
- ↑ Он был примером для всех. Не стало хоккеиста Владимира Петрова . Дата обращения: 18 июль 2021. Архивировано 18 июль 2021 года.
- ↑ Владимир Петров похоронен на Федеральном военном мемориальном кладбище . ТАСС (2 март 2017). Дата обращения: 2 март 2017. Архивировано 3 март 2017 года.
- ↑ В Красногорске состоялось открытие академии хоккея имени Владимира Петрова . cska-hockey.ru. ХК ЦСКА. Дата обращения: 7 август 2019. Архивировано 7 август 2019 года.
- ↑ Ледовая арена имени Владимира Петрова открылась в Красногорске . ТАСС. Дата обращения: 7 август 2019. Архивировано 7 август 2019 года.
- ↑ Ледовую арену имени Владимира Петрова открыли в Красногорске . Правительство Московской области. Дата обращения: 7 август 2019. Архивировано 7 август 2019 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Петров Владимир Владимирович // Олимпийская энциклопедия / Павлов С. П.. — М.: Советская энциклопедия, 1980. — 415 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- * Владимир Петров — Sports-Reference.com (инг.) сайтында олимпия статистикаһы
{{Блок составов |цвет = СССР/хоккей |страна = СССР |список =
- 30 июндә тыуғандар
- 1947 йылда тыуғандар
- Мәскәү өлкәһендә тыуғандар
- 28 февралдә вафат булғандар
- 2017 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Рәсәйҙә ерләнгәндәр
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Дуҫлыҡ ордены (Рәсәй) кавалерҙары
- III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәт иткәне өсөн» ордены кавалерҙары
- «Мәскәүҙең 850 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Ветеран Вооружённых Сил СССР» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- III дәрәжә «За безупречную службу» миҙалы менән наградланыусылар
- II дәрәжә «За безупречную службу» миҙалы менән наградланыусылар
- СССР хоккейсылары
- Яман шештән үлгәндәр
- КПСС ағзалары
- Шайбалы хоккей буйынса донъя чемпиондары
- СССР-ҙан Олимпия чемпиондары
- СКА хоккей клубы уйынсылары
- ЦСКА Мәскәү хоккей клубының уйынсылары
- «Крылья Советов» хоккей клубының уйынсылары
- Полковниктар (СССР)
- Алфавит буйынса шәхестәр
- СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастерҙары
- I дәрәжә «За безупречную службу» миҙалы менән наградланыусылар
- Шайбалы хоккей буйынса СССР йыйылма командаһы