Эстәлеккә күсергә

Петров Дмитрий Юрьевич (тәржемәсе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Петров Дмитрий Юрьевич (тәржемәсе)
рус. Дмитрий Юрьевич Петров
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 16 июль 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (66 йәш)
Тыуған урыны Новомосковск, Узловский район[d], Тула өлкәһе, РСФСР, СССР
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө тәржемәсе, устный переводчик, телетапшырыуҙар алып барыусы, полиглот, университет уҡытыусыһы
Эш урыны Мәскәү дәүләт лингвистика университеты
Уҡыу йорто Мәскәү дәүләт лингвистика университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
премия Правительства Российской Федерации в области культуры
Рәсми сайт centerpetrova.ru
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 290 000 ± 999[1]
 Петров Дмитрий Юрьевич (тәржемәсе) Викимилектә

Петров Дмитрий Юрьевич (16 июль 1958 йылНовомосковск, Тула өлкәһе) — рәсәй синхрон тәржемәсеһе, Юғары гуманитар мәктәп КАЗГЮУ профессоры. 2012—2016 йылдарҙа — «Культура» телеканалында «Полиглот» реалити-шоуы алып барыусы-уҡытыусыһы[2].

1975 йылда Морис Торез исемендәге Мәскәү дәүләт сит телдәр институтына (МГПИИЯ) уҡырға инә (бөгөн — Мәскәү дәүләт лингвистик университеты)[3]. 2015 йылдың март айына ҡарата, Петров был юғары уҡыу йортонда[4] тәржемә факультетының тәржемәне өйрәнеү һәм инглиз телен тәржемәләү практикаһы кафедраһында уҡытыу эше алып бара[5].

Матбуғатта баҫылған интервьюһында Дмитрий Петровтың 30-ҙан ашыу тел менән таныш булыуы тураһында хәбәр ителә[6][7]. Үҙе раҫлауынса, ул 50 телдә уҡый ала, әммә 8 тел менән эшләй: инглиз, француз, итальян, испан, немец, чех, грек һәм һинд[8].

2011 йылдың декабрендә Ҡаҙағстан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының телдәр буйынса комитеты бойороғо буйынса булдырылған «Тілашар ENTER» яңы цикллы телевизион проекты сиктәрендә ҡаҙаҡ телен өйрәнеүҙең мотивация курсын үткәрә[9][10].

2012 йылдың ғинуарынан 2016 йылдың июненә тиклем «Мәҙәниәт» телеканалында «Полиглот» белем биреү программаһының алып барыусы-уҡытыусыһы була. Тапшырыуҙың инглиз, итальян, француз, испан, немец, һинд/урду, португал һәм ҡытай телдәренә өйрәтеү буйынса бөтәһе һигеҙ миҙгеле сыға.

Нормаға һыйышлы булмаған лексиканан торған рус таҡмаҡтарының сит телдәргә тәржемәһе авторы[11]. Матбуғаттағы хәбәрҙәргә ҡарағанда, Дмитрий Петров Михаил Горбачев, Ельцин Борис, Владимир Путин менән эшләгән[12] .

2019 йылда «Univer» телеканалында татар телен өйрәнеү буйынса дәрестәр циклы алып бара. «Тура телмәр» лекторий циклында телдәр тарихы тураһында аудиокитаптар серияһын яҙҙыра, «Магия слова» һәм «Язык мира» китаптарын, инглиз, немец, француз, грек һәм испан телдәрен үҙ аллы өйрәнеү буйынса дәреслектәр сығара.

2012 йылда Мәскәүҙә Дмитрий Петров Лингвистика үҙәге асыла, унда тәүҙә ул үҙе уҡыта, ә хәҙер уның етәкселегендә уҡытыусылар эшләй.

Өйләнгән, ҡатыны — Анамика Саксена[6][13], Һиндостанда тыуып үҫкән, тәржемәсе. Өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр: улдары Демьян һәм Илиан, ҡыҙҙары Арина.

  1. Интерфейс программирования приложения YouTube
  2. Новости культуры. Все выпуски программы «Полиглот». Телеканал «Культура» (11 февраль 2013). Дата обращения: 23 март 2014.
  3. Дмитрий ПЕТРОВ. Сайт Д.И. Ермоловича. Дата обращения: 9 март 2014.
  4. Синьор полиглот. Коммерсант.ru. Дата обращения: 23 март 2014.
  5. День открытых дверей на Переводческом факультете. Дата обращения: 12 июнь 2020.
  6. 6,0 6,1 Ларина Ю. Многоязычник. Уникальный полиглот Дмитрий Петров начал телепроект и рассказал Юлии Лариной, как учить языки // Огонёк. — № 3 (5212). — 23.01.2012. Дата обращения: 28 ноябрь 2012. Архивировано 25 октябрь 2012 года.
  7. Открытая лекция «Проблемы изучения языка и переводческая деятельность в контексте межкультурной коммуникации». Институт УНИК. Дата обращения: 12 март 2014. Архивировано 12 март 2014 года.
  8. Гарматина Ю. Педагог и полиглот Дмитрий Петров: Иностранный язык можно выучить в любом возрасте! // АиФ. — 31.10.2012. Дата обращения: 28 ноябрь 2012. Архивировано 8 февраль 2013 года.
  9. Казахский язык можно выучить за 2 недели с «Тілашар ENTER». Новости Казахстана. Tengrinews.kz.
  10. Глаголом по незнанию.
  11. Киеня Н. Полиглот Дмитрий Петров: Килька плавает в томате, ей в томате хорошо // Известия. — 27.06.2007. Дата обращения: 28 ноябрь 2012.
  12. Виктория Юхова. Языковой запас, Журнал «Итоги» (27 ғинуар 2014). 12 март 2014 тикшерелгән. 2016 йыл 4 март архивланған.
  13. Свинаренко И. Анамика Саксена: хождение за три моря // Медведь. Первый Мужской журнал. — 24.02.2012. (недоступная ссылка — история). Дата обращения: 28 ғинуар 2013. Архивировано 4 февраль 2013 года. 2013 йыл 18 февраль архивланған.
  • Петров Д. Ю., Борейко В. Н. Магия слова. Диалог о языке и языках. — М.: ПрозаиК, 2010. — 208 с. — ISBN 978-5-91631-105-1.
  • Петров Д. Ю. Английский язык 16 уроков. Базовый тренинг
  • Петров Д. Ю. Английский язык 16 уроков. Продвинутый тренинг
  • Петров Д. Ю. Итальянский язык 16 уроков. Базовый тренинг
  • Петров Д. Ю. Французский язык 16 уроков. Базовый тренинг
  • Петров Д. Ю. Испанский язык 16 уроков. Базовый тренинг
  • Петров Д. Ю. Китайский язык 16 уроков. Базовый тренинг
  • Петров Д. Ю. Немецкий язык 16 уроков. Базовый тренинг
  • Петров Д. Ю. Иврит 16 уроков. Базовый тренинг
  • Петров Д. Ю. Русский для англоговорящих 16 уроков. Базовый тренинг
  • Петров Д. Ю. Русский для испаноговорящих 16 уроков. Базовый тренинг
  • Петров Д. Ю. Шишкин О. Москва. Путеводитель по истории города
  • Петров Д. Ю. Язык мира