Эстәлеккә күсергә

Платонов Алексей Трофимович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Платонов Алексей Трофимович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 июнь 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Раевка, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Совет Рәсәйе
Вафат булған көнө 26 март 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (91 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө рәссам
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Платонов Алексей Трофимович (1 июнь 1920 йыл — 26 март 2012 йыл) — рәссам. 1955 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы (1969). II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).

Алексей Трофимович Платонов [1] 1920 йылдың 1 июнендә Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙе Әлшәй ауылында, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Раевка ауылында тыуған. 1940 йылда Өфө театр-художество училищеһының художество бүлеген тамамлай.

Рәссам. 1941—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1955 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. КПСС ағзаһы. БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы, 1969.

Ҙур йәмәғәт эше алып бара, 1955-1957 йылдарҙа — Башҡортостан Рәссамдар союзы идараһы рәйесе. 1952-1955 йылдарҙа — ул М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы директоры. Башҡортостан Рәссамдары союзының партия бюроһы ағзаһы.

2012 йылдың 26 мартында Өфөлә вафат була.

Платоновтың әҫәрҙәре М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы (Өфө), Милли музей йыйылмаларында һәм шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.

«Ярҙамсы ҡыҙ», киндер, май , 1955. «Кис», к. м., 1955. «Күгәрсендәр», х. м., 1957. «Таулы Башҡортостан», х. м., 1960. «Епшек көн», х. м., 1961. «Һалҡынса ел», х. м., 1961. «Белореттың сите», х. м., 1963. «Тауҙарҙағы ауыл», х. м., 1963. «Ураҡ өҫтө», х. м., 1964. «Россыпи», х. м., 1965. «Уралда көҙ», х. м., 1965. «Абзан», х. м, 1965. «Забастовка. Уралда 1905 йыл», х. м., 1967. «Шествие к коммунизму» — сграффито, «Павлов ГЭС-ы», (К. К. Тереғолов менән берлектә) (1967—1969).

  • Республика күргәҙмәләре, Өфө, 1946 йылдан алып 1959 йылға тиклем бөтәһендә лә; 1963, 1966, 1969, 1974, 1977.
  • БАССР рәссамдары әҫәрҙәре ун көнлөк күргәҙмәһе, Мәскәү, 1955.
  • БАССР рәссамдары әҫәрҙәре ун көнлөк күргәҙмәһе, Мәскәү, Ленинград, 1969 йыл.
  • «Социалистик Урал» зона күргәҙмәләре: Пермь, 1967; Силәбе, 1969.
  • В. И. Ленин тыуыуының 100-йыллығына арналған БАССР рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе, Ульяновск, 1970.
  • Өс зона рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе, Мәскәү, 1971.
  • РСФСР-ҙың автономиялы республикалары рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе, Мәскәү, 1971.
  • «Советская Россия-3» Бөтә Рәсәй художество күргәҙмәһе, Мәскәү, 1967.
  • БАССР рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе, ГДР-ҙың Галле ҡалаһында, 1975.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985).
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы (1969).
  • Справочник «Художники Советской Башкирии». Автор-составитель Э. П. Фенина, Башкирское книжное издательство, Уфа-1979
  • БСЭ, т. 3, раздел «Башкирская АССР». Изд. «Советская энциклопедия», Москва, 1970.
  • Г. С. Кушнеровская: Изобразительное искусство Башкирской АССР. Изд. «Советский художник», Москва, 1974.
  • История Уфы. Сб. статей, гл. 14. Башкирское книжное изд., Уфа, 1976.
  • Г. Пикунова; Буклет «А. Платонов». Башкирское книжное изд. Уфа, 1969.