Пономарёв Руслан Олегович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Пономарёв Руслан Олегович
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Ukraine.svg Украина
Спортта ил өсөн сығыш яһай Flag of Ukraine.svg Украина[1]
Тыуған көнө 11 октябрь 1983({{padleft:1983|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[2] (37 йәш)
Тыуған урыны СССР, Украина Совет Социалистик Республикаһы, Донецк өлкәһе, Горловка[d]
Һөнәр төрө шахматсы
Шахматный титул гроссмейстер[d][1] һәм халыҡ-ара мастер[d]
Спорт төрө Шахмат
Эло рейтингы 2723[1]
Ҡатнашыусы Шахматная олимпиада 1998[d][3], Шахматная олимпиада 2000[d][3], Шахматная олимпиада 2002[d][3], Шахматная олимпиада 2004[d][3], Шахматная олимпиада 2010[d][3], Шахматная олимпиада 2012[d][3], Шахматная олимпиада 2014[d][3], Шахматная олимпиада 2016[d] һәм Шахматная олимпиада 2018[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Commons-logo.svg Пономарёв Руслан Олегович Викимилектә

Руслан Олегович Пономарев (11 октябрь 1983 йыл) — украин шахматсыһы, ФИДЕ буйынса донъя чемпионы (2002—2003). Украинаның атҡаҙанған спорт мастеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Руслан Олегович Пономарев 1983 йылдың 11 октябрендә Украина ССР-ының Донецк өлкәһендә Горловка ҡалаһында тыуа. Шахмат уйнарға автомобилдәр ремонтлау заводында инженер булып эшләгән атаһы өйрәтә. 9 йәшендә Руслан 10 йәшкә тиклемге балалар араһында тәүҙә Горловка ҡалаһының, һуңынан Донецк өлкәһенең чемпионы исемен яулап, беренсе разрядҡа эйә була. 1998 йылдан донъяның иң йәш гроссмейстеры[4]. 13 йәшендә 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында Европа чемпионы була. Тағы бер йылдан шул уҡ категорияла донъя чемпионы исемен яулай. 2002 йылдың ғинуарында шахмат буйынса донъяның иң йәш чемпионы була (FIDE версияһы буйынса); ул саҡта Русланға ни бары 18 йәш була. Украина йыйылма командаһы составында XXXVI һәм XXXIX Шахмат олимпиадалары чемпионы.

2003 йылдың 12 ғинуарынан Михаил Чигориндың донъя чемпиондарын еңеүселәрҙең символик клубы ағзаһы.

Шахмат уйынарға бала сағы һәм үҫмер йылдары үткән Горловкала өйрәнә. 2001 йылда ир-егеттәр араһында Европа чемпионатының вице-чемпионы. 2002 йылда Линареста халыҡ-ара турнирҙа 2-се урын ала. ФИДЕ Донъя кубогының 2005, 2009 йылдарҙағы финалисы. Дортмундтағы халыҡ-ара турнир еңеүсеһе (2010).

Спорт һөҙөмтәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йыл Ҡала Турнир + = Һөҙөмтә Урын
2010 Дортмунд 38-се халыҡ-ара турнир 4 1 5 6½ из 10 1
2011 Вейк-ан-Зее 73-сө халыҡ-ара турнир 2 2 9 6½ из 13 7-8
Киев Украинаның 80-се чемпионаты 6 0 5 8½ из 11 1
Ханты-Мансийск Донъя кубогы 2011 7 4 17 15½ из 28 4
2013 Киев Украинаның 82-се чемпионаты 4 0 7 7½ из 11 2

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • V дәрәжә Кенәз Ярослав Мудрый ордены (2002)[5]
  • III дәрәжә «Ҡаҙаныштар өсөн» ордены (2004).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]