Эстәлеккә күсергә

Попов Василий Дмитриевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Попов Василий Дмитриевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 28 декабрь 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})
Тыуған урыны Пчельник, Бишбүләк ауыл Советы (Бишбүләк районы), Бишбүләк районы
Вафат булған көнө 16 март 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө социология
Эш урыны Өфө дәүләт авиация техник университеты
Биләгән вазифаһы профессор[d]
Уҡыу йорто К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институты[d]
Ғилми дәрәжә философия фәндәре докторы[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Попов Василий Дмитриевич (28 декабрь 1921 йыл — 16 март 1997 йыл) — ғалим-философ, социолог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1972—1994 йылдарҙа Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (1981), профессор (1985). Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1966). 3-сө дәрәжә Дан ордены кавалеры (1943).

Василий Дмитриевич Попов 1921 йылдың 28 декабрендә Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республиканың Бишбүләк районы) Пчельник ауылында тыуған. 1955 йылда К.А.Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлаған.

1941 йылдың июнендә Ҡыҙыл Армия сафына алына һәм һауа күҙәтеү, иҫкәртеү һәм элемтә бәйләнеше мәктәбенә ебәрелә. 6-сы айырым һауа-десант бригадаһы составында Брянск фронтарында хәрби операцияларҙа ҡатнаша, 1943 йылдың майында яралана. 1944 йылдың июненән ― Карелия фронтының 9-сы удар армияһының 99-сы уҡсылар дивизияһының 227-се полктың санинструкторы. 1944 йылдың июлендә Свирь йылғаһындағы алышта тағы яралана.

19531972 йылдарҙа Өфө № 99 мәктәбе уҡытыусыһы, директор урынбаҫары, директоры.

1972—1994 йылдарҙа Өфө дәүләт авиация техник университетында: өлкән уҡытыусы, доцент, ғилми коммунизм, социология һәм политология кафедраһы профессоры, 1991—1997 йылдарҙа профессор-консультант. 1982-1983 йылдарҙа КПСС тарихы кафедраһы мөдире. 1997 йылдың 16 мартында Өфөлә вафат була[1].

Ғилми эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1980 йылда философия фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә диссертацияһын яҡлай. Ғилми эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре — мәғариф социологияһы, социаль педагогика. Дөйөм мотлаҡ урта белем, ижтимағи фәндәрҙе уҡытыуҙа берҙәмлек һәм күсәгилешлелек проблемаларын, тәрбиәүи процестың эффектлығын, юғары мәктәп реформаһын һәм уны тормошҡа ашырыуҙың төп йүнәлештәрен тикшергән. 300-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]




.