Поска-Грюнталь Вера
Поска-Грюнталь Вера | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Вафат булған көнө | |
Ил | |
Тормош иптәше | |
Вера Поска-Грюнталь (эст. Vera Poska-Grüntal, шулай уҡ эст. Veera Poska-Grünthal, 25 март 1898 йыл, Таллин — 29 ғинуар 1986 йыл, Стокгольм) — эстон хоҡуҡ белгесе, юрист һәм журналист; эстон феминизмы лидеры.
Вера Поска-Грюнталь 1898 йылдың 25 мартында Таллинда присяжный поверенныйы ғаиләһендә тыуа. Ғаиләлә туғыҙ бала була: алты ҡыҙ һәм өс малай, Вера икенсе булып тыуа. Таллин гимназияһын тамамлай. 1915 йылда Петроградта һуңынан Воронежда хоҡуҡ белемен өйрәнә башлай. 1917 йылда эстон студенттарының "Пыхьяла» (EÜS Põhjala) йәмғиәтенә инә. Кейәүгә сыҡҡандан һуң — Курессаареға, 1920 йылда Тартуға күсенә. Беренсе донъя һуғышы һәм Октябрь революцияһы ваҡытында өҙөлгән уҡыуын Тарту университетында дауам итә. 1925 йылда, дүрт бала әсәһе булып, юридик факультетты тамамлай. Һуңынан Таллин ҡала юридик бюроһында юрист булып эшләй, 1929—1935 йылдарҙа Тарту ҡалаһында никах һәм айырылышыу мәсьәләләре буйынса юридик ярҙам күрһәтә. 1939 йылда юриспруденциялар магистры дәрәжәһен ала (Диплом эшенең темаһы: бәлиғ булмағандарҙың хеҙмәтен һаҡлау).
1944 йылда Ҡыҙыл армия һөжүме ваҡытында ғаиләһе менән Швецияға күсеп килә. Ире Тимофей Грюнталь Стокгольм университетының дәүләт стипендияһын ала. 1955 йылда, ире үлгәндән Һуң, Вера Поска-Грюнталь Канадаға күсенә, унда 1951 йылдың яҙында уның ҡыҙы Констанция ире Кальо Пилл һәм улдары Юри һәм Яан менән бергә киткән була.
Пенсияға сыҡҡанға тиклем архив хеҙмәткәре булып эшләй. 1986 йылдың 29 ғинуарында Стокгольмда вафат була. Вера Поск-Грюнталдең 12 томлыҡ шәхси архивы Швецияның Милли архивында һаҡлана[2].
Эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эстония феминизмы лидеры. 1928 йылда Парижда социаль эш буйынса Беренсе конгресс эшендә ҡатнаша. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙ юристар федерацияһына — халыҡ-ара хөкүмәттеке булмаған ойошма нигеҙ һалыусыларҙың береһе, ул юридик ярҙам, юридик әҙәбиәт һәм белем биреү программаларын тәҡдим итеп, шулай уҡ яҡлау, хоҡуҡи реформалар, тикшеренеүҙәр һәм мәҡәләләр ярҙамында ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм балаларҙың хәлен яҡшырта. Уның инициативаһы буйынса 1931 йылда Эстонияла Йорт һәм мәктәп ассоциацияһы (эст. Ühing Kodu ja Kool), сороптимистарҙың Тарту йәмғиәте (эст. Tartu Soroptimistide Ühing), 1939 йылда Тарту әсәлекте һаҡлау йәмғиәте (эст. Tartu Emadekaiste Ühing һәм Йортһоҙ әсәләр (эст. Emadekodu) өсөн приют ойоштора.
1934 йылда башҡа юрист ҡатын-ҡыҙҙар менән Эстонияла ғаилә хоҡуғын реформалаштырыу тураһында закон проектын тәҡдим итә. 1936 йылдан 1938 йылға тиклем университет белемле ҡатын-ҡыҙҙарҙың Халыҡ-ара федерацияһы конгрестарына саҡырыла. 1939 йылдың мартынан 1940 йылдың февраленә тиклем стипендиатка булараҡ Париж университетында эшләй. Уның бәлиғ булмағандарҙы яҡлау тураһында диссертацияһы 1941 йылда тамамлана, әммә яҡланмай булып ҡала.
1952 йылда Швецияла эстон телендә «Triinu» журналын ойоштора һәм 1981 йылға тиклем уның мөхәррире була. Канадаға күскәндән һуң был журнал Торонтола (һөргөндә) Эстон ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте органы була (эст. Toronto Eesti Naisselts (eksiilis)).
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Библиографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Abieluseadused. Rootsi abieluseadus 11. juunist 1920. a. Soome abieluseadus 13. juunist 1929. a.
Швецияның 1920 йылдың 11 июнендәге никах тураһындағы Законын һәм Финляндияның 1929 йылдың 12 июнендәге никах тураһындағы Законды сағыштырыу.
- Naine ja naisliikumine. — Eesti Kirjanduse Selts, 1936. — 112 lk.[4]
«Ҡатын-ҡыҙ һәм ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте» китабы ҡатын-ҡыҙҙарҙың шәхси, шулай уҡ йәмәғәт эшмәкәрлеге менән бәйле проблемалар менән таныштыра, ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтенең тарихын һәм проблемаларын бәйән итә.
- Jaan Poska tütar jutustab. Mälestusi oma isast ja elust vanemate kodus. — Toronto: Orto, 1969. — 251 lk[5].
Торонтола сыҡҡан «Дочь Яана Поски рассказывает. Воспоминания об отце и жизни в родительском доме». мемуарҙар китабы.
- See oli Eestis. — Välis-Eesti & EMP, 1975. — 180 lk.[6]
«Это было в Эстонии» китабында 1919—1944 йылдарҙағы Эстония тураһында хәтирәләр бәйән ителә; шәхси, ғаилә һәм тарихи ваҡиғалар яҡтыртыла; эстон һәм халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтен үҫтереүгә айырым иғтибар бүленә.
- Elu jätkub võõrsil. — Toronto: T. Kents, 1985. — 179 lk.[7]
«Жизнь продолжается на чужбине» хәтирәләр китабы: Эстониянан Швецияға ҡасыу, Швецияла ҡасаҡ сифатында яңы йорт һәм эш эҙләү; Молотов — Риббентроп пакты һәм эстондар өсөн уның эҙемтәләре; Эстон комитетындағы эшмәкәрлек һәм ҡатын-ҡыҙҙар секцияһын булдырыу; Швеция балттарына экстрадиция; Германияла, Канадала, АҠШ-та, Англияла эстон ҡасаҡтарының тормошо; Нью-Йоркта эстон ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһын булдырыу; Себер лагерҙарынан ҡасып китеүселәр һәм башҡа бик күп нәмәләр.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Атаһы — Иван Иванович Поска (Jaan Poska, 1866—1920), эстон юрисы һәм дәүләт эшмәкәре.
- Әсәһе Констанция-Эрнестина Экстрём (Constance Ernestina Poska (Ekström), 1874—1923).
- Ире — Тимофей Иванович Грюнталь (.) (Timotheus Grünthal, 1893-1955) юрист, судья.
- Ҡыҙы — Констанция Грюнталь (эст.)баш. (.), беренсе ире буйынса Пилл (Pill), икенсе никахта Кентс (Tanni Kents, 1920—2005) эстон сит илдәре юрисы һәм йәмәғәт эшмәкәре; 1985—1995 йылдарҙа «Triinu» журналы мөхәррире.
- Улы — Ивар Грюнталь (эст.)баш. (.) (1924—1996) яҙыусы, табип һәм сәйәсмән.
- Ҡыҙы —Светлана Грюнталь (1922—1926).
- Ҡыҙы —Вера Грюнталь (Veera Gleason, 1925—2018).
- Улы Тимофеус Грюнталь (1930—2008) юрист.
- Апаһы —Ксения Поска (Ksenia Poska, 1896—1964) табип.
- Һеңлеһе —Татьяна Поска-Лааман (1900—1988), журналистика докторы, Сорбонна университетын тамамлаған, Эстония Әсәләре союзы рәйесе.
- Ағаһы —Яан Поска (1902—1941, Киров өлкәһе, СССР).
- Һеңлеһе —Анна Поска-Лойсон (Anna Loison (Poska), 1905—1986) тәржемәсе.
- Ағаһы— Юри Поска (эст.)баш. (.) (1919—1974) юрист һәм православие руханийы.
- Кейәүе — Эдуард Лааман (1888—1941, Киров өлкәһе, СССР) эстон сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Vera Grünthal–Poska // Eesti biograafiline andmebaas ISIK (эст.)
- ↑ Vera Poska Grünthals arkiv (ingår i Baltiska arkivet)(швед.). Riksarkivet.Дата обращения: 29 мая 2021.Архивировано 14 мая 2021 года.
- ↑ Teenetemärkide kavalerid (эст.). Vabariigi President (21 февраль 1940). Дата обращения: 29 май 2021. Архивировано 2 июнь 2021 года.
- ↑ Naine ja naisliikumine (эст.). osta.ee. Дата обращения: 29 май 2021. Архивировано 2 июнь 2021 года.
- ↑ Jaan Poska tütar jutustab (эст.). Raamatukoi. Дата обращения: 29 мая 2021. Архивировано 2 июня 2021 года.
- ↑ See oli Eestis (эст.). Raamatukoi. Дата обращения: 30 мая 2021. Архивировано 2 июня 2021 года.
- ↑ Elu jätkub võõrsil (эст.). Raamatukoi. Дата обращения: 29 май 2021. Архивировано 2 июнь 2021 года.