Эстәлеккә күсергә

Проект:АХБ төҙәтеү/Әбдесәләм Рәмзин

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әбдесәләм Рамзин
Тыуған көнө

1737({{padleft:1737|4|0}})

Тыуған урыны

Уҫы даруғаһы, Ғәйнә улусы, Ишмән ауылы

Вафат булған көнө

билдәһеҙ

Вафат булған урыны

билдәһеҙ

Әбдесәләм Рәмзин (Рамзин) (1737—?) — 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Пугачёв атаманы.

Биографияһы

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Әбдесәләм Рәмзин сығышы менән Уҫы даруғаһының Ғәйнә улусы Ишмән ауылы (хәҙер Пермь крайы Барҙы районы бөткән ауылы) башҡорто[1].

Себер губернаһы Омск ҡәлғәһендә сик буйы хәрби хеҙмәте ваҡытында Туҡтамыш Ишбулатовтың есаулы була[2].

1773 йылдың көҙөндә Емельян Пугачёв етәкселегендәге ихтилалға ҡушыла, отрядты етәкләй. 1773 йылдың декабренән Пугачёв полковнигы Әбдей Абдулловтың отряды составына инә. Уҫы һәм Көңгөр ҡәлғәләре янындағы алыштарҙа ҡатнаша[1].

1774 йылдың майынан Емельян Пугачёвтың Төп ғәскәре составында Уҫы ҡәлғәһен, Ҡазан губернаһының Воткинск һәм Ижевск заводтарын алыуҙа ҡатнаша. Артабан Салауат Юлаевтың йыйылма отрядына ҡушыла[3].

1774 йылдың йәйендә Әбдесәләм Рәмзиндең отряды Әбделйәлил Ырыҫҡолов, Арыҫлан Ранғолов, Әһлетдин Биктуғанов һәм башҡалар етәкселегендәге башҡорт ихтилалсылары менән берлектә Бөрө ҡәлғәһе тирәһендә һуғыша[4].

1774 йылдың октябрь аҙағында ғәйебен танып килә. Ҡазан йәшерен комиссияһы тикшереүе аҫтында була, уның тарафынан үлемгә хөкөм ителә, аҡлана һәм ҡамсы менән һуҡтырғандан һуң ғүмерлеккә гусар полкында хеҙмәт итергә ебәрелә: «положен был на плаху, а потом наказан плетьми и назначен в гусары»[1][2].

Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

  1. 1,0 1,1 1,2 Ҡолбахтин Н. М. Әбдесәләм Рамзин // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. 2,0 2,1 История башкирских родов. Гайна. Том 11 / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин, А. Р. Махмудов, Р. М. Рыскулов, А. Р. Асылгужин, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — С. 72. — 696 с. — ISBN 978-5-85051-641-3.
  3. Гвоздикова И. М. Салауат Юлаев. Документаль сығанаҡтарҙы өйрәнеү. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1984. — С. 186. — 240 с.
  4. Кулбахтин Н. М. Абдусалям Рамзин // Военная история башкир: энциклопедия / гл. ред. А. З. Асфандияров. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 432 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.