Эстәлеккә күсергә

Ҡушаева Рабиға Йәнғол ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Рабиға Рәхмәтуллина битенән йүнәлтелде)
Рабиға Йәнғол ҡыҙы Ҡушаева
Тыуған көнө

1901({{padleft:1901|4|0}})

Тыуған урыны

Һамар губернаһы, Николаевск өйәҙе
(хәҙер Һамар өлкәһе Оло Чернигов районы) Хәсән ауылы

Вафат булған көнө

1937({{padleft:1937|4|0}})

Вафат булған урыны

Мәскәү өлкәһе

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Подданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Ҡушаева Рабиға Йәнғол ҡыҙы (19011937) — ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте эшмәкәре.

Рабиға Йәнғол ҡыҙы Ҡушаева 1901 йылда Һамар губернаһы Николаевск өйәҙе Имәләй улусы (хәҙерге Һамар өлкәһенең Оло Чернигов районы) Хәсән ауылында Янғол Йомағолов ғаиләһендә тыуған.

1916 йылда Һамар губернаһының Бөрйән (Үтәкәй) ауылында уҡытыусы булып эшләй.

1917 йылда Ырымбурҙа үткән I Бөтә башҡорт ҡоролтайында (съезы) Һамар губернаһының Пугачев (Николаевск) өйәҙенән делегат булып ҡатнаша. Съезда башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ир-егеттәр менән бер рәттән граждандар һәм сәйәси хоҡуҡтар бирелеү талабын ҡуйып актив сығыш яһай, уларҙы үтәү буйынса ун пункттан торған аныҡ саралар тәҡдим итә. Уның докладына ярашлы[1], ҡоролтай резолюцияһына тиң хоҡуҡлылыҡ буйынса пункттар индерелә[2].

Имәләй улусында, Һамар ҡалаһында, аҙаҡ Ырымбурҙа халыҡ араһында ағартыу эштәре алып бара. Ырымбурҙа Б. В. Мөкминованың мәҙрәсәһендә белем ала.

1919 йылда РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетында ҡатын-ҡыҙҙар эштәре буйынса бүлек начальнигы вазифаһында эшләй.

1920 йылдың сентябрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән I Бөтә башҡорт эшсе-крәҫтиән ҡатын-ҡыҙҙар конференцияһын ойоштороусыларҙың береһе була. 1921 йылдың ноябрендә башҡорт милли кейемендә Мәскәүҙә Советтарҙың IX Бөтә Рәсәй съезында ҡатнаша, В. И. Ленин менән осраша. Ҡатын-ҡыҙҙарға арналған «Азад хатын» гәзитенең ойоштороусыһы һәм мөхәррире була.

1924 йылдың ноябрендә Өфөлә үткән I Бөтә башҡорт эшсе-крәҫтиән ҡатын-ҡыҙҙар съезын, шулай уҡ 1927 йылдың октябрендә уҙғарылған Бөтә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ҡоролтайын — Совет ағзалары съезын ойоштороуҙа һәм әҙерләүҙә ҡатнаша.

1927 йылда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Өфө балалар йортонда эшләй.

1929 йылдан алып Мәскәүҙә йәшәй. РСФСР Мәғариф халыҡ комиссариаты эргәһендә балалар йорттары буйынса бүлек инспекторы.

1937 йылдың йәйендә Ярославль тимер юлының Лось платформаһында электричка менән ҡайтып барғанында үлтерелә.

Ҡушаев Ирек
Балалары:
Миңһылыу, 1923 йылда дифтериянан вафат була.
Таңһылыу (Динә), РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, Пермь опера театры солисы.
Ирек, ата-әсәләре һәләк булғандан һуң, 5 йәшендә балалар йортона тапшырыла. Уның артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.
  1. В частности, она в своём докладе потребовала предоставить башкирским женщинам политические и гражданские права наравне с мужчинами.
  2. История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 119. — 468 с.
  3. Сулейманова Р. Мать нации или слово о Рабиге Кушаевой. //«Киске Өфө», 2011. № 46. С. 7.
  4. Телеканал БСТ расскажет о первых деятелях автономного Башкортостана Хафизе и Рабиге Кушаевых. [[Башинформ|]], 2017, 21 апрель (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 апрель 2017)
  • Сулейманова Р. Н. Неутомимый борец за равноправие башкирских женщин //Башкортостан в ХХ столетии. Исторические портреты. Уфа, 2006. Вып.1.
  • Шәкүр Рәшит. Арҙаҡлы башҡорттар. Ғилми-биографик очерктар. Тулыландырылған 2-се баҫмаһы. — Өфө: Китап, 2005. — 376 бит.