Ризуан
Ризуан — башҡорт һәм башҡа төрки халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән ир-ат исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ризуан — ризалыҡ, күңел хушлығы мәғәнәһен аңлатҡан ир балаларға ҡушылған мосолман исеме[1].
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ризуан Хажиев (30 сентябрь 1939 йыл — 27 октябрь 2013 йыл) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим, журналист һәм яҙыусы. Филология фәндәре кандидаты (1987), доцент. 1969 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһы (1992) һәм Башҡортостан Республикаһы (1991) Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡорт АССР-ының XII саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1990—1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге (1999) һәм Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге (2004) премиялар лауреаты.
Фамилияларҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ризуанова Хәтижә Йәғәфәр ҡыҙы 12 декабрь 1933 йыл — 7 июнь 1999 йыл) — мәғариф ветераны, математика фәне буйынса методик әсбаптар һәм шиғыр китаптары авторы, Башҡортостан һәм Рәсәйҙең Журналистар союзы ағзаһы, СССР-ҙың мәғариф отличнигы (1977), БАССР-ҙың мәғариф отличнигы (1963).
Ризуанов Наил Мәсәлим улы (15 сентябрь 1929 йыл — 6 апрель 2012 йыл) — тау инженеры. Техник фәндәре кандидаты (1983). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1993), Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1994), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған нефтсеһе (1972), Рәсәй Федерацияһы яғыулыҡ‑энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (1999). Октябрь Революцияһы (1986), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976, 1981) ордендары кавалеры. «Башнефть легендаһы» коропоратив премияһының беренсе лауреаты (2010).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 23-сө.б. 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
- З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 60-сы.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |