Аҡкучукова Роза Сабирйән ҡыҙы
Роза Аҡкучукова | |
Төп мәғлүмәт | |
---|---|
Тулы исеме |
Аҡкучукова Роза Сабирйән ҡыҙы |
Тыуған | |
Тыуған урыны | |
Үлгән | |
Үлгән урыны | |
Ил | |
Һөнәрҙәре |
йырсы |
Хеҙмәттәшлек | |
Наградалар | |
Аҡкучукова Роза Сабирйән ҡыҙы (12 февраль 1950 йыл — 8 февраль 2021 йыл) — башҡорт эстрада йырсыһы. 1973 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының вокалсыһы, 1999 йылдан — баш администраторы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Роза (Рауза) Сабирйән ҡыҙы Аҡкучукова 1950 йылдың 12 февралендә Башҡорт АССР-ының Белорет районы Абҙаҡ ауылында тыуған. «Абҙаҡта уның ата-әсәһе Нажия һәм Сабирйән Аҡкучуковтар ғаиләһе донъяны шаулатып йәшәгән абруйлы ғаиләләрҙең береһе булды. Уларҙың балалары етәксе вазифаларҙа эшләп, хаҡлы ялға сыҡты», тип яҙа Белорет районының «Урал» гәзите[1]
Абҙаҡ һигеҙ йыллыҡ мәктәбенән һуң Роза Өфө музыка-педагогика училищеһына уҡырға инә. Уны тамамлағас, 1972 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһында артист-вокалсы булып эш башлай.
Үҙенсәлекле моңло тауышы тамашасы күңеленә хуш килә, емешле ижады өсөн ул БАССРҙың атҡаҙанған , Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы тигән исемдәргә лайыҡ була.
Йырсының репертуарында башҡорт халыҡ йырҙары менән бергә башҡорт һәм татар композиторҙарының эстрада йырҙары ла бар. Элекке СССР республикалары һәм ҡалалары буйлап гастролдәрҙә була.
1997 йылдан Роза Аҡкучукова филармонияла администратор булып эшләй.
Йырсы 2021 йылдың 8 февралендә Өфө ҡалаһында вафат булды[2].
Башҡарған йырҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йырсы халыҡ йырҙарын да, эстрада йырҙарын да берҙәй оҫталыҡ менән башҡара. «Зөлхизә», «Сыбай ҡашҡа», «Түрәкәй», «Һары ла сәс», «Ҡара урман» һәм башҡалар; Хөсәйен Әхмәтов, Заһир Исмәғилев, Айрат Кәримов, Таһир Кәримов, Рафиҡ Сәлмәнов йырҙары һәм романстары, Абдулла Хәлфетдиновтың «Алтын балдаҡ», «Һин ултыртҡан муйыл», «Аҡсарлаҡ» тигән йырҙарын, оҫта һәм үҙенсәлекле башҡарып, ҙур уңыш ҡаҙана һәм тамашасыларҙа киң популярлыҡ яулай.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009)
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1989)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Етәксе булып тыуаларҙыр [1](недоступная ссылка)
- ↑ Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аккучукова вафат булды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 8 февраль 2021 йыл (Тикшерелеү көнө: 8 февраль 2021)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Етәксе булып тыуаларҙыр [2](недоступная ссылка)
- Роза Аҡкучукова фотоһы
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аҡкучукова Роза Сабирйән ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 8 февраль 2021)
Видео-аудио
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 12 февралдә тыуғандар
- 1950 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Белорет районында тыуғандар
- 8 февралдә вафат булғандар
- 2021 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Алфавит буйынса йырсылар
- СССР йырсылары
- Рәсәй йырсылары
- Башҡортостан йырсылары
- Башҡортостандың халыҡ артистары
- Алфавит буйынса музыканттар
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артистары
- Шәхестәр:Башҡорт дәүләт филармонияһы
- Башҡорт йырсылары