Эстәлеккә күсергә

Кәримов Айрат Таһир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Айрат Кәримов битенән йүнәлтелде)
Кәримов Айрат Таһир улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 21 ғинуар 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 11 май 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны Өфө
Һөнәр төрө композитор
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Музыка ҡоралы фортепиано
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Кәримов Айрат Таһир улы (21 ғинуар 1941 йыл — 11 май 2016 йыл) — СССР һәм Рәсәй композиторы һәм пианисы. Башҡорт дәүләт филармонияһының «Ирәндек» вокаль-инструменталь ансамблен ойоштороусы һәм уның 1970—1976 йылдарҙағы художество етәксеһе. 1991 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1995). Республика композиторҙар конкурстары призеры һәм лауреаты. Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (1955), Ульяновск ҡалаһында БАССР-ҙың мәҙәниәте көндәрендә (1968), Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәрендә (1997) ҡатнашыусы.

Билдәле баянсы һәм башҡорт композиторы Таһир Шакир улы Каримовтың ғаиләһендә 1941 йылдың 21 ғинуарында Өфөлә тыуған.

19551959 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһында фортепиано класы буйынса (уҡытыусыһы М. А. Зайдентрегер) белем ала.

19591964 йылдарҙа М. П. Мусоргский исемендәге Урал дәүләт консерваторияһында проф. И. М. Рензин класында уҡый. «Концерт башҡарыусыһы» квалификацияһы менән консерваторияны уңышлы тамамлағандан һуң, Өфөгә ҡайта. Өфө сәнғәт училищеһында һәм музыкаль — педагогия училищеһында уҡыта, артабан Башҡорт дәүләт филармонияһында, Орел, Севастополь ҡалалары филармонияларында концертмейстер булып эшләй. Дондағы Ростов ҡалаһы филармонияһында художество етәксеһе һәм «Донские ребята» эстрада ансамбленең музыкаль етәксеһе була.

1970 йылда Башҡортостанда яңы ойошторолған һәм артабан популярлыҡ ҡаҙанған «Ирәндек» эстрада-инструменталь ансамбленең музыкаль етәксеһе итеп тәғәйенләнә.

Композиторҙың исемен башлыса республикала милли эстраданың үҫеше менән бәйләйҙәр. Ул тәүгеләрҙән булып башҡорт профессиональ музыкаһына яңы жанрҙар индерә: танго, джаз-вальс, вальс-бостон, буги-вуги, босса-нова, джаз-баллада.

19761981 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институтында композиция класы буйынса (проф. З. Ғ. Исмағилев класы) белемен камиллаштыра. Уҡыуҙы тамамлағандан һуң Республика рус драма театрының музыка бүлеге мөдире булып эшләй (1981—1988).

  • «Ҡыҙ урлау» балеты (1998; Мостай Кәрим пьесаһы буйынса, И. Х. Хәбиров либреттоһы);
  • Концерт-рапсодия фортепиано өсөн оркестр менән (1981);
  • «Батырлыҡ» (1985) симфоник картинаһы — «Ҡырк алтынсы һалдат» Х. Ғиләжевтың поэмаһы буйынса («Сорок шестой солдат»);
  • Башҡорт халыҡ йыры «Тәфтиләү»гә ҡыллы квартет өсөн концерт фантазияһы (1994);
  • Мостай Кәрим шиғырҙарына «Карусель» хор поэмаһы (Е. М. Николаевская тәржемәһе);
  • Эстрада ансамбле өсөн пьесалар.
  • Башҡорт халыҡ йырҙарын эшкәртеү, Башҡорт драма һәм рус драма театрҙарының 30 спектакленә йырҙар, музыка;
  • «Трудный путь в будущее» (1993), «Город мой» (1995) документаль фильмдарға музыка авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1995).
  • Бөйөк Ватан һуғышының 50 йыллығына бағышланған музыкаль әҫәрҙәре Республика конкурсы лауреаты (1995).
  • Еңеүҙең 65 йыллығына арналған конкурста И. Кинйәбулатов һүҙҙәренә «Беҙ бер ғүмер» йыры өсөн беренсе премияға лайыҡ була (2010).
  • Йырҙар һәм романстар. Өфө, 2003;
  • Пёстрый альбом: сборник фортепианных пьес для детей и юношества. Уфа, 2001;
  • Сборник пьес для духовых и ударных инструментов. Уфа, 2010;
  • Сборник пьес для духовых инструментов. Тетр.2. Уфа, 2011.
  • Галина Г. Хистәр яҡтылығы //һоҡланһын бар донъя. Өфө, 1999.