Эстәлеккә күсергә

Сыбай ҡашҡа (йыр)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сыбай ҡашҡа
Сәнғәт формаһы Йыр

Сыбай ҡашҡа — лирик-драматик характерҙағы башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй.

1933 йылда урыҫ фольклорсыһы, композитор А. С. Ключарёв Белорет металлургия комбинаты эшсеһе А. Кәримов башҡарыуында «Сыбай ҡашҡа» йырын ишетә һәм яҙып ала. Һуңынан был йыр «Башҡорт халыҡ йырҙары» китабында донъя күрә[1].

Йырҙың варианттарын Ф. Х. Камаев, Л. Н. Лебединский, Ғ. З. Сөләймәнов яҙып ала.

К. М. Дияров һөйләгән легенда буйынса, йырҙың йөкмәткеһе ғашиҡ йәш егет һәм ҡыҙға бағышланған. Дим йылғаһы буйындағы бер ауылда бәйгеләрҙә лә, дошман менән алыштарҙа ла еңелеү белмәгән бер егет йәшәгән, һәм уның бөтә батырлыҡтарында тоғро аты ярҙам иткән. Шул уҡ ауылда йәшәгән бер һылыу ҡыҙға ғашиҡ була егет.

Бер ваҡыт яр буйында йөрөгәндә, ғашиҡтар һыу инергә була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыҙ һыуға батып һәләк була. Ҡысҡырған тауышҡа ярҙамға ынтыла егет, тик ярға һөйгәненең үле кәүҙәһен генә сығара. Был турала ул һуңынан йыр сығара, унда һөйгәнен юҡһыныуын, тормош тураһында уйҙарын сағылдыра.

Һуңынан тетрәндергес фажиғә кисергән егет һөйгән ҡыҙын һағыныу һағышын, тоғро атына мөрәжәғәт итеү алымы менән, йыр аша тапшыра. «Сыбай ҡашҡа» йырын башҡорттар тормош тураһында фәлсәфәүи уйланыу һымаҡ ҡабул иткән.


Беренсе вариант
Сыбай ҙа ғына ҡашҡа, баҫма ташҡа,
Юлһыҙ ғына ерҙән дә үткәндә.
Был донъяла ауыр яңғыҙ башҡа,
Дуҫ-иш кәрәк донъя ла көткәндә.
Сыбай ғына ҡашҡа ҡырас ялын
Тауҙан ғына өргән дә ел тарай.
Алыҫ ергә китһәк, һыбай ҡашҡам
Башҡынайын бороп та бер ҡарай.
Алыҫтан уҡ ағарып, ай, күренгән
Урал тауҡайының да аҡ ташы.
Ҡайҙа ғына булмай, ниҙәр күрмәй
Ир башҡайы менән дә ат башы[2].
Икенсе варианты
Көмөш тә генә йүгән, көмөш эйәр,
Килешә төштө Сыбай ҙа ҡашҡаға,
Килешә төштө Сыбай ҙа ҡашҡаға,
Һөйләшеп тә ҡарайым, серләшеп тә,
Һүҙ килешмәй һинән дә башҡаға,
Һүҙ килешмәй һинән дә башҡаға.
Сыбай ҙа ғына ҡашҡа, баҫма ташҡа,
Юлһыҙ ғына ерҙән дә үткәндә,
Юлһыҙ ғына ерҙән дә үткәндә.
Был донъяла ауыр яңғыҙ башҡа,
Дуҫтар кәрәк донъя ла көтөргә,
Дуҫтар кәрәк донъя ла көтөргә.
Сыбай ҙа ғына ҡашҡа, ҡырыҫ ялын
Тауҙан ғына өргән дә ел тарай,
Тауҙан ғына өргән дә ел тарай.
Алыҫ ергә китһәк, Сыбай ҡашҡам
Башҡынайын бороп та бер ҡарай,
Башҡынайын бороп та бер ҡарай[3].

Йыр тураһында мәғлүмәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Киңлеге ун бер баҫҡыслы музыкаль интервал (ундецима) диапазонлы һәм ритмы үҙгәреүсән булған көйҙөң нигеҙендә — минорлы ауышлыҡ пентатоникаһы. Юғарыға күтәрелеүсе кварта һәм түбәнәйеүсе квинта һикерештәре көйгә үҙенсәлек өҫтәй. Йырҙы А. Г. Тихомиров ҡатын-ҡыҙҙар һәм ҡатнаш хорҙар өсөн, Ш. Ш. Ибраһимов ҡатнаш хор өсөн эшкәртә. Композитор Хөсәйен Әхмәтов был йырҙың көйөн ҡыллы квартетта ҡуллана.

«Сыбай ҡашҡа» көйөн Хәсән Шаһимәрҙән улы Әхмәтшин, Кәрим Дияров, Сөләймәнов ҡурайҙа башҡарған[4][5].

«Сыбай ҡашҡа» йырын Фәриҙә Ҡудашева, Филүс Гәрәев, Роза Аҡкучукова, Рәсүл Ҡарабулатов, Хәлимә Ғәббәсова, Гөлсөм Бикбулатова, Айҙар Ғәлимов, Зәриә Ырыҫмөхәмәтова[6] оҫта башҡара[7].

Видеоматериалдар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

YouTube сайтында Видео Рәсүл Ҡарабулатов башҡарыуында

YouTube сайтында Видео Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылында йәшәүсе 80 йәшлек Әмирханова Шәмсинур башҡарыуында

Сыбай ҡашҡа

Культура народов РБ. «Сыбай кашка»

Роберт Юлдашев — Сыбай ҡашҡа (ҡурай)(недоступная ссылка)

Сыбай ҡашҡа — Гаяз Бикбулатов

Лилия Ишемьярова — Сыбай ҡашҡа Башҡорт халыҡ йыры(недоступная ссылка)

Сыбай ҡашҡа

Башҡорт халыҡ йыры "Сыбай ҡашҡа". Башҡара Зәриә Ырыҫмөхәмәтова

Сыбай ҡашҡа. Ҡурайҙа Венер Йылҡыбаев