Рыкин Роман Владимирович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Рыкин Роман Владимирович
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 11 октябрь 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (45 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Өфө
Һөнәр төрө актёр

Рыкин Роман Владимирович (11 октябрь 1974 йыл) — балет артисы. 1991 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993). «Терпсихора байрамы» (Баҡы, 1991) Бөтә Союз балет артистары конкурсы, «Арабеск» (Пермь, 1992), Лозанна (Швейцария, 1993), Будапешт (1994) һәм Джексон (АҠШ, 1995) ҡалаларында үткән халыҡ‑ара балет артистары конкурстары лауреаты; С. П. Дягилев исемендәге Халыҡ-ара йәш балет артистары конкурсы (1992, Мәскәү) дипломанты.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Роман  Владимирович Рыкин 1974 йылдың 11 октябрендә Өфөлә тыуған.

1993 йылда  Өфө хореография училищеһын тамамлай (педагогы Шамил Тереғолов).

1991 йылдан  Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы.

Училищены тамамлағандан һуң Англия милли балетында бейей, 1996 йылдан— «San-Francisco Ballet» труппаһында, 2003 йылдан алып — АҠШ-та «Boston Ballet Сompany» труппаһында  

Партиялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Зигфрид («Аҡҡош күле» П. И. Чайковский; 1993), Альберт («Жизель», А Адан), Үҫмер («Шопениана»), Йомағол («Сыңрау торна»), Базиль («Дон Кихот», Л. Ф. Минкус), хореографик миниатюралар А. Босов «Өс карта»,  Ю. А. Симакин музыкаһына, В. Усманов «Элегия» һәм «Гном» С. В. Рахманинов, М. П. Мусоргский музыкаларына.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Балет артистарының Бөтә союз «Терпсихора байрамы» конкурсы лауреаты (Баҡы, 1991)
  • Балет артистарының Халыҡ-ара «Арабеск» конкурсы лауреаты  (Пермь г., 1992),  Лозанна (Швейцария, 1993), Будапешт (1994), Джексон (АҠШ, 1995) ҡалаларында
  • 1992 йылда Мәскәүҙә С.П. Дягилев исемендәге йәш балет артистарының халыҡ-ара конкурсы дипломанты була.
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]