Эстәлеккә күсергә

Рәбиғ әл-Мәдхәли

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рәбиғ әл-Мәдхәли
ғәр. ربيع بن هادي عمير المدخلي‎
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Сәғүд Ғәрәбстаны
Тыуған көнө 1933[1]
Тыуған урыны Эль-Джарадия[d], Джизан[d]
Балалары Мухаммад ибн Раби аль-Мадхали[d]
Һөнәр төрө Мөхәддис, университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө Хәҙис ғилеме
Эш урыны Исламский университет Медины[d]
Уҡыу йорто Исламский университет Медины[d][2]
Университет короля Абдель-Азиза[d]
Университет короля Абдель-Азиза[d]
Кемдә уҡыған Ибн Баз[d], Насируддин аль-Албани[d], Мухаммад Аман аль-Джами[d], Мухаммад аль-Амин аш-Шанкити[d], Ахмад ан-Наджми[d], Насир Халуфа Таййаш Мубараки[d], Абдуль-Мухсин аль-Аббад[d], Хафиз аль-Хаками[d] һәм Абд аль-Гаффар Хасан ар-Рахмани[d]
Рәсми сайт rabee.net

Рәбиғ ибн Һади Ғүмәйр әл-Мәдхәли (ғәр. ربيع بن هادي عمير المدخلي‎) - Сәғүд Ғәрәбстанының хәҙерге заман күренекле сәләфи дин белгесе, ислам буйынса бик күп хеҙмәттәр авторы. Оппоненттары уны сәләфилектә мәдхәли ағымына нигеҙ һалыусы һәм идеологы тип иҫәпләй[3][4][5]. Король Ислам стратегик тикшеренеүҙәре үҙәге (Иордания) версияһы буйынса, Рәбиғ әл-Мәдхәли донъялағы иң абруйлы 500 мосолман иҫәбенә инә[6].

Рәбиғ әл-Мәдхәли Сәғүд Ғәрәбстанының көньяҡ-көнбайышындағы әл-мәдәхилә (ғәр. المداخلة‎) ғәрәп ҡәбиләһенән сыҡҡан [3][7]. Ул 1931 йәки 1932 йылда (1351 һижри йыл) бәләкәй генә Әл-Жәрәдиә ауылында тыуған. Бер йәш ярымда ул атайһыҙ ҡала, артабан уны әсәһе тәрбиәләй[7].

Рәбиғ әл-Мәдхәли әҫәрҙәре йыйынтығы 15 томда.

Һижри 1380 йылда Сәмтә институтын тамамлай һәм Эр-Риядта шәриғәт факультетына уҡырға инә, әммә бер-ике йылдан һуң яңы асылған Мәҙинә ислам университетына юллана һәм һижри 1384 йылда уны яҡшы билдәләр менән тамамлай[3][7].

Уҡыуын тамамлағандан һуң Рәбиғ әл-Мадхали Мәҙинәләге университеттың институттарының береһендә уҡытыу менән шөғөлләнә, һижри 1397 йылда король Абдул-Ғәзиз Университетында магистр дәрәжәһен ала. Һижри 1400 йылда шул уҡ университетта докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Һуңынан әл-Мадхали Мәҙинә Университетына ҡайта, унда хәҙис факультетында уҡытыусы булып эшләй[8] һәм унда 1990 йылдар аҙағына тиклем хеҙмәт итә[9].